Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Ноябрь 2018, 15:06

Әле лә әүҙемдәр сафында

Кешегә ваҡыт үтеү менән Аллаһ Тәғәләнең илселәре—сәс ағарыу, тештәр төшөү, бил ауыртыу, тиҙ арыу кеүек олоғайыу эҙемтәләре килһә лә, йөрәк ҡартаймай икән ул. Йәш сағында дөрләп янғандар, берҙе ике итәм тип тырышҡандар етмеш йәштәрендә лә шул дәртте юғалтмай йәшәй. Баймаҡ районының Ҡыуат ауылынан Миңнур Дәүләтғәле ҡыҙы Солтанғолова, мәҫәлән, йәш сағында Әбделкәрим балалар баҡсаһын тергеҙеп уға йән, йәм өргән мөдир. Уның изге эшен ауылдаштары һаман онотмай, балалар баҡсаһында ул әле лә көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ.

Бынан 53 йыл элек Алғаҙы ауылында тыуып үҫеп буй еткәргән Миңнур Дәүләтғәле ҡыҙы, Ҡыуаттың иң шәп егете, комбайн-трактор кеүек техникаларҙы яҡшы белгән Марат Мөхәмәтйән улына (хәҙер инде мәрхүм) кейәүгә сыға. Бер-бер артлы ҡыҙҙар-улдар табып, килен булып төшкән еренә таштай батып, тырышып донъя көтә. Балалары күптән уҡып, һөнәр алып, төбәгебеҙҙең төрлө ауыл-ҡалаларында матур итеп йәшәй. Фәтих Марат улы Юлдыбайҙағы Урал аръяғының агроинженерия колледжында уҡыта. Нәсимә ҡыҙы Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында төпләнгән, улар ире менән 5 балаға ғүмер биргән. Баймаҡта торған Әхнәф Марат улы Себер тарафтарында эшләй. Сәлимдәре атай нигеҙенең, тыуған йорттарының ҡотон, ырыҫын һаҡлап, Ҡыуатта тороп ҡалған.
—Заманында бөтәһен дә эшләнек: ирҙәр кеүек, ҡолас ташлап, бесәнен дә саптыҡ, урманға ағасҡа ла барҙыҡ, совхоз етәкселеге ҡайҙа ҡушһа, шунда йөрөнөк. Шәхси хужалығыбыҙҙы ла бына тигән итеп алып барҙыҡ. Әле, Аллаға шөкөр, рәхәткә сыҡтым, улым, Альбина киленем ҡулыма эш тигеҙмәй. 9-сы класта уҡыған Арслан ейәнемә, 1-се класҡа барған Алтынайыма, 6 йәшлек Бәхтийәргә күҙ-ҡолаҡ, терәк-таяныс булып ултырам,—ти бәхетле ҡартәсәй йылмайып.
—Ултыра һиңә, ауыл старостаһы Хәлил Әбделғафаровтың беренсе ярҙамсыһы ул,—тип һүҙгә ҡушылды ауылдашы Фәүзиә Әхмәтйән ҡыҙы Солтанова.—Оло йәштә булһа ла төбәк яҙмышына, тәбиғәткә битараф түгел. Һаҡмар йылғаһының һайығыуына, ләм баҫыуына эсе бошоп, йәмәғәтселекте тирә-яҡ мөхиткә мәрхәмәтлерәк ҡарарға өндәп йөрөй. Ауылыбыҙҙың әүҙемсеһе урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы ла булып тора. Шул уҡ ваҡытта «Түңгәүер» фольклор ансамблендә шөғөлләнә.
Хеҙмәт ветераны шулай хаҡлы ялда ла үҙенә тынғылыҡ бирмәй, һаман да сафта булырға тырыша.
—Тормош бит көрәш. Тырыштар, ҡыйыуҙар ғына маҡсатына өлгәшә. Бер нәмәнән дә ҡурҡмай алға ынтылығыҙ, йәшәгеҙ, йәшнәгеҙ, тыуған ерегеҙҙе һаҡлағыҙ,—тип өйрәтәм ейән-ейәнсәрҙәремә лә,—ти Миңнур Дәүләтғәле ҡыҙы.— Балаларым өҙөлөп тора, «әсәй» тип яныма ашҡынып ҡайта. Беҙ йәшәрен йәшәнек, күпте күреп, күпте кисерһәк тә ҡартлығыбыҙ бәхетле, тыныс. Шуныһы иң мөһиме.
Читайте нас: