Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Май 2019, 12:24

БАЛҠЫШТАРҘАН ТОРҒАН ҒҮМЕР

9 Май—Бөйөк Еңеү көнөДонъяла ике изге төшөнсә бар. Улар—халыҡ һәм шәхес. Һәр бер шәхес үҙ халҡы менән көслө булһа, һәр халыҡ үҙенең шәхестәре менән көслө. Ваҡыт тигәндәре бер кемде лә, бер нәмәне лә аямай. Ләкин аҫыл улдары ҡалдырған яҡшы эҙҙе халыҡ күңеленән ваҡыт ағышы юйып ташлай алмай, киреһенсә, йылдар үткән һайын был ғали йәндәр ғәзизерәк була бара. Рамаҙан Өмөтбаев—бына шундай бөйөк шәхестәрҙең береһе.

9 Май—Бөйөк Еңеү көнө
Донъяла ике изге төшөнсә бар. Улар—халыҡ һәм шәхес. Һәр бер шәхес үҙ халҡы менән көслө булһа, һәр халыҡ үҙенең шәхестәре менән көслө. Ваҡыт тигәндәре бер кемде лә, бер нәмәне лә аямай. Ләкин аҫыл улдары ҡалдырған яҡшы эҙҙе халыҡ күңеленән ваҡыт ағышы юйып ташлай алмай, киреһенсә, йылдар үткән һайын был ғали йәндәр ғәзизерәк була бара. Рамаҙан Өмөтбаев—бына шундай бөйөк шәхестәрҙең береһе.
Заман йөрәгенең тибештәрен үҙ йәнендә тойоп, башҡорт халҡының яҙмышы, киләсәге тураһында борсолоп, уның ҡайғы-хәсрәттәрен үҙ ҡайғыһы күреп йәшәгән арҙаҡлы ил уҙаманы, яратҡан әҙиптәребеҙҙең береһе Рамаҙан Fимран улы Өмөтбаевтың оло юбилейы.
Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, яҙыусы һәм публицист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, иҡтисади фәндәр кандидаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ленин ордены кавалеры Р.Өмөтбаевҡа ошо көндәрҙә 95 йәш тулған булыр ине.
Уның юбилейын билдәләгән көндәрҙә республикабыҙҙа күп эштәр башҡарыла.
Күптән түгел Сибай ҡалаһының башҡорт лицейында Рамаҙан Өмөтбаевтың хәтер кисәһе булып үтте.
Сараны лицей уҡытыусыһы И.Ә.Ырыҫбаевтың ул яратып йырлаған «Томан» йыры менән башлап ебәреүе кисәгә йәм өҫтәне. Замандаштарының хәтерендә Р.Өмөтбаев башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенә генә хас маһирлыҡ, әһәң менән башҡарыусы булараҡ һаҡлана. Ысынлап та, ғүмере лә уның моңло бер йыр кеүек...
2005 йылдың майында Сибай ҡалаһының башҡорт лицейына халҡыбыҙҙың данлы улы Рамаҙан Fимран улы Өмөтбаев исеме бирелде. Ошо исемде абруйлы белем усағы оло ғорурлыҡ менән йөрөтә.
«Рамаҙан Өмөтбаев—ҙур вазифалар һәм оло эштәр башҡарырға өлгәшкән, дәүләт наградаларына лайыҡ булған, күп яҡлы талант эйәһе, бөтә аңлы ғүмерен халҡының уй-теләктәрен, ынтылыштарын тормошҡа ашырыу өсөн көрәшеп, ижади эҙләнеп, ҙур бейеклектәргә күтәрелгән мәшһүр ил ағаларыбыҙҙың береһе»,—тип хәтерләне уның тураһында Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе И.Н. Бикмәтов.
«Был шәхестең һәр эше, уңышы республикабыҙ халҡы өсөн хеҙмәт итеүгә арналған»—тине, тантананы дауам итеп, лицей директорының уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Ә.А.Игебаева. Ул Р.Өмөтбаевтың туғандары Хәнифә Fимран ҡыҙына һәм Гөлсирә Ҡыуандыҡ ҡыҙына йыл һайын уҡыусыларҙы дәртләндереп аҡсалата премия биреп тороуҙары өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Лицейыбыҙға күренекле шәхестең исемен биреүҙә күп күп көс һалған уҡытыусылар исеменән Д.Ә.Шәкирова «Рамаҙан ағайға ҡобайыр» исемле шиғырын уҡып ишеттерҙе.
2005 йылдан тырыш уҡыусылар өсөн Өмөтбаевтар нәҫеле тарафынан булдырылған премияны тапшырыу лицей тормошоноң матур традицияһына әйләнде. Был юлы халыҡ-ара, республика, ҡала фәнни конференцияларында еңеүсе, шулай уҡ, республика, ҡала бәйгеләрендә, олимпиадаларҙа урындар яулаусы, лицейҙың бөтә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы ун уҡыусы ошо мәртәбәле бүләккә лайыҡ булды.
Уҡыусыларҙы абруйлы премияға лайыҡ булыуҙары менән ҡотлап, Н.М.Кейекбирҙин етәкселегендәге ҡурай ансамбле сығыш яһаны. Уҡытыусылар коллективы башҡарған «Төйәләҫ» йыры ла һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны, тел һәм милләт киләсәге өсөн борсолоп йәшәүсе Р.Ф.Айсыуаҡованың сығышы кисәгә йәм өҫтәне. «Ир-егеттәр үлә, даны ҡала, тигән халҡыбыҙ. Рамаҙан Өмөтбаевтың данлы исеме, бөйөк эштәре, яҡты иҫтәлеге мәңге һаҡлана. Тормошҡа, халҡына мөкиббән бирелеп, замандың ауыр ҡаршылыҡтары осрағында ла, илем, телем тип йән атып йәшәне»,—тине мәғариф ветераны Рәсимә Фитрат ҡыҙы.
Кисәне музыкаль яҡтан Г.Т.Әхиәртдинова биҙәһә, Зәкир Үҙәнбаев исемендәге «Атайсал» өлгөлө бейеү ансамбле бейеүҙәрен сәхнәгә хореографтар Ә.Т.Исрафилова һәм Г.Ф.Мансурова ҡуйҙы. Сара бик йөкмәткеле булды.
Fүмерен халҡына бағышлаған кеше генә оло шәхес кимәленә күтәрелә. Башта ул кеше илгә, халыҡҡа хеҙмәт итә, һуңынан халыҡ уны күтәрә. Был хәҡиҡәт Р.Өмөтбаевтың миҫалында раҫланды. Уны онотманылар. Һуңғы йылдарҙа исемен мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡарылды.
Уның исемен йөрөткән белем усағында оло шәхескә арнап йыл һайын мәҙәни саралар ойошторола, тормошона һәм ижадына арналған класс сәғәттәре, конференциялар үтә, класс мөйөштәрендә стендтар яңыртыла, китапханасы М.А.Вәлиева тарафынан бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләнә, уның исемен йөрөткән музейҙа экскурсиялар ойошторола. Лицей директоры И.Р.Ноғоманов инициативаһы менән Р.Өмөтбаевҡа арналған стендтар тулыланды һәм яңыртылды. Шәхескә арналған музей лицей уҡыусыларына ғына түгел, килгән ҡунаҡтарға ла рухиәт шишмәһе булып хеҙмәт итә... Билдәле шәхескә арналған музейҙа Өмөтбаевтарҙың ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, ғаилә архивынан алынған фотолар, китаптары урын алған. Ә Рамаҙан Fимран улы Өмөтбаевтың ғүмер юлы—үҙе бер китап. Халҡы, ере өсөн йәшәгәндәр ҙурлана, хәтерҙә мәңге уйылып ҡала. «Иҫтәлектәр аша беҙ бындай кешеләрҙең рухын йәшәтәбеҙ. Беҙ улар өлгөһөндә тәрбиәләнәбеҙ һәм киләсәк быуынды шул өлгөлә көслө рухлы итеп үҫтерергә бурыслыбыҙ. Былар бөтәһе лә уҡыусылар күңелендә милли рух уята, әхлаҡ сифаттары тәрбиәләй. Рухи ҡиммәттәргә эйә булыу уҡыусыларҙа ныҡлыҡ, йәмғиәт кисергән ҡатмарлы тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, дөрөҫ юлдан китергә, тыуған илдең патриоты булырға ярҙам итер»,—ти Иштуған Рәис улы Ноғоманов.
Илдең, милләттең рухи көсөн, ҡеүәтен, кешелек донъяһында тотҡан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло аҡыл эйәләре, илем, халҡым тип йәшәгән ҡаһарман рухлы заттары билдәләй. Ә халыҡ үҙенең данлыҡлы улдарын һәм ҡыҙҙарын белергә, улар менән ғорурланырға, һәр быуын улар өлгөһөндә тәрбиәләнеп, фәһем алып үҫергә тейеш.
Лилиә Миңлеәхмәтова,
Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы.
Читайте нас: