АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Май 2019, 12:29

ҠАРТАТАЙЫМ ТӨШӨМӘ КЕРҘЕ...

9 Май—Бөйөк Еңеү көнөБөгөн көндәгенән иртәрәк уяндым да бик оҙаҡ уйланып яттым. Ниңәлер күргән төшөм тынғылыҡ бирмәне. Уйланырлыҡ та шул, ҡартатайым мәрхүм төшөмә керҙе. Ул ихлас йылмайып, нимәләр һөйләй ине...Йәһәт-йәһәт кейендем дә урамға сыҡтым. Тышта шул тиклем аяҙ, йылы. Бер ҡарауға, май айының ҡәҙимге бер көнө, тик минең өсөн генә ул нисектер икенсе, ят, сәйер кеүек күренде. Аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре зыярат яғына тартты. Ҡартатайым менән үткәргән бала сағымды иҫләй-иҫләй зыяратҡа килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.

9 Май—Бөйөк Еңеү көнө
Бөгөн көндәгенән иртәрәк уяндым да бик оҙаҡ уйланып яттым. Ниңәлер күргән төшөм тынғылыҡ бирмәне. Уйланырлыҡ та шул, ҡартатайым мәрхүм төшөмә керҙе. Ул ихлас йылмайып, нимәләр һөйләй ине...
Йәһәт-йәһәт кейендем дә урамға сыҡтым. Тышта шул тиклем аяҙ, йылы. Бер ҡарауға, май айының ҡәҙимге бер көнө, тик минең өсөн генә ул нисектер икенсе, ят, сәйер кеүек күренде. Аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре зыярат яғына тартты. Ҡартатайым менән үткәргән бала сағымды иҫләй-иҫләй зыяратҡа килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
Бына алдымда ҡартатайымдың, илемдең бер батыр улының, ҡәбере. Мине ниндәйҙер йылы, шул уҡ ваҡытта сәйер ҙә тойғолар солғап алды. Фотонан миңә уйсан, яғымлы ҡараш баға...
Ҡартатайым Солтанов Әхмәтсафа Заһит улы 1913 йылда Йылайыр районының Түбәнге Fәле ауылында тыуа. Башланғыс белемде лә шунда ала. 1929 йылда ғаиләләре менән Сәләх ауылына күсеп сығалар. Йәш егет ең һыҙғанып эшкә тотона—фермала мал ҡарай.
Донъялағы үҙгәрештәр, болалар Сәләхте лә урап үтмәй. Шулай итеп, 1941 йылда Әхмәтсафа Солтанов һуғышҡа алына. Уны ҡатыны, Һаҡтау ауылы ҡыҙы Зөл-хизә, ике йәшлек ҡыҙы Фәүзиә һәм бер айлыҡ улы Вәкил оҙатып ҡала. Ҡартатайыма ҡәһәрле һуғыш ауырлыҡтарын тулыһынса күтәрергә, ҡаты һынауҙар үтергә тура килә.
1943 йылдың 25 октябрендә бик ҡаты яралана, аңын юғалта һәм дошман ҡулына әсирлеккә эләгә. Тик тиҙ арала үҙебеҙҙекеләр тарафынан ҡотҡарыла. Һауығып, артабан да илен һаҡларға көс таба. Аллаға шөкөр, еңеүҙе күреү бәхете тейә уға. Тыуған йортона имен-һау әйләнеп ҡайтып, ғаиләһе менән матур тормош көтә башлай. Ҡартәсәйем менән дүрт ул, дүрт ҡыҙ тәрбиләп үҫтерәләр. Әлеге мәлдә ике улы Сәләх ауылында, ҡыҙҙары Йылайыр, Баймаҡ райондарында матур ғүмер итәләр.
Ҡартатайым һуғыштан һуң да тик ятмай. Fаиләһе, ауылы тип тир түгә, ҡабат мал ҡараусы булып эшкә төшә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ең һыҙғанып эшләй. Уға Еңеүҙең 46 йыллығын да иҫән-һау ҡаршылау бәхете тейә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беребеҙ ҙә мәңгелек түгел шул...
Ҡартатайым 1991 йылдың 5 ноябрендә донъя ҡуйҙы. Эйе, яҡты донъя менән хушлашты, ләкин ул беҙҙең өсөн һаман да тере, йөрәгебеҙ түрендә мәңге йәшәр, мәңге бер яҡты йондоҙ булып яныр!..
Туҡта, ҡартатайым, ниңә төшөмә керҙең әле? Әллә оноттолар тип уйлайһыңмы? Юҡ, әлбиттә. Кесе йома хәйерен биреп торабыҙ, Еңеү көнө үлемһеҙ полкка сығабыҙ, бергә йыйылышҡан һайын ултырып хәтерләп алабыҙ. Элегерәк Вәкил олатай мәрхүм (оло улы) һәм атайым (кинйә улы) осрашып, орден-миҙалдарыңды, фотоларыңды барлап ала торғайныҡ. Олатай беҙгә һинең ҡаҙаныштарыңды бәйнә-бәйнә һөйләргә яратты. Әле мин уларҙы үҙ ҡыҙыма еткерәм. Эйе, нисә тапҡыр ҡулыма алғаным булды ошо миҙалдарҙы...Уларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Еңеүҙең 20, 25….45 йыллығына арналғандары, яуҙа күрһәткән батырлыҡтарың өсөн алынғандары. Сың-сың...Былар барыһы ла ҡәһәрле, ауыр һуғыш йылдарын сағылдыра. Теләһәң-теләмәһәң дә, үҙеңде лә шул ут яланында йөрөгәндәй итеп тоя башлайһың, хатта тән эҫеле-һыуыҡлы булып китә... Миҙалдар ҡулды өтөп алғандай була. Улар, берсә, ятып ҡалған батырҙарҙы хәтерләтеп, һағышлы, берсә, еңеүгә арнап, ҡыуаныслы йыр һуҙа кеүек. Сың-сың, сың-сың...
Ошолай һине хәтерләп ултырған кистәрҙең береһендә Вәкил олатай мәрхүм һинең һуғыштан нисек ҡайтып инеүең тураһында һөйләгәйне. Был хәл 1946 йылда була. Ҡайтып инеүең була, өйгә ир-аттар тулып китә. Һуғышҡа киткәнеңдә яңы тыуып ҡалған улың биш йәшлек малай булып үҫеп еткән була. Шуға ирҙәр, ҡыҙыҡ күреп, улыңды һәм уның тиҫтере Дәүләт исемле малайҙы икеһен бергә алып инеп ҡаршыңа баҫтыра. «Таныйһыңмы улыңды? Ҡайһыныһы Вәкил?»—тип һорайҙар. Ә һин бик оҙаҡ текләп ултырғас, үҙ улыңды таныйһың. Ата йөрәге һиҙә барыбер, ҡан тарталыр инде.
Бик күп ваҡиғаларҙы хәтерләй-хәтерләй һаҡ ҡына фотоңа ҡағылам. Ҡартатай...Һин бит әлеге мәлдә тере булып, Еңеү байрамын билдәләп, табындың иң түрендә ултырырға тейешһең! Бәлки, Еңеүҙең 74 йыллығын йылы ҡаршылауыбыҙға ҡыуанып, беҙгә күктән бағаһыңдыр?..
Беҙгә тыныс тормош бүләк итер өсөн йәнең-тәнеңде аямағанһың, ҡартатай. Әлеге көндә бәхетле йәшәүебеҙҙә һинең өлөшөң ифрат ҙур! Мин ысын күңелдән һи-нең менән ғорурланам! Ауыр тупрағың еңел булһын, ҡартатайым!
Fорурлыҡ тойғоһонанмы, әллә һағыныуҙанмы, битем буйлап йәш тәгәрәне. Һарғая төшкән фотонан йылмайып ҡарап торған ҡартатайыма тағы бер йылмайып ҡараным да, ҡайтыр яҡҡа атланым.
Күңелем бер аҙ тынысланғандай, йөрәгем ярһыуынан баҫылғандай тойолдо.
Сәриә Солтанова (Ҡотлоәхмәтова).
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: