Йөрәктәргә байрам ҡошо ҡундырған бөйөк Ҡорбан байрамы быйыл 11 авгусҡа тура килә. Ул өс көн дауам итә.
“Ҡорбан” һүҙе яҡын булыу тигән төшөнсәне бирә. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, уға өлгәшергә ынтылыу.
Ҡорбан салыуҙың тарихы бик тәрәндә ята. Билдәле булыуынса, был ғәмәлде иң беренсе атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдең улдары Ҡабил менән Һабил атҡара. Тәүгеһе эште бар күңелен биреп, тырышып башҡарғанлыҡтан, ҡорбаны ҡабул була. Ихласлыҡ һалмаған Һабилдыҡы иһә киреһенсә килеп сыға.
Ҡорбан салыу Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәшәгән осорға ла килеп тоташа. “Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә миңә малай бүләк итһә, был баламды ҡорбан итеп салырмын”, – тип нәҙер әйтә пәйғәмбәр. Йылдар үткәс, улы Исмәғил донъяға килә. Ир бала атаһы менән бергә йөрөрлөк йәшкә еткәс, Аллаһ Тәғәлә Ибраһим ғәләйһис-сәләмдең төшөнә инеп, өс мәртәбә нәҙерен иҫенә төшөрә. Пәйғәмбәр улын ҡорбан итеп салыу өсөн әле халыҡ хаж ҡылған Минаға алып бара.
“Эй, улым, – ти. – Мин Аллаһ Тәғәләнең бойороғон үтәйем, һине ҡорбан итеп салырға тейешмен”. Исмәғил атаһына ҡаршы килмәй. “Аллаһтың бойороғон үтә”, – ти, ләкин уны ҡорбан итеп салам тигәндә, бысаҡ үтмәй ҙә ҡуя. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә күктән ҡуй тәкәһен ебәрә. Ошо мал ҡорбан итеп салына. Ҡорбандың бер нисә төрө бар. Мәҫәлән, важиб тип аталғаны ғәйет мәлендә салына. Ғәмәлде байрамдың өс көнөндә лә атҡарырға мөмкин. Бынан тыш, “Шул эште йырып сыҡһам, ҡорбан саласаҡмын” тип әйткәндәрҙе йыш ишетәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә алдында ошолай һүҙ биргәс, вәғәҙә үтәлергә тейеш. Был “нәҙер ҡорбаны” тип атала. Өҫтәүенә “шөкөр ҡорбаны” була. Тимәк, Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә рәхмәт белдереү ғәмәле.
Ҡорбанлыҡҡа килгәндә, айырым ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәзә малы бер йәшлек булырға тейеш. Әгәр һимеҙ икән, алты айлыҡ һарыҡты салырға рөхсәт ителә. Шулай ҙа уның да бер йәшлек булыуы хәйерлерәк. Һыйыр малының иһә өс-биш йәшлеге һайланырға тейеш. Тағы ла шуныһы бар: кәзә-һарыҡ бер кеше өсөн салынһа, һыйыр менән дөйә – етәүгә.
Ҡорбанлыҡ уртаса һимеҙлектә, етешһеҙлектәрҙән азат, ағзалары теүәл булырға тейеш.
Ғәмәл алдынан доға ҡылына, ҡуйҙы аҙапламаҫ өсөн бысаҡ яҡшы итеп үткерләнә. Мал салынғас, ите һәйбәт итеп һуйыла. Тиреһен хәйер итеп бирергә кәрәк. Ә инде ит өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе – үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалдырыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алмағандарға, өлкән йәштәгеләргә, мохтаждарға таратыла. Шул саҡта ҡылынған ғәмәл хәйерле була.
Борон ҡорбанлыҡтың бөтә өлөштәре лә эшкәртелгән. Бөгөн иһә ҡайһы саҡта әрәм-шәрәм итеү осраҡтары бар: мәҫәлән, малдың башын, тиреһен, эс-ҡарынын ташлайҙар. Исраф ҡылыуға юл ҡуйырға ярамай. Булғанды әрәм итеү – гонаһ.
Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдырған изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә. Ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыуҙың ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта.