Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Май 2019, 12:33

ЯУГИРҘАРҘЫ ҺАҒЫНЫП...

9 Май—Бөйөк Еңеү көнөЕңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә,Бер битеңдә—моңһоу ай һаман.Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән һаман йәш тама...(Мостай Кәрим).Бөтә кешелек донъяһы Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләргә әҙерләнеп, әҙ генә ҡалған һуғыш ветерандарына оло хөрмәт күрһәтелгәндә инде беҙҙең арала булмаған яугирҙар, уларҙың данлы һәм шанлы фронт юлдары, фиҙакәр хеҙмәте иҫкә төшә, күңелдәрҙә һағышлы хистәр уята.

9 Май—Бөйөк Еңеү көнө
Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә—моңһоу ай һаман.
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән һаман йәш тама...
(Мостай Кәрим).
Бөтә кешелек донъяһы Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләргә әҙерләнеп, әҙ генә ҡалған һуғыш ветерандарына оло хөрмәт күрһәтелгәндә инде беҙҙең арала булмаған яугирҙар, уларҙың данлы һәм шанлы фронт юлдары, фиҙакәр хеҙмәте иҫкә төшә, күңелдәрҙә һағышлы хистәр уята.
9 май—Еңеү көнө яҡынлашһа, үҙемә үҙем урын таба алмайым. Яу ҡырында ятып ҡалған, мин күрмәгән туғандарымдың (сөнки мин һуғыштан һуң—1948 йылда ғына тыуғанмын) әсе яҙмышы уйландыра. Атай мәрхүм—Бикмәтов Ниғәмәтулла Һибәтулла улы—иҫкә төшә. Ул да немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡан яугирҙармҙың береһе. Көнсығыш Пруссияның баш ҡалаһы Кенигсбергты алыу өсөн барған ауыр һуғыштарҙа ҡатнаша. Германияны еңгәс, уларҙың часын Алыҫ Көнсығышҡа Япон милитаристарына ҡаршы һуғышҡа ташлайҙар. Хинган тауҙары артылыштарын үтеп, Манчжурияла тупланған бер миллионлыҡ Квантун армияһын тар-мар итеүселәрҙең береһе. Хәтерләйем, бала саҡта атайҙың «Кенигсбергты алған өсөн», « Германияны еңгән өсөн» һәм башҡа, әсәйҙең «Әсәлек даны» миҙалдарын алып йөрөп уйната торғайныҡ. Хинган артылышын үткән өсөн Сталиндың Рәхмәт хаты ла бар ине.
Мин етенсе класта уҡыған саҡта ата-йым ҡаты ауырып китте һәм вафат булды. Туғандарымдың: «Беренсе пенсияһы ер-ләүгә китте»,—тигәндәре хәтергә һеңеп ҡалған. Fаиләлә мин туғыҙынсы—кинйә бала инем. Иң өлкән Йәүҙәт ағайым да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Контузиянан һуң госпиталдә ята. Яҡшылап күҙе күрмәгән, ҡолағы ла ишетмәгән ағайымды хәрбиҙәр ауылға тиклем оҙатып алып килә. Беҙҙең Баймаҡ районы Икенсе Эт- ҡол ауылынан һуғыштан тере ҡайтҡан берҙән-бер офицер була ул.
Бала саҡта Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен аңлап та етмәгәнбеҙҙер ҙә инде. Мәктәпте бөткәс, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, «Һәүәнәк» совхозында әҙерәк эшләп тә алғас, үҙем дә әрме сафына алындым. Шуныһы ҡыҙыҡ: мин дә атайым кеүек Алыҫ Көнсығышта, Тымыҡ океан ярында хеҙмәт иттем. Атайымдың эҙенә баҫып йөрөгәндәй тойҙом үҙемде. Полктың өлкән табибы подполковник Хәзиев Мөхтәр Хәзей улы һуғыш ветераны ине. Ул беҙгә, һалдаттарына, атай һымаҡ булды. Мин уның ҡулы аҫтында санинструктор, фельдшер булып хеҙмәт иттем. Тыныс ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, хәрби миҙал менән бүләкләнеп ҡайттым.
Байтаҡ йылдар үтте. Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың Мерәҫ бригадаһында зоотехник, райондың «Октябрь байрағы» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгәндә һуғыш ветерандары, колхоз рәйесе Халиков Хәбибнәжәр Һиҙиәт улы, мөхәррир Сәмиғуллин Борхан Абдулла улдарынан тормош һабаҡтары алдым. 1975 йыл, Мерәҫ бригадаһы айырылып, «Таналыҡ» колхозы төҙөлгәс, баш зоотехник, колхоз рәйесе булып эшләргә насип булды. Шул йылдарҙа Бөйөк Еңеү көнөн юғары кимәлдә үткәрә башланыҡ. Хәтерҙә, 9 Май көнө Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдары һуғыш ветерандары, уҡыусылар, уҡытыусылар, башҡа халыҡ йыйылып Еңеү паркындағы «Еңеүсе һалдат» һәйкәленә һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә сәскәләр һала инек. Әйткәндәй, 1983 йылда Мерәҫ һәм Бәхтегәрәй ауылдары янындағы ҡарағас урмандарын кәртәләп, парктар эшләгәйнек. Техника һәм мал тапамағас, йәш ҡарағастар матур булып үҫеп китте. Ветерандарыбыҙҙың тамағын ялғатып, «наркомовский 100 грамм» төшөрттөрөп, автобус менән күрше Бәхтегәрәй ауылына оҙата торғайныҡ. Юлда, ғәҙәттәгесә, Ҡушйылға тигән урынға туҡтап, сылтырап ағып сыҡҡан ике шишмәнең һалҡын һыуын тәмләп китерҙәр, Бәхтегәрәй ауылы паркындағы стела янында уларҙы көтөп торған бар ауыл халҡы менән митинг үткәреп, һуғыш ҡорбандарына гөлләмәләр һалырҙар ине.
Fөмүмән, «Таналыҡ» колхозында ветерандарға ғына түгел, ҡалған халыҡҡа ла иғтибар көслө булды. Йыл һайын бер һуғыш ветераны һәм бер Герой-әсәгә (улар бишәү ине) колхоз иҫәбенә өй һалып бирә торғайныҡ. Ул яҡшы йола беҙ күсеп киткәс тә дауам иткәндер тип уйлайым.
Бөйөк Ватан һуғышына Мерәҫ ауыл советынан 116 кеше китә. Шуларҙың ҡап яртыһы тыуған иленә кире әйләнеп ҡайта алмай, фронт яландарында һәләк була. Был—шундай ҙур фажиғә. Күпме ҡатын тол, күпме бала атайһыҙ, күпме сабый донъяға тыумай ҡала...
Мин Мерәҫкә 1971 йылдың февралендә килдем. Һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан кешеләрҙең 31-е тере ине әле. Бына улар: Аҙғолов Сирғәле Байрам улы—пенсияға сыҡҡансы тракторсы булды, Байрамғолов Бәҙретдин Фәхретдин улы—ферма мөдире, урман ҡарауылсыһы, Байрамғолов Мөхөтдин Фәхретдин улы—шахтер, балта оҫтаһы, Ваһапов Fиззәт Зиннәт улы—райсовет рәйесе, Сибай ҡала партия комитеты хеҙмәткәре, Вәлиев Әнүәр Йосоп улы—төҙөүсе, Вәлләмов Һибәт Һиҙиәт улы—механизатор, келәт мөдире, Fазин Хәсән Муллағәләм улы—хисапсы, Иҫәнаманов Йомағужа Зариф улы—малсы, Ҡаһарманов Ишбулды Фазлиәхмәт улы—механизатор, келәт мөдире, Килдейәров Әҡмөхәмәт Сәхиулла улы—Сибайҙа йәшәне, келәт мөдире, Килдейәров Ибраһим Шаһимарҙан улы—бригадир, Мифтахетдинов Сабирйән Харис улы—ферма мөдире, тимерсе, Мөхәмәҙиәнов Fиниәт Латип улы—уҡытыусы, Нәҙербаев Юныс Сафа улы—Баймаҡ машзаводы эшсеһе, Рәхмәтуллин Зәкир Вәли улы—колхоздың беренсе тракторсыһы, өлкәнәйгәс почта ташыны, Рыҫмөхәмәтов Хажғәле Хажи улы—механик, бригадир, бөгөн һау ҡалған берҙән-бер ветеран, Рыҫмөхәмәтов Әхмәтхажи Сибәғәт улы—колхозсы, Сәғитов Ирғәле Мырҙағәле улы— колхозсы, өлкәнәйгәс тә Торф фермаһын ҡарауылланы, Сырлыбаев Рәфҡәт Әшрәф улы—бригадир, прораб, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсеһе, Тутаев Мирза Нурғәле улы—урман ҡарауылсыһы, Хәмитов Хәбибрахман Хәйрулла улы—ауыл советы рәйесе, Хәсәнов Муллағәле Мырҙағәле улы—бригадир, Хәсәнов Әбделҡадир Мәғәфүр улы—йылҡысы, яланда эшләгән механизаторҙарға яғыулыҡ, төшкө аш ташыусы, Хәсәнов Әхмәт Мәғәфүр улы—ауыл советы рәйесе, ҡырсылыҡ эшсәндәрен хеҙмәтләндереүсе, Хоҙайбирҙин Исмәғил Сәғәҙей улы—һуғышҡа машинаһы менән китеп, машина менән әйләнеп ҡайтҡан данлыҡлы һунарсы, Шафиҡов Fәрифулла Нотфулла улы—чабан, Ямантаев Fәббәс Мифтахетдин улы—йылҡысылыҡ фермаһы мөдире, Ямантаев Fәле Иҙрис улы—баш бухгалтер, Ямантаев Иҙрис Мифтахетдин улы—малсы, Ямантаев Рәфҡәт Хунафи улы—шофер, Йәнтүрин Фәтхулла Заһит улы— чабан.
1990 йылдың декабрендә мине Салауат исемендәге колхоздың рәйесе итеп һайланылар. Тәҡдим булғас та Ниғәмәт ауылында Бикмәтов Әнүәр Яҡуп улына кәңәш һорап барҙым. Ул ихлас күңелдән: «Әйҙә, Ирек ҡустым, кил, бында халыҡ арыу, эшсән ул. Ололар һинең атайың Ниғәмәт ағайҙың беҙҙең колхоз рәйесе булып эшләгәнен һаман да хәтерләй әле»,—тине.
Мин эшкә килгәндә был колхоз, етәкселәр йыш алмашыныу сәбәпле, бөлгөнлөккә төшөп бара ине. Бында ла мин иң тәүҙә һуғыш ветерандарына таянып эшләнем, уларҙың кәңәшен тоттом. Улар эскерһеҙ ярҙамлаша торғайны. Ҡапыл-ҡара йәшәр урын булмағас, ветеран уҡытыусылар, һуғыш ветераны Сирғәлин Ишбулды Нурғәле улы менән Әминә Нәжметдин ҡыҙының йортонда фатирҙа торҙом. Уларҙың күршеләре Утарбаев Әхмәтдин Мөхәмәтдин улы һәм Мәүлитов Фәтих Солтанғәзи улы менән аралаша торғайныҡ. Мәктәптең элекке директоры Лоҡманов Мансур Ибәтулла улы, Ниғмәтуллин Насип Сибәғәт улы, Мозафаров Ирғәле Сәйәх улы, Мөхәрләмов Әбделфәиз Зәйнулла улы, Әхмәт һәм Хисмәт Fиниәт улдары Рәхимовтар, Уразбаев Айса Сәғит улы, Хисаметдинов Әхмәтсафа Мәғәфүр улы, Яҡупов Шәһиғәле Хансолтан улы, Әхмәтов Вәли Fәле улы, Fайсин Әғзәм Шөғәйеп улы, Исмәғилов Ибраһим Мәғзүм улы, Ильясов Хәлил Баязит улы, Дәүләтшин Сөләймән Fиниәт улы, Зәйнуллин Мырҙағәле Дусғәле улы, Мозафаров Ирғәле Сәйәх улы, Мусин Хәүәрис Лоҡман улы осрашҡан һайын йылы һүҙҙәр әйтеп, кәңәштәренән ҡалдырманылар. Мусин Әғзәм Лоҡман улы минең әсәйем Мәмбәтҡолова Шәмсиямал Мөжәүир ҡыҙын беренсе уҡытыусым, мөғәллимәм булды, тиер ине.
Колхоз эштәрен барлап сыҡҡас, ғаиләмде алып һуғышта булған туғандарымдың хәлен белеп килер өсөн юлға сығыр инем. Тәүҙә Икенсе Этҡол ауылында йәшәгән Йәүҙәт ағайымдарға инер инек. Артабан Сибай ҡалаһына юлланабыҙ. Унда әсәйемдең бер туған ҡустыһы, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны, эскадрон командиры, Ленин, өс тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ һәм башҡа бик күп орден, миҙалдар кавалеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай педагогия училищеһын ойоштороусыларҙың береһе, ил мәғарифын үҫтереүҙә ҡаҙанған уңыштары өсөн республикала беренсе булып Ушинский миҙалы менән бүләкләнгән шәхес, Баймаҡ, Сибай ҡалаларының, Темәс ауылының почетлы гражданины Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улының, әсәйемдең һеңлеһе Гәүһәр апайҙың тормош юлдашы, шахтер еҙнәйебеҙ Солтанов Хәмиҙулла Миңнеәхмәт улының хәлдәрен белеп, ҡотлап ҡайтыр инек. Ә инде кис Мерәҫ ауылында Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғыш инвалиды, заманында колхоз, ауыл советтары рәйесе булып эшләгән ҡайным Хәмитов Хәбибрахман Хәйрулла улын ҡотлар инек.
Был ваҡиғаларға ике тиҫтәнән ашыу йыл үтеп тә киткән. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалып бара. Шулай ҙа мин уларҙың береһен дә онота алмайым. Улар беҙҙең илде генә түгел, бөтә кешелек донъяһын фашизмдан азат иткән кешеләр бит. Һуғышта емерелгән илде аяҡҡа баҫтырыусылар ҙа. Беҙ уларҙың алдында мәңге бурыслыбыҙ. Шуға күрә яҡты рухтарына баш эйәйек.
Ирек Бикмәтов,
Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Һүрәттә: «Таналыҡ» колхозы ветерандарының 1988 йылда Еңеү көнө Еңеү паркында төшкән фотоһы. Мерәҫ ауылы.