Йылайыр районының бәләкәй генә Бикйән ауылында шаулап-гөрләп «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Әле байрамға тиклем үк ошо ауылдан сыҡҡандар үҙҙәренең ни тиклем дәррәү һәм берҙәм булыуҙарын һүҙ менән түгел, ә аныҡ эш менән күрһәтергә өлгөргәйнеләр инде! Ә байрам мәлендә ситтән килеүселәрҙе, бик күп йылдарҙан һуң бөтөп барған йәнтөйәктәренә тәүгә генә ҡайтыусыларҙы Бикйән ауылы сынъяһау булып ҡаршы алды һәм тәү күреүҙән үк байрам кәйефе уятты! Күрше-тирә ауылдарҙан ғына түгел, сит райондарҙан да юҡ ваҡыттарын бар итеп, аҙна һайын өмәгә ҡайтып йөрөгәндәргә ни әйтәһең дә, уларҙың ысын илһөйәр булыуҙарына нисек һоҡланмайһың!
Байрамдың барышы ла башҡаларҙы ҡабатламаған ине—барыһы ла алдан
ентекле уйланылған, һәм матур итеп, еренә еткереп эшләнелгән. Сценарий
авторы—педагогия хеҙмәте ветераны
Әлфиә Батисова үҙе белгән ауылдаштарының береһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышҡан, һәр береһенә әйтер йылы һүҙҙәрен дә, урынлы шаяртыуҙарын да тапҡан. Ә алып барыусылар Баныу Игебаева, Рәлиә Дәүләтҡолова, Зөлфирә Сыңғызова, Мәфрүзә Мортаева, Гөлсирә, Гөлфирә, Айгөл Дәүләтҡоловаларға (кемеһенеңдер фамилияһын бутаһам, үпкәләмәһендәр—йыш аралашмағас, белмәүем дә бар...) «афарин»дан башҡа һүҙ юҡ!
Сара ошо ауылда тыуып үҫкән, әле килеп күбеһе хаҡлы ялда булған һәм ситтә йәшәгән бер төркөм Бикйән ҡыҙҙары һәм егеттәренең «Йәшлеккә ҡайтыу» исемле театрлаштырылған тамашаһы менән башланып китте. Аҡ яулығын яҙып ябынған оло ғына инәй сәхнә уратып үҙенең йәшлеген эҙләй, татлы һыуы менән хатта күрше өлкәләрҙә лә дан алған Әпкәрим шишмәһе буйындағы балалыҡ эҙҙәрен юҡһына, айлы кистәре менән мәңгелеккә күңеленә һеңгән үҫмер йылдарын һағына... Бер аҙҙан уға тиҫтерҙәре ҡушыла һәм сәхнәне дәртле күмәк бейеү менән биҙәй... Ошо күренеш үҙе генә лә байрамға килеүселәрҙең әллә күпме хәтирәләрен яңыртты, ҡабатланмаҫ йәшлек йылдарына алып ҡайтты, күңел төпкөлөнә йәшенгән хәтирәләр йомғағын аҡтарҙы...
Ғөмүмән, ауылдаштар осрашыуы ябай
күрешеүҙәрҙән һәм иҫтәлектәрҙән генә тормауы менән айырыла ине. Ете генә өйлөк ауылда 4 тирмә ҡороп, ҡаҙан-ҡаҙан аш-һыу яраштырып, оло табындар ойоштороу өсөн генә лә күпме көс һәм дәрт кәрәк!
Әйткәндәй, Бикйән игеҙәктәре менән дан алған ауыл—улар һәр өйҙә тиерлек булғандар һәм барҙар! Ҡайһы берҙәрендә хатта икешәр пар игеҙ йәндәр донъяға килгән! «Сәбәбеме? Сәбәбе Әпкәримдең мәңге шифалы һыуы инде»,—тип көлә үҙҙәре бикйәндәр... Ауылдаштар осрашҡан көндә лә иге-ҙәктәр байрамға айырым төҫ биреп, йәмләп йөрөнө һәм ойоштороусылар ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Дөрөҫөндә, ауылдаштар байрамында бүләкһеҙ ҡалыусы булмағандыр ул! Олоһона ла, кесеһенә лә ниндәйҙер бүләк биреп, күңелдәрен күрҙеләр. Ауылдың иң ололарына айырым хөрмәт күрһәтелде. Йәл, барыһын да теҙеп яҙып булмай... Шулай ҙа үҙем белгән бер нисә кешене һәм ғаиләне исемләп атап китмәһәм, яҙыҡ булыр... Бикйән ҡыҙы—педагогия хеҙмәте ветераны Венера Сәмиғулла ҡыҙы Солтанова-Мортаева, мәҫәлән, ауыл тарихына байҡау яһап, ауылдаштарының ихлас алҡыштарына лайыҡ булды. Элек был ерҙәрҙә Аҡсура һәм Ҡайраҡлы (рәсми исемдәре Үрге һәм Түбәнге Ғәле) ауылдары халҡы йәйләгән. Киң яландары, уңдырышлы тупрағы, еренең тыныслығы нәҡ ошо ерҙә ауылға нигеҙ һалырға этәргәндер ҙә. Илдә Бөйөк Октябрь революцияһының дауыллы дәүерҙәре, тарихта онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып халыҡ хәтерендә ҡалған 1921 йылғы аслыҡ артта ҡалып, халыҡтың әҙ-мәҙ күҙе асылып, яҡтыға ынтыла башлаған мәлдәрҙә күп урындарҙа төркөм-төркөм халыҡ берләшеп, колхоздар ойоштора башлай. 1928 йылдың февраль айында Аҡсура, Ҡайраҡлы ауылдарында йәшәгән бер төркөм ир-ат, кәңәшләшеп, Бикйән Байсурин тигән кешенең йәйләүе булған ерҙә яңы ауылға нигеҙ һалырға ниәт итә һәм бер нисә ғаилә шул уҡ йылды күсеп тә сыға. Венера апай һөйләүенсә, беренсе булып Мырҙагилде Сафа улы Мортаевтың ғаиләһе күсеп сыҡҡан. Уның артынса тәүгеләр булып
яңы ергә Хәлиулла һәм Ғәбитулла Ғүмәр улдары, Өмөтбай һәм Әхмәҙулла Мөхәммәтсадиҡ улдары, Камалетдин Дауыт улы, Солтанғәле Сәфәрғәле улы Мортаевтар, Аллабирҙе, Әбдрафиҡ, Хә-кимйән Ибраһим улдары Атанбаевтар, Мөхәмәтйән, Мөхәмәтҡәле Лоҡман улдары Байсуриндар, Фәтхулла Ситдыҡ улы, Ғәлимйән Мөхәммәтдин улы, Мотаһар Моталлип улы, Мөхәмәтҡәле Мөхаззар улы, Әғзәм Шаһиғәле улы (граждандар һуғышының «Ҡыҙыл Байраҡ» ордены кавалеры) Дәүләтҡоловтар, Мирзан Солтан улы, Әбделхәй Ғабдулла улы Солтановтар, Айса Ҡорбанғәле улы, Ғилман һәм Ғәлимйән Ғәрифулла улдары, Мөхәммәт һәм Кинйәғәле Йәнғәле улдары Юламановтар, шулай уҡ Бәҙәмша Ҡаһарман улы Ғәниев, Хәлиулла Әсфән улы Байбулатов, Мөхәмәҙей Солтан улы Исламғолов күсеп сыға. Ауылды Бикйән тип атарға килешәләр. Ил саҡырғас, ауылдан 38 ир-егет яуға китә, шуларҙың 26-һы әйләнеп ҡайтмай... Бөгөн яу ҡорбандарының һәм ҡайтып үлгәндәрҙең исем-шәрифтәре улар хөрмәтенә ҡуйылған обелискыны биҙәй. Әйткәндәй, ауылдаштарҙың осрашыуы нәҡ шул обелисикыға сәскәләр һалыу, һуғышта ҡатнашҡандарҙы матур итеп иҫкә алыуҙан башланып китте. Ирҙәре һуғыштан ҡайтмаһа ла, балаларын үҙҙәре ир еткереп, аяҡҡа баҫтырған, колхозда бил яҙмай, ал-ял белмәй егелеп эшләгән тол ҡатындарға ла һәйкәл ҡуйырлыҡ. Байрамбикә, Заһира Мортаевалар, Ғәбиҙә, Бибиямал, Йәмилә Дәүләтҡоловалар, Һәҙиә Исламғолова, Әминә Ғәниева, Зарифа Солтанова, Фәғилә Түләбаева һәм башҡа инәйҙәр ауылдаштарының йөрәк түренән мәңгелеккә урын алған. Ауылда оло хөрмәткә лайыҡ булған ялан батырҙары ла бар.
Мәҫәлән, «Яңы тормош» колхозы рәйесе Фазылйән Әғзәм улы Дәүләтҡолов «Почет Билдәһе» ордены менән наградланһа, ауыл «Башҡорт» совхозына ҡараған йылдарҙа эшләгән Дәүләтҡолов Хәкимйән Ғәлимйән улының тырыш хеҙмәте лә шундай уҡ орден менән баһалана. Әхмәтйән һәм Рәфҡәт Дәүләтҡоловтар, Ҡоҙабай, Йомабай, Шәрифулла Мортаевтар, Әхмәтйән Исламғолов һ.б. һәм башҡалар ҙа игенсе
булараҡ дан ала. Ә уларҙың әсәй-апайҙары, килен-һеңлеләре, хәләл ефеттәре колхоз-совхоздар тарҡалғанға ҡәҙәр гөр-ләп эшләп торған ырҙын табанғында тир түгә. Бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә биргән арҙаҡлы уҡытыусы Ғәбиҙә Сабирйән ҡыҙы Мортаеваның ҡулында уҡып, артабан юғары һәм мах-
сус урта уҡыу йорттарында белем эстәп, хеҙмәттәре менән дан алған Бикйән ауылы ҡыҙҙары һәм улдары ла байтаҡ. Мәҫәлән, Зәйнулла, Сәлимйән Дәүләтҡоловтар, Дамир, Салауат, Венера, Фәрит, Әлфиә, Зөлфирә, Таңһылыу Мортаевалар, Марат, Рәйфә, Зәйтүнә Солтановалар, Ғилминур Ғәниева, Ор-ҡоя Байсурина һәм башҡа бик күптәр тыуған Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын һәм артабан үҫһен өсөн хәләл көстәрен йәлләмәгән хеҙмәт кешеләре!
Бикйән халҡының, осрашыуға ҡайтыу-сыларҙың шатлығын ошо ауыл ҡараған Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакмиәте башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таһиров, Йылайыр районы муниципаль районы
хакимиәте башлығының беренсе урын-баҫары Даян Хәйҙәр улы Юлдыбаев,
Һабыр ауыл биләмәһе хакимиәте баш-лығы Илшат Сәғәҙей улы Солтанов, күрше райондан килгән ҡунаҡтар ихлас уртаҡлашты. Уйын да көлкө, йыр-бейеү менән үткән күңелле осрашыу мәлдәре барыһының да хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр...