АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Май 2019, 12:20

ӘЛЕ ЛӘ САФТА

9 Май—Бөйөк Еңеү көнөХәйбулла районында йола буйынса 9 Май—Бөйөк Еңеү көнө алдынан ветерандар араһында шахмат турниры ойошторола. Быйылғы сара «Быуындар кубогы» исеме аҫтында үтеп, унда төбәктән һәм Ырымбур өлкәһенән 100-ҙән ашыу шахматсы ҡатнашҡан. Ярышыусылар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 94 йәшлек Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшевтың да булыуы турнирға оло мәртәбә өҫтәгән.

9 Май—Бөйөк Еңеү көнө
Хәйбулла районында йола буйынса 9 Май—Бөйөк Еңеү көнө алдынан ветерандар араһында шахмат турниры ойошторола. Быйылғы сара «Быуындар кубогы» исеме аҫтында үтеп, унда төбәктән һәм Ырымбур өлкәһенән 100-ҙән ашыу шахматсы ҡатнашҡан. Ярышыусылар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 94 йәшлек Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшевтың да булыуы турнирға оло мәртәбә өҫтәгән.
Тағы шуныһы ҡыуаныслы: Иҙрис һәм Гөльямал Түләшевтар быйыл Ағалтын туйҙарын—бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләй.
Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшев 1925 йылдын 18 июлендә Хәйбулла районының (хәҙер Йылайыр районы) Һабыр ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Иҙристең атаһына Иләс (Турат) ауылындағы Шәрифулла Ҡунаҡасов тигән туғаны: «Һеҙҙең балаларығыҙ күмәк, минең берәү ҙә юҡ»,—тип 5 йәшлек малайҙы үҙенә тәрбиә-гә биреүен һорай. Түләшевтар риза булғас, ул Иҙристе алып ҡайта һәм үҙ балаһы кеүек бағып үҫтерә. Урта белем алыу теләге менән 9-сы класҡа Аҡъяр мәктәбенә барырға ниәтләнеп йөрөгәндә фашистик Германия беҙҙең илебеҙгә мәкерле һөжүм итә.
Йәйге каникулдар осоронда тәжрибә туплап өлгөргән Иҙрис Әбделкәрим улын «Яңы юл» колхозына хисапсы итеп эшкә алалар.1942 йылдың август айында Иләс ауыл Советының сәркәтибе итеп һайлана.1943 йылдың 19 ғинуарында Ҡыҙыл Армия са-фына саҡырыу ҡағыҙы ала. Чкалов (хәҙер Ырымбур) өлкәһенең Тоцк станцияһы янындағы лагерҙа һәм Чкалов хәрби пулемет училищеһында хәрби һөнәргә өйрәнгәс, 19 июлдә һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алына һәм Мәскәү өлкәһенең Ступино ҡалаһында 17-се гвардия бригадаһында хеҙмәт итә. 1944 йылдың июлендә 2-се Белоруссия фронты составында беренсе тапҡыр дошман менән осраша. Улар бер ыңғайҙан бандеровсыларға ҡаршы ла көрәш алып бара. Белорусияны азат иткәс, 1945 йылдың 4 ғинуарынан 3-сө Украина фронты составында Венгрия, Чехословакия илдәрен немец-фашист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта ике тапҡыр яралана. Австрияның баш ҡалаһы Венаны алғас, уларҙың часын Чехословакияның баш ҡалаһы Прагаға ярҙамға ебәрәләр. Артабан Знойма, Йиглава, Табор ҡалаларын азат итәләр.
8 май көнө Тын ҡалаһы янында фашистик Германияның еңелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр ишетәләр. Һуғыш бөтөүгә ҡарамаҫтан, июль айына тиклем ҡаршылыҡ күрһәтеүен дауам иткән дошман ҡалдыҡтарын тар-мар итәләр.
Иҙрис Түләшевты 1945 йылдың декабрендә Тула ҡалаһындағы 106-сы һауа-десант дивизияһына күсерәләр, унда тағы ла 4 йыл хеҙмәт итә. Хәйбулла районына тик 1949 йылдың апрелендә генә ҡайтырға насип була.
Яу яланында сыныҡҡан яугир шунда уҡ эшкә тотона. Башта Иләс ауыл клубы мөдире, 1951 йылдың мартынан КПСС-тың Хәйбулла райкомында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы вазифаһын башҡара. 1956 йылдың авгусынан район гәзите редак-цияһына эшкә килә һәм унда 30 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, отставкалағы капитан Иҙрис Әбделкәрим улы Түләшевтың хәрби батырлығы һәм хеҙмәт ҡаҙаныштары хөкүмәт тарафынан юғары баһалана. I дәрәжәле Ватан һуғышы ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Венаны алған өсөн», тыныс хеҙмәттә ике тапҡыр «Хеҙмәт батырлығы өсөн», күп һанлы юбилей миҙалдары, билдәләр һәм Почет грамоталары менән бүләкләнгән. 1981 йылдың ноябрендә «БАССР-ҙың атҡаҙанған сиҙәмсеһе» исеме бирелгән.
Күреүегеҙсә, ветеран әле лә сафта. Иҙрис Әбделкәрим улы оло йәштә булһа ла мәктәп уҡыусылары, уҡыу йорттары студенттары менән осрашыуҙарға йөрөп, киләсәк быуында патриотик рух тәрбиәләй, тыуған илде, тыуған ерҙе яратырға өйрәтә.
Гөлдәр Ҡадаева.