АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Апрель 2019, 16:07

Йырың йыртыҡ булмаһын, шиғырың өтөк булмаһын

1 апрель—Көлкө көнөӘҙәбиәттә пародия бик үҙенсәлекле жанр. Иң тәүҙә был ныҡ илһамланған ҡәләмдәштәрҙең гиперобраздарына юмор менән өндәшеү, дуҫтарса шаяртыу һәм төрттөрөү. Икенсенән, шиғыр менән әйтеп булмаған ҡайһы бер проблемаларҙы, негатив күренештәрҙе пародия аша бик уңышлы сағылдырып була.Шулай итеп, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға Фәнил Әбделмәновтың бер шәлкем пародияларын тәҡдим итәбеҙ. Уның тәүге пародияларына шағир-юморист Буранбай Исҡужин фатихаһын биргән.

1 апрель—Көлкө көнө
Әҙәбиәттә пародия бик үҙенсәлекле жанр. Иң тәүҙә был ныҡ илһамланған ҡәләмдәштәрҙең гиперобраздарына юмор менән өндәшеү, дуҫтарса шаяртыу һәм төрттөрөү. Икенсенән, шиғыр менән әйтеп булмаған ҡайһы бер проблемаларҙы, негатив күренештәрҙе пародия аша бик уңышлы сағылдырып була.
Шулай итеп, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға Фәнил Әбделмәновтың бер шәлкем пародияларын тәҡдим итәбеҙ. Уның тәүге пародияларына шағир-юморист Буранбай Исҡужин фатихаһын биргән.
Альфонс
...Бөгөн таңдан тороп,
Тәмле ҡоймаҡ ҡоям,
Ҡайтырыңды тоям!
Ялтлап торһон иҙән,
Ашҡа ҡорот иҙәм.
Тик һорама, зинһар,
Бойоҡһоң тип, ниҙән?
Китереңде һиҙәм...
Зөлфиә Ханнанова.
— — — — —
Бар кәсебең әшнәләрең менән
Кәрт һуғыу ҙа, һыра һемереү.
Мин меҫкенгә малға һыу эсереү,
Аш йүнәтеү, иҙән һепереп...
Һин, суҡынсыҡ, исмаһам, хет таңда
Ҡайтһа тейеп ҡоймаҡ ҡоямын.
«Ашҡа ҡорот иҙәм», башҡаһын да
Өҫтәлемә теҙеп ҡуямын.
Ашап туйғас, күҙҙәремә ҡарап,
Ник бойоҡһоң тейеп һорама.
Эс бошҡанды күреп тораһың бит,
Һорайһыңмы әллә юрамал.
«Китереңде һиҙәм», барыбер түҙәм,
Көтәләрҙер теге әшнәләрең.
Түҙем бирсе, тәңрем, нисек шулай
Альфонс мужик менән йәшәләлер...
* * *
Лутсы иркәлә
Үпкәләмә, ғашиҡ була алманым,
Ерҙә гөрләп яҙҙар етһә лә.
Беҙгә инде яҙҙар кире ҡайтмаҫ,
Һин шым ғына мине иркәлә.
Рәмил Йәнбәк.
— — — — —
Мин бит һине сәпсим яратманым,
Үпкәләһәң, әйҙә үпкәлә.
Юҡ-юҡ, үпкәләмә, кенә ҡыума,
Лутсы ипләп кенә иркәлә.
Яңғыҙ йоҡлауҙары
ҡыйын булған
Өсөн генә алдым бит һине.
Яратмауҙар ныҡ
ҡиммәткә төштө,
Күрәһеңме сырыш битемде?..
Яҙҙар етһә һарай алдарында
Ҡолдорлаша ғашиҡ күркәләр.
Ә беҙ кәмме ошо күркәләрҙән?
Һин шым ғына мине иркәлә...
* * *
Күрә бел
Бысҡының тешен үткерләһәң,
Бысҡы рәхәтләнеп киткәндәй...
Ҡоҙоҡто таҙартып китһәң,
Ҡоҙоҡ рәхмәт әйткәндәй.
Бысҡының үтмәҫләнгәнен,
Ҡоҙоҡтоң үңәҙләнгәнен
Күрә бел!
Йөрөмә күҙле бүкәндәй.
Буранбай Исҡужин.
— — — — —
Машина майын алыштырһаң,
Машина рәхмәт әйткәндәй.
Ҡатындарҙың сәсенән һыйпаһаң,
Ҡатындар рәхәтләнеп киткәндәй...
Машина майы шыйығайғанын,
Ҡатындарҙың наҙға һыуһағанын
Күрә бел!
Йөрөмә күҙле бүкәндәй.
* * *
Дегәнәккә
мәдхиә
Дегәнәк тә матур сәскә ата,
Күңелеңә наҙҙар һалырлыҡ...
Хыялыйы кеүек был донъяның
Дегәнәкте алдым ҡосаҡҡа.
Эдгар Вилданов.
— — — — —
Япраҡтарың фил ҡолағы һымаҡ,
Жираф муйынындай буй-һының.
Тиреҫлекте биҙәп тораһың һин,
Әсе яҙмышыңа буйһоноп.
О, дегәнәк! Сәскә-ҡуҙҙарыңды
Миҙал итеп таҡтым түшемә.
Дегәнәккә мәдхиәләр яҙыу
Инә икән кемдең төшөнә?
Һинең әрһеҙлегең миңә күсте,
Һинән алдым моңдо, илһамды.
Шиғриәткә һиндәй сат йәбешеп,
Яулай алһам әгәр гөл-данды.
Түшемдәге дегәнәккә ҡарап
Танырҙармы Эдгар Вилданды?..
* * *
Остаз
Үҙ-үҙемдең генә остазы мин...
...Бүтәндәргә һабаҡ бирмәйем мин,
Ул ҡәҙәр мин түгел аҡыллы.
Таңһылыу Ҡарамышева.
* * *
Тарамышың ныҡ бит һинең
Ҡарамышева апай,
Йәп-йәш шағирәләр һине
Кем тип кенә атамай.
Уларҙың бит үҫмер сағы,
Ауан-дыуамал сағы.
Рифма-ритм, образдарҙы
Таба-табалмаҫ сағы.
Ыуыҙ япраҡ һымаҡ ҡына
Илгәҙәк-иләҫ сағы.
Фуртышканан илһам ҡошо
Инер йә инмәҫ сағы.
Шоңҡар итеп сөй шуларҙы
Өлкәнәйҙем тип әйтмә,
Үҙ-үҙеңә остаз булып,
Кеүәртиреңдә тик ятма...