Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Май 2019, 13:01

БАЙРАМ БИЛДӘҺЕ—ӘҘӘП

Бына инде мосолмандар көтөп алған, әжер-сауаптарға тулы булған Изге Рамаҙан айы ахырына ла яҡынлашты. Был мәлде мосолмандар бер аҙ моңһоуланып та, шатланып та ҡаршы ала. Моңһоуланыуҙың сәбәбе Аллаһ бөйөк иткән ошо изге ай менән хушлашыу булһа, шатлыҡ унан һуң килгән байрам менән бәйле.Рамаҙан айы тамамланғас, мосолмандар иң мөһим байрамдарҙың береһе—Ураҙа байрамын билдәләй. Байрам намаҙына тиклем фитыр саҙаҡаһын түләп өлгөрөү зарур. Быны Рамаҙан айының һуңғы көнөндә ҡояш байығандан һуң эшләһәң яҡшыраҡ.

Бына инде мосолмандар көтөп алған, әжер-сауаптарға тулы булған Изге Рамаҙан айы ахырына ла яҡынлашты. Был мәлде мосолмандар бер аҙ моңһоуланып та, шатланып та ҡаршы ала. Моңһоуланыуҙың сәбәбе Аллаһ бөйөк иткән ошо изге ай менән хушлашыу булһа, шатлыҡ унан һуң килгән байрам менән бәйле.
Рамаҙан айы тамамланғас, мосолмандар иң мөһим байрамдарҙың береһе—Ураҙа байрамын билдәләй. Байрам намаҙына тиклем фитыр саҙаҡаһын түләп өлгөрөү зарур. Быны Рамаҙан айының һуңғы көнөндә ҡояш байығандан һуң эшләһәң яҡшыраҡ. Фитыр саҙаҡаһын аҙыҡ-түлекләтә мохтаждарҙың үҙҙәренә бирергә була.
Йә иһә, аҡсалата мәсеттәргә тапшырыу ҙа дөрөҫ булыр. Аҙаҡ мәсет әһелдәре был аҡсаларға аҙыҡ-түлек алып, мохтаждарға таратырға тейешле. Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәләм) әйтеүенсә, фитыр саҙаҡаһын түләмәүсенең ураҙаһы ер менән күк араһында эленеп тороп ҡаласаҡ. Шуға күрә Ғәйет намаҙына тиклем фитыр саҙаҡаларын биреп ҡалырға ашығайыҡ. Сөнки фитыр саҙаҡаһы—ураҙаларыбыҙҙағы кәмселектәрҙе ҡаплау сараһы.
Ғәйет намаҙына килгәндә инде, ул Шәүүәл айының тәүге көнөндә була. Ғөмүмән, Ураҙа байрамының билдәле бер әҙәптәре бар. Ошо изге Ғәйет алдынан уларҙы иҫкә төшөрөп үтергә кәрәктер.
1. Байрамға юлланыр алдынан тулыһынса ғөсөл алып, иң матур кейемдәрҙе кейергә, хуш еҫле хушбуй һөртәргә кәрәк. Был—сөннәт ғәмәлдәрҙән. Билдәле булыуынса, пәйғәмбәребеҙҙең тап ғәйет байрамына ғына кейә торған айырым бер кейеме булған. Әммә хушбуй һөртөп сығыу ир-егеттәргә генә ҡағыла. Гүзәл заттарға мәсеттәге сит ир-егеттәр араһында хуш еҫ аңҡытып йөрөү ярамаҫ.
2. Рамаҙан айында мосолмандар сәхәр ваҡытынан алып, ҡояш байып киткәнсә ашап-эсеүҙән тыйылып тора. Әммә ғәйет көнөндә ашап-эсеү тыйылмай. Шуға күрә мәсеткә барыр алдынан, ураҙа бөткәнен күрһәтер өсөн, таҡ күләмдә финик емеше ашау яҡшы булыр. Әгәр ҙә финик булмаһа, икенсе берәй татлы аҙыҡ ашарға ла була.
3. Шулай уҡ ғәйет көнөндә мосолмандар Аллаһты тәкбирҙәр әйтеп ололай. Ғөмүмән, өйҙән сыҡҡандан алып имам вәғәз һөйләй башлағанға тиклем: «Аллаһү әкбәр! Аллаһү әкбәр! Лә иләһә илләллаһү уаллаһү әкбәр! Аллаһү әкбәр үә лилләһил-хәмд!»—тигән һүҙҙәрҙе ҡат-ҡат ҡабатларға була. Был һүҙҙәр: «Аллаһ бөйөк! Аллаһ бөйөк! Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һәм Аллаһ бөйөк! Аллаһ бөйөк һәм Аллаһҡа—маҡтау!»—тигәнде аңлата.
4. Ғәйет намаҙына бөтәһе лә сығырға тейеш. Хатта күремле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтән генә булһа ла башҡа мосолмандарҙың байрамға бәйле намаҙын күҙәтеп тора. Шулай уҡ балаларҙы ла, байрам кәйефен күрһәтер өсөн, үҙең менән бергә алыу яҡшы булыр.
5. Ғәйет әҙәптәренә мәсеткә барғанда бер юл менән барыу, ҡайтҡанда икенсе юл менән ҡайтыу ҙа инә.
6. Ғәйет көндө бер-береңде байрам менән ҡотлау ҙа маҡтаулы ғәмәлдәрҙән. Сөнки был көндө мосолмандар бер-береһе менән шатлығын уртаҡлашырға, тирә-йүндәгеләргә ҡыуанысын күрһәтергә тейеш. Ҡотлашҡанда үҙ телеңдә матур һүҙҙәр әйтергә лә, йә иһә: «Тәҡәбәллаһү миннә үә минкүм!»—тип әйтергә лә була. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе: «Аллаһ һеҙҙән дә, беҙҙән дә ҡабул итһен!»
7. Бер-береңде ҡотлауҙан тыш, ғәйет көндө матур бүләктәр бирешеү ҙә—бик матур ғәмәлдәрҙән. Был көндө ата-әсәйеңде, балаларыңды, дуҫтарыңды бәләкәс кенә булһа ла бүләктәр менән ҡыуандырыу араларҙы тағы ла нығытасаҡ, байрам кәйефен арттырасаҡ.
Аллаһ ризалығы өсөн ошо ғәмәлдәрҙе ихлас башҡарыу әжер-сауаптарыбыҙҙы арттырыр, күңелдәребеҙҙе пакландырыр һәм иманыбыҙҙы көсәйтер.
Н. Сәйғәфәрова әҙерләне.