Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Май 2019, 10:46

Музейҙар ҙа үҙгәреш кисерә

Үткән быуаттарҙа музейҙар барлыҡҡа килеп, бөгөнгәсә һаҡланған мә-ҙәни институция булараҡ, улар йәмғиәттә мөһим урын биләй. Әйтергә кәрәк, әгәр ҙә кешелек тормошонда беренсе музейҙар 2,5 мең йыл элек барлыҡҡа килһә, Рәсәйҙә 1714 йылда, Петр I ҡарары буйынса, Кунсткамера асыла, Башҡортостанда иһә 1864 йылда Өфө губернаторы Григорий Аксаков тәҡдиме буйынса губерна музейы (Милли музей) ойошторола башлай. Сибай ҡалаһындағы музей ҙа ҡала менән йәнәш үҫкән, ул 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Фондтарҙа 12 меңдән ашыу ҡомартҡы һаҡлана, йылына 20 мең тирәһе кеше музейға килә.

XXI быуат башындағы үҙгәрештәр мәҙәниәт өлкәһендәге сәйәсәткә лә тәьҫир итә. Унан музейҙар ҙа ситтә ҡала алмай. Яңы информацион технологиялар заманында төрлө музейҙар, күргәҙмәләр, экспозициялар тураһында белешмәне төрлө сығанаҡ-тарҙан алып була, улай ғы-на ла түгел, виртуаль рәүештә донъяның төрлө урындарында урынлашҡан музейҙарҙа ла сәйәхәт ҡылырға мөмкин. Был шарттарҙа музей эффект-лы эшләһен өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, төрлө йәштәге аудиторияға йүнәлтелгән программалар әҙерләйбеҙ, фондтарҙа булған предметтарҙы музей фондының дәүләт каталогына индерәбеҙ. Был мөһим эште Рәзилә Барит ҡыҙы һәм Нурзилә Мөрит ҡыҙы еренә еткереп алып бара. 2015 йылдан музей коллективы «Сибай музе-йының тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары» ғилми материалдар йыйынтығын даими сығарып килә. Был йә-һәттән тарих фәндәре кандидаты Миннур Шәриф ҡыҙы Шәһиева етәкләгән ғилми бүлек йәш хеҙмәткәрҙәр Нәйлә Илшат ҡыҙы һәм Артур Әмир улы менән берлектә маҡтаулы эшләй.
Һөнәри байрам айҡанлы «Музейҙар төнө» уҙғарыла. Унда тамашасы-ларҙы төрлө мәҙәни программа көтә, быйылғы формат та биҡ ҡыҙыҡлы. Беҙгә килеүселәр Театр йылына бағышланған күргәҙмәне асыуҙа ҡатнашасаҡ, Йәноҙаҡ Ҡылысовтың күргәҙмәһен күрәсәк. Шулай уҡ музей диктантын да ла ҡатнашырға мөмкин. «Беренсе республика» фильмын күрә алаһығыҙ, төрлө викторина, квест уйындары, оҫталыҡ дәрес-тәре ойошторола. Инеү хаҡы 50 % ташлама менән буласаҡ, ә Рәсәй халыҡтарының милли кейемендә килгәндәргә—инеү бушлай. Рәхим итегеҙ! Көтөп ҡалабыҙ!
Альбина Ярмуллина, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.