АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Май 2019, 12:37

УЛАР БЕҘҘЕҢ АЛТЫН ТЕРӘК

9 Май—Бөйөк Еңеү көнөБөйөк Еңеү көнө беҙҙең ғаилә өсөн элек-электән көтөп алған иң ҙур байрам. Сөнки был афәтте беҙ китап аша, кино ҡарап ҡына түгел, унда ҡатнашҡан атайыбыҙ һөйләүҙәренән дә беләбеҙ. Атайыбыҙ Хис-мәт Fиниәт улы Рәхимов 1924 йылда Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуған. 1941 йылда ауылында мәктәпте тамамлап, «Үрнәк» колхозында хеҙмәт юлын башлаған. 1942 йылда башҡа тиҫтерҙәре менән бергә ул да фронтҡа алына. Хәрби әҙерлек үткәс, ул башта Амурҙағы Ҡыҙыл Байраҡлы флотилияның «Зенит» карабында отделение командиры була. Япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша.1947 йылдан Хабаровск ҡалаһында Амур флотилияһы курсанты булһа, 1948 йылда лейтенант Рәхимов политрук итеп үрләтелә.

9 Май—Бөйөк Еңеү көнө
Бөйөк Еңеү көнө беҙҙең ғаилә өсөн элек-электән көтөп алған иң ҙур байрам. Сөнки был афәтте беҙ китап аша, кино ҡарап ҡына түгел, унда ҡатнашҡан атайыбыҙ һөйләүҙәренән дә беләбеҙ. Атайыбыҙ Хис-мәт Fиниәт улы Рәхимов 1924 йылда Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуған. 1941 йылда ауылында мәктәпте тамамлап, «Үрнәк» колхозында хеҙмәт юлын башлаған. 1942 йылда башҡа тиҫтерҙәре менән бергә ул да фронтҡа алына. Хәрби әҙерлек үткәс, ул башта Амурҙағы Ҡыҙыл Байраҡлы флотилияның «Зенит» карабында отделение командиры була. Япон милитаристарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша.1947 йылдан Хабаровск ҡалаһында Амур флотилияһы курсанты булһа, 1948 йылда лейтенант Рәхимов политрук итеп үрләтелә.
1948 йылда әрме сафынан демобилизацияланғас, тыуған яҡтарына ҡайтып төрлө етәксе вазифаларҙа эшләй. 1950 йылда Баймаҡ районының Төркмән ауылының «Каганович» колхозында, унан һуң 1952 йылдан «Һаҡмар» колхозында партия комитеты секретаре, 1957 йылдан Йомаш ауыл Советы рәйесе, Салауат исемендәге колхозда комплекслы бригада етәксеһе була. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, 1970-1984 йылдарҙа Сала-уат исемендәге колхозда агроном булып эшләй.
Атайыбыҙ эштән ҡайтып инмәне, һуғыш тураһында һөйләргә бик яратманы. Малайҙары булһа, бәлки, ул яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын асылып бәйән дә итер ине. Беҙгә, өс ҡыҙына, ул бик асылманы.
Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт ветераны булған атайыбыҙҙың түшен II, III дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, «Жуков», Бөйөк Еңеүҙең 40, 50 йыллыҡ юбилей миҙалдары биҙәне.
Һуғыш касафатын үҙ иңендә үткәргән атайыбыҙ арабыҙҙан иртә китте. Аллаға шөкөр, әсәйебеҙ, ветерандың тол ҡатыны Хәбирә Йыһанур ҡыҙы Рәхимова иҫән һәм уға бы-йыл Бөйөк Еңеү көнө алдынан 90 йәш тула. Ҡәҙерлебеҙ 1929 йылдың 5 ма-йында Баймаҡ районының Бәләкәй Төркмән ауылында Йыһанур һәм Зөләйха Асҡаровтарҙың 7-се балаһы булып донъяға килгән. Уға 2 йәш кенә булғанда, 8 балаһын етем итеп, ғаилә башлығы мәрхүм була. Яңғыҙ әсә ҡулында тәрбиәләнгән балалар бик иртә ҡул араһына инә. Әсәйебеҙ ҙә иген утау, башаҡ йыйыу, ҡырҙа ятып борсаҡ йыйыу, бәрәс ҡарау, яҙ сәсеүҙә ер тырматыу, йәй бесән сабыу, ҡыш үгеҙ егеп колхоз малына бесән ташыу кеүек эштәрҙә ҡатнаша. Әҙ генә үҫкәс тракторға ултырып ер һөрә, көҙ уңыш йыя. 6-сы класты тамамлағас, 4 ауылға почтальон булып эшләй. Ауылдар араһында һыбай йөрөп гәзиттәр тарата. 7-се кластан һуң инде колхоз эшенә йәлеп ителә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 12 генә йәш була. Эштә сыныҡҡан ҡыҙға ауыр осорҙарҙа йән аҫрау еңелдән булмай. Әсәһе, апайҙары, ҡустыһы менән бөтәһе лә фронт өсөн тип тырышып эшләп, хәсрәтле мәлдәрҙе бергәләп үткәрәләр.
Һуғыш тамамланып, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашҡас, халыҡтың яйлап йәшәйеше яҡшыра төшә. 1950 йылда әсәйебеҙ һуғыштан имен әйләнеп ҡайтҡан атайыбыҙ Хисмәт Рәхимовҡа кейәүгә сыға. Йәштәр матур итеп донъя ҡора, атайыбыҙ ғүмер буйы колхоз баҫыуҙарында алтын башаҡлы иген үҫтерһә, әсәйебеҙ балалар баҡсаһында эшләне. Тик тормоштары шатлыҡлы, күңелле ваҡиғаларҙан ғына тормаған шул. Ауыл күрке булған йорттары янып китеп, алмалай 3 балаһы фажиғәле һәләк була. Ошо ҡара ҡайғыны улар бергәләп үткәрә, бөгөлөп төшмәй. Аллаһ ҡөҙрәте менән улар тағы өс ҡыҙға—Әнисә, Райхана, Таңһылыуға ғүмер бүләк итеп, алтын туйҙарына ҡәҙәр татыу йәшәү бәхетен кисерҙе.
Әсәйебеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны булараҡ, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алды. Хәҙерге матур тормошто ожмахҡа тиңләп, ҡыҙҙарының, 5 ейәненең, 3 бүлә-бүләсәренең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йә-шәй. Оло йәштәге хеҙмәт ветеранының миҙалдары ла бик күп.
Уның сабырлығына, сыҙамлығына һоҡланабыҙ, үрнәк алабыҙ. Ҡәҙерлебеҙ аш-һыу әҙерләүгә әүәҫ, тәмле-татлы ризыҡтарын бешереп, еләк-емештәр ҡайнатмалар әҙерләп һәр беребеҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршылай. Күршеләре менән татыу йә-шәне, беҙҙе, ҡыҙҙарын да, үҙ өлгө-һөндә тәрбиәләне. Сәскәләр үҫтерергә маһир, йәй ишек алды аллы-гөллө сәскәләргә күмелһә, ҡыш тәҙрә төбөбөҙ тулы гөл булды. Боронғо көйҙәр йырларға ярата, айырыуса тыуған яғынан аҡҡан Төйәләҫ йырына өҫтөнлөк бирә. Рәхимовтар 3 ҡыҙына ла белем алырға ярҙам итте. Fәзиздәребеҙҙең: «Донъяны, хеҙмәтте яратығыҙ, яҡшылыҡ ҡылығыҙ, мәрхәмәтле булығыҙ»,—тип өйрәткәндәрен һәр беребеҙ тормошона девиз итеп алды. Өфөлә төпләнгән Әнисә Хисмәт ҡыҙы шәфҡәт туташы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 30 йылдан ашыу ғүмерен бағышланы. Беҙ, Сибайҙа йәшәгән Райхана һәм Таңһылыу ҡыҙҙары—мәғариф өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт иткән белгестәр.
Әлеге көндә әсәйебеҙ Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында беҙҙең ғаилә менән бергә йәшәй.
Таңһылыу Рәхимова.
Арҡайым ҡасабаһы.