Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март 2019, 11:55

ҠОЯШҠА ТАРТЫЛҺЫН ҺӘР КЕМ...

8 МАРТ—ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН—ҠЫҘҘАР КӨНӨРаушания Рамаҙанова—Баймаҡ районы Ярат ауылы ҡыҙы. Әле ул ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй, ире менән бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә.—Шаулы студент йылдарынан һуң, кейәүгә сығып, бала табып, өйҙә ултырғас, үҙ-үҙемде юғалтҡандай булдым. Миңә ниндәйҙер шөғөл кәрәк ине. Шул саҡ ҡул эштәре менән булышып ҡарарға булдым. Тәүҙә фетрҙан балаларға уйынсыҡтар яһаным, беләҙектәр эшләнем. «Күңел утрауы» ҡул эштәре түңәрәгендә күп нәмәгә өйрәндем: түшелдеректәр эшләйем, шапка һәм шарфтар бәйләйем, күләмле ҙур сәскәләр яһайым. Футболкаларға һүрәт эшләүҙе интернет аша үҙем үҙләштерҙем.

Раушания Рамаҙанова—Баймаҡ районы Ярат ауылы ҡыҙы. Әле ул ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәй, ире менән бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә.
—Шаулы студент йылдарынан һуң, кейәүгә сығып, бала табып, өйҙә ултырғас, үҙ-үҙемде юғалтҡандай булдым. Миңә ниндәйҙер шөғөл кәрәк ине. Шул саҡ ҡул эштәре менән булышып ҡарарға булдым. Тәүҙә фетрҙан балаларға уйынсыҡтар яһаным, беләҙектәр эшләнем. «Күңел утрауы» ҡул эштәре түңәрәгендә күп нәмәгә өйрәндем: түшелдеректәр эшләйем, шапка һәм шарфтар бәйләйем, күләмле ҙур сәскәләр яһайым. Футболкаларға һүрәт эшләүҙе интернет аша үҙем үҙләштерҙем. Был шөғөлөм бик күптәрҙең күңеленә хуш килеп, хәҙер инде заказға ла эшләйем, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм,—ти Раушания.
—Миңә мотлаҡ рәүештә көн һайын ҡул эшенә бер-ике сәғәт ваҡыт бүлер кәрәк. Әлеге мәлдә Сибай гимназия-интернатында эшләп йөрөйөм, шуға ла ваҡыт тарыраҡ. Әммә һәр ял һайын оҫталыҡ дәрестәренә йөрөйөм, йә иһә үҙем үткәрәм. Матурлыҡҡа ғашиҡмын, интернет селтәрендә матур ҡул эше күреп ҡалһам, шуны өйрәнгем килә.
Уңған ҡатын бәхетте ғаиләлә таба. Иренең һөйөүенә иркәләнеп, балаларына наҙланып йәшәй. Башҡорт рухлы, әүҙем, лидер балалар тәрбиәләү—йәш ғаиләнең маҡсаты.
—Ҡатын-ҡыҙ ҡояш һымаҡ булырға тейеш. Уның күңеле лә, йөҙө лә балҡып торһа, һәр кем ошо ҡояшҡа тартыла, уға һоҡлана,—ти Раушания Рамаҙанова.
Читайте нас: