Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Октябрь 2019, 16:54

ДАН ҺЕҘГӘ, ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР!

...Гүзәл затһыҙ йәшәү мәғәнәһеҙӨҙөлөрҙәй тормош бауҙары,Һеҙ булғанда ауыл гөрләйәсәк,Ауылымдың ҡатын-ҡыҙҙары! (Ҡыпсаҡ Хан).Билдәле булыуынса, 1995 йылда Пекинда уҙған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы конференцияһында Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләү тураһында тәҡдим индерелә. Әммә ул 2007 йылда ғына халыҡ-ара ойошманың Генераль Ассамблеяһында рәсми раҫлана. Башҡортостанда иһә был көнгә йылдан-йыл иғтибар артып, хәҙер инде ысын байрам итеп ойошторола башланы.Баймаҡ районының Ишбирҙе мәҙәниәт йортонда ла был көн ҙурлап үткәрелде.

...Гүзәл затһыҙ йәшәү мәғәнәһеҙ
Өҙөлөрҙәй тормош бауҙары,
Һеҙ булғанда ауыл гөрләйәсәк,
Ауылымдың ҡатын-ҡыҙҙары!
(Ҡыпсаҡ Хан).
Билдәле булыуынса, 1995 йылда Пекинда уҙған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы конференцияһында Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөн билдәләү тураһында тәҡдим индерелә. Әммә ул 2007 йылда ғына халыҡ-ара ойошманың Генераль Ассамблеяһында рәсми раҫлана. Башҡортостанда иһә был көнгә йылдан-йыл иғтибар артып, хәҙер инде ысын байрам итеп ойошторола башланы.
Баймаҡ районының Ишбирҙе мәҙәниәт йортонда ла был көн ҙурлап үткәрелде. Төрлө ҡул эштәренән, буҙа кеүек милли ризыҡтарыбыҙҙан, ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләнгән компот, бәшмәк, салаттарҙан матур күргәҙмә ойошторолған. Залда ауылдың гүзәл заттары, уҡыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар. Сараны Ишбирҙе ауылы хакимиәте башлығы Гөлшат Рәмзә ҡыҙы тантаналы асты. Үҙ телмәрендә ул ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының йәмғиәттәге һәм ауыл тормошондағы баһалап бөткөһөҙ роле тураһында һөйләне. Ишбирҙелә сәмле, эшһөйәр халыҡ йәшәүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуҙары, был йәһәттән өмәләр, төрлө спорт ярыштары, конкурстар үтеп тороуы хаҡында әйтеп үтте, һәр яҡлап өлгө булырҙай ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан һүҙҙе “Йәнгүзәл” ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миңһылыу Юнысова алды. Ул интернет селтәрендә башлап ебәргән “Баҙымды асам әле” конкурсына йомғаҡ яһап, төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләп диплом һәм бүләктәр тапшырҙы. Номинацияларҙың атамалары ғына ла ни тора: “Иң оҫта баҡсасы”, “Эшле кеше—ашлы кеше”, ”Һөнәрленең ҡулы алтын”, ”Эш менән үткән ғүмер—алтын ғүмер” һ.б. Был конкурста йәше лә, ҡарты ла ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Ауыл кешеһенең бөтмәҫ эш-мәшәҡәттәре булғанда ла, теләк барҙа барыһына ла өлгөрөргә мөмкин икәнлегенә тағы бер ҡат инандыҡ.
Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Айгөл Иҙелбаева үҙ сығышында ишбирҙеләргә үҙ тормоштарын үҙҙәре йәмләп йәшәүҙәре тураһында әйтеп, ойошманың, шулай уҡ
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттарын тәғәйен кешеләргә тапшырып үтте.
Ҡайһы бер ҙур ауылдарҙа бер ансамбль дә юҡлығын белгәнгә күрә, Ишбирҙелә уларҙың һаны өсәүгә етеп, дүртенсеһенә исем уйлауҙары хаҡында ишеткәс, хайран ҡалдыҡ. Бына ҡайҙа ул әүҙемлек, дәрт һәм ихласлыҡ! 1996 йылда тәүгеләрҙән булып ойошторолған “Хәтирә” фольклор, уға етә килә—“Фатиха” йыр һәм “Дарман” йыр-бейеү ансамблдәре үҙҙәренең сығыштары менән генә түгел, ә ифрат матур сәхнә костюмдары менән дә әсир итте. Ауылдың йәш килене Гөлфиә Иҫәндәүләтованың “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе лә күңелгә ятты.
“Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, күңелдәр йырлап торһон.
Яңы көнгә атлағанда уңыштар юлдаш булһын”,—тип йәшәүсе Ишбирҙе ҡатын-ҡыҙҙарына афарин тиергә генә ҡала.
Тормошҡа булған һөйөү, дәрт-дарман бер ҡасан да ташламаһын!
Читайте нас: