Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Ноябрь 2018, 16:47

Ҡояш янында—йылылыҡ, әсә янында—изгелек

Хәйбулла районының Вәлит ауылында дан әсәйҙәр бик күп. Үҙенең 6 балаһын эйәле-башлы итеп, йәшләй генә мәрхүм булған бикәсенең 4 балаһын үҙенекеләй күреп хәстәрләгән Зөлхиә Рәфҡәт ҡыҙы Әйүпова шуларҙың береһе.

Хәйбулла районының Вәлит ауылында дан әсәйҙәр бик күп. Үҙенең 6 балаһын эйәле-башлы итеп, йәшләй генә мәрхүм булған бикәсенең 4 балаһын үҙенекеләй күреп хәстәрләгән Зөлхиә Рәфҡәт ҡыҙы Әйүпова шуларҙың береһе.
Күрше Әбделнасир ауылынан Вәлит ауылы хужалығына бухгалтер булып эшкә килә ул. Эшкә әрһеҙ йәш ҡыҙҙы хужалыҡтың алдынғы тракторсыһы Зәкир Тимербай улы бер күреүҙә оҡшата һәм улар гөрләтеп туй үткәреп тә ебәрә. Fаиләләренә йәм өҫтәп бер-бер артлы 6 бала донъяға килә:
—Үпкәләштән булмаһын тип, ҡыҙ һәм улдарҙы тигеҙ таптым,—тип йылмая бәхетле әсә.—Аллаға шөкөр, 3 ҡыҙым, 3 улым бар. Бөтәһе лә ғаиләле, өлкән ҡыҙым Альбина менән кесе ҡыҙым Гүзәл Сибайҙа тора. Әнисә менән Йәһүҙә кейәү Аҡъярҙа йорт һалды. Тимур улым менән Юлиә киленем Мәскәүҙә төпләнде. Радик улым ғаиләһе менән Баймаҡта йәшәй. Кинйәбеҙ Юлай Өфөлә донъя көтә. Кейәүҙәремдән дә, килендәрҙән дә уңдыҡ. Әлбиттә, бер-бер артлы балаларҙы уҡытыу, туйҙар үткәреү ауырыраҡ булды, шулай ҙа бирешмәнек, мал-тыуар, ҡош-ҡорт көткәс, бурыстарҙы теүәл атҡарып сыҡтыҡ. 6 баланан 10 ейән-ейәнсәребеҙ бар. Йәй булһа, өйөбөҙгә ҡот-йәм өҫтәп, балаларым балалары менән килеп тула.
Зөлхиә һәм Зәкир Әйүповтар хәҙерге көндә икеһе лә хаҡлы ялда. Шулай булһа ла улар тик ултырмай, ғаилә башлығы МТС-та ауыл хужалығы эштәрендә булыша, Зөлхиә Рәфҡәт ҡыҙы ҡул эштәренә әүәҫ: төрлө ептәрҙән ултырғыс түшәктәре, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй. Ятыраҡ биҙәктәр күрһә, шуны килтереп сығармайынса ҡуймай. Бынан тыш, иҫәп-хисапҡа шәп булғас, ауыл халҡынан һыуға аҡса йыйыу ҙа уның иңен-дә. Заман менән бергә атлай, интернет селтәрен гиҙеп, яңылыҡтар менән таныша, балалары менән «Бәйләнештә», «Ватсап» аша аралаша. Ауылға эшкә килеп, күрше йортта ғына йәшәгән йәш белгестәрҙе лә күп кенә эшкә өйрәтә ул. Ҡыҙҙар уны яратып «икенсе әсәйебеҙ» тип атай. Уларҙың береһен үҙе килен итһә, икенсеһе лә кейәүгә сыҡҡанда Әйүповтарҙы туйына саҡыра. Уларҙың балалары ла Зөлхиә өләсәй тип өҙөлөп тора.
Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, бикәсенең 4 балаһын бағырға ла ваҡыт таба. Былтыр бер улына кәләш алып бирешһәләр, әле яңыраҡ ҡына бер ҡыҙын икенсе районға кейәүгә оҙаттылар. Ҡалған ике баланы ла уҡыуҙарынан ҡайтҡанда мунса яғып, тәм-том бешереп ҡаршы ала. Вәлиттә йәшәгән ҡәйнәһенә, ҡәйнеш-килендәренә, бикәстәренә лә ул һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша. Бына шулай оло йөрәкле, изгелекле ҡатын ул Зөлхиә Рәфҡәт ҡыҙы. Булдыҡлы, берҙе ике итәм тип тырышҡан әсәнең донъяһы ла ҡотло, ире лә, балалары ла, яҡындары ла бәхетле.
Мәҙинә Мансурова.