АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Ноябрь 2018, 14:52

Үгәй әсәй тиһәләр ҙә...

25 ноябрь—Әсә көнөҮгәй әсәй. Үгәй тигәс, кемгәлер әкиәттәрҙән белгән, киноларҙа күргән яуыз зат иҫенә төшәлер, моғайын. Тик минең өсөн был ҡатын, ысынлап та, герой, бөйөк зат, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ өлгөһө.Балалыҡ дуҫым 1-се класҡа уҡырға барған көндө әсәһе, оҙаҡ ауырығандан һуң, мәрхүм булып ҡалды. Көләкәс кенә әхирәтем күҙгә күренеп ябыҡты, йонсоно, шымып ҡалды. Атаһы көнө буйы урманда эштә, өлкән апаһы Сибайҙа медучилищела уҡый, ағаһы 7-се генә класта уҡый. Әсәһенең ҡырҡын уҡытҡас, атаһы өйгә хужабикә алып ҡайтырға кәрәк тигән ҡарарға килә. Кемдер димләнеме, әллә үҙе һораштырып таптымы, ниһайәт Темәс ауылынан Баныу исемле ҡатынды алып ҡайтты. Ауыл халҡы, әлбиттә, был ҡатын балаларға ниндәйерәк әсәй булыр икән, тип һағайып ҡалды.

Үгәй әсәй. Үгәй тигәс, кемгәлер әкиәттәрҙән белгән, киноларҙа күргән яуыз зат иҫенә төшәлер, моғайын. Тик минең өсөн был ҡатын, ысынлап та, герой, бөйөк зат, булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ өлгөһө.
Балалыҡ дуҫым 1-се класҡа уҡырға барған көндө әсәһе, оҙаҡ ауырығандан һуң, мәрхүм булып ҡалды. Көләкәс кенә әхирәтем күҙгә күренеп ябыҡты, йонсоно, шымып ҡалды. Атаһы көнө буйы урманда эштә, өлкән апаһы Сибайҙа медучилищела уҡый, ағаһы 7-се генә класта уҡый. Әсәһенең ҡырҡын уҡытҡас, атаһы өйгә хужабикә алып ҡайтырға кәрәк тигән ҡарарға килә. Кемдер димләнеме, әллә үҙе һораштырып таптымы, ниһайәт Темәс ауылынан Баныу исемле ҡатынды алып ҡайтты. Ауыл халҡы, әлбиттә, был ҡатын балаларға ниндәйерәк әсәй булыр икән, тип һағайып ҡалды.
Үгәй әсәй булып килгән ҡатын—Таһирова Миңлебаныу Хәлфетдин ҡыҙы 1941 йылдың 22 июнендә ғаиләлә 6-сы бала булып донъяға килә. Һуғыш башланған көндө тыуғанғамылыр, тыуғандары ла, хатта үҙ әсәһе лә уны «нимес ҡыҙы» тип йөрөтә. Бәләкәйҙән таҙалыҡты яратып, ныҡышмал, эшлекле булып үҫә Баныу. 7-се класты бөткәс, өс айлыҡ медицина курсында башланғыс белем ала, артабан уҡырға ынтылһа ла әсәһе ебәрмәй. Шулай ҙа 14 йәшенән отпускыға киткән медиктарҙың урынында эшләй башлай, күрше Әмин, Күнзавод, Сәксәй ауылдарында аҡ халатлыларҙы алмаштыра. 16 ғына йәшендә татар егете Рауилгә тормошҡа сыға. Рәфис һәм Альбина исемле балаларға ғүмер бирәләр. 1970 йылда ер-һыу күреп киләйек тип, Урта Азияға сығып китәләр. Газли ҡалаһында урынлашҡас, Баныу Хәлфетдин ҡыҙы 2 йыллыҡ медицина курсын тамамлап, диплом ала һәм балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эш башлай. 1978 йылда ҡалала ныҡ ҡына ер тетрәй һәм, бындай тетрәүҙәр йышая башлағас, тыуған яҡтарына ҡайтырға мәжбүр булалар. Бер йыл Төркмән ауылында дауаханала эшләгәс, кире Темәскә күсеп ҡайталар. 23 йыл иңгә-иң терәшеп йәшәгән тормош иптәше ҡапыл ғына, аяҙ көндө йәшен һуҡҡан шикелле, мәрхүм булып ҡуя. Илай-илай ике балаға һөнәр алырға ярҙам итеп, туйҙар яһап, оло тормош юлына сығарып, яңғыҙ ултырып ҡала.
«Әле генә булғандай кеүек хәтеремдә»,—тип һөйләй артабан Баныу инәй,—1983 йылдың 6 ноябрендә үҙемә ҡоҙалар килеп төштө. Ябыҡҡан, йонсоған күрмәлекһеҙ генә Мөрит исемле ир менән таныштыралар, өс балаһы бар, тинеләр, шулай ҙа күңелгә оҡшаны. Мин бит зәһәр уҫалмын, кешегә баш бирә торғандарҙан түгелмен, тип иҫкәрттем баштан уҡ тол ирҙе. Донъяңа ҡарағанда, алйот уҫал түгелһеңдер, мине ир, балаларымды кеше итерҙәй ҡатын кәрәк, тигәс, йыуып-йышып алһаң, ир ир булыр әле, тип балаларым менән кәңәшләштем дә, ризалаштым да ҡуйҙым. Шулай итеп, 10 ноябрь көнө донъяһын, балаларын күрһәтергә алып ҡайтты. Оҙаҡ ауырып ятҡан ҡатындың донъяһы, әлбиттә, шәптән түгел ине. Барып ингәс тә иң беренсе илап ебәрҙем, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ тойолдо. Ләкин балаларын күргәс, күңелгә йылы йүгерҙе, бер күреүҙән шуларҙы яраттым да ҡуйҙым. Эсмәйем, балаларҙы кеше итергә кәрәк, тигән ир көн дә эсеп ҡайта. «Ни эшләргә? Әллә кире ҡайтып китергәме?»—тигән уй баштан сыҡмай. Тик намыҫымды ҡулыма алып, нисек булһа ла тормошто үҙ яйыма һалып, балалар өсөн булһа ла йәшәргә кәрәк, тинем»,—ти донъяның әсе-сөсөһөн татыған, ул ваҡытта 42 йәшкә аяҡ баҫҡан ҡатын.
Шулай итеп, көлгән ерендә көлөп, илар мәлендә ҡаты булып, ят биш холоҡло кеше бер-беренә ярап йәшәп алып китә. Тырышлыҡ бушҡа китмәй—Мөрит эсеүен ташлай, балалар ҙа эшкә әрһеҙ булып үҫә. Ҙур итеп өй һалып сығалар, өйҙәре «Өлгөлө йорт» булып таныла. Балаларға матур итеп туйҙар яһап, оло тормош юлына сығаралар. Ҡәйнәһен ҡәҙерләп, фатихалар алып, һуңғы юлға оҙата ҡатын.
—Мөриткә рәхмәтлемен, баштан донъяһын башкөллө миңә тапшырҙы, бер нәмәгә лә ҡыҫылманы, балаларҙы эшкә ҡушаһың, тип араға төшмәне. Эшләгәнегеҙ миңә булһа, өйрәнеүегеҙ үҙегеҙ өсөн, тинем һәр ваҡыт. Эште бүлеп бирер инем, үҙем дә ҡул ҡаушарып ултырманым. Әле сәскәнемдең уңыштарын күреп ҡыуанам, бер ваҡытта ла балалар миңә ҡаршы булманы, ҡаршы һүҙ әйтмәне, шуға рәхмәтлемен. Бергә эшләнек, бергә ял да иттек, байрамдарҙы бергәләп үткәрҙек. Иң ҙур талабым—эскегә, тәмәке тартыуға ҡаршы булды, Аллаға шөкөр, тырышлығым бушҡа булманы,—ти ул.
Ишейгә килеп өс йыл йәшәгәндән һуң, барыһы ла ипкә һалынғас, Баныу инәй эшкә сығырға була. Мөрит апа (диалект, атайҙан оло ир кеше—ред.) ҡаршы булып ҡараһа ла, тәүҙә мәктәптең ҡаҙанлығында эшләй, унан яңы ғына төҙөлгән мәктәп ашханаһына ашнаҡсы итеп алалар. Мәктәп ашханаһында 12 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Беҙ уҡыған ваҡытта эшләне ул Баныу инәй, бешергән ризыҡтары эй тәмле була торғайны. Ысынлап та, талапсан булды, дежур ҡыҙҙарҙан таҙа итеп һауыт-һабаны йыуҙырта, белмәгәненә өйрәтер ине. Беҙ өй аша ғына йәшәнек. Fаиләлә 5 бала, әсәйем көнө буйы эштә. Мин бәләкәстәрҙең керен йыуам да йылғаға сайырға китәм, Баныу инәй күреп ҡалһа—килеп ярҙам итеп китә, ә иң иҫтә ҡалғаны—ул керҙе нисек сайҡарға, биҙрә, аяҡ кейемдәрен дә ҡуша таҙартып ҡайтырға, керҙе әйләндереп элергә кәрәклеген өйрәтте. Яҡын йәшәгәс, тәүҙә Баныу инәй килеп инһә тип, өйҙө йыйыштыра ла йөрөй торғайным, аҙаҡ таҙалыҡ, тәртип булһа—ҡалай күңелле, әсәйгә лә эш ҡалмай башланы. Шулай итеп, Баныу инәй күптәрҙе эшкә, тәртипкә өйрәтте.
Тормош Баныу инәйгә һынауҙарҙы бер-бер артлы ебәреп кенә тора: 1994 йылда өлкән улы Рәфисен ерләне, 5 йыл эсендә бер-бер артлы 5 апаһы баҡыйлыҡ-ҡа күсте, һеңлеһе ваҡытһыҙ вафат булды. Мөритенең өлкән ҡыҙы Дилә лә 45 кенә йәшендә йөрәк өйәнәгенән аҡыллы кейәүен, матур ике улын, етеш донъяһын мәңгелеккә ташлап китеп барҙы.
2007 йылда, 24 йыл бергә йәшәгәс, ире Мөрит тә мәрхүм булды. Аталары мәр-хүм булғас, балалары бер нәмәгә лә талашып йөрөмәй, өйҙө һатып, Темәскә кү-сергә тәҡдим итәләр, сөнки Ишейгә юл юҡ, автобустар йөрөмәй, яңғыҙ ҡалыу ауырлаша. Балаларының ярҙамы менән Баныу инәй Темәскә күсә, бына инде 11 йыл Темәстә йәшәй.
Тормош булғас барыһы ла булғандыр, һауыт шалтырамай тормағандыр, иллә мәгәр, әсәнән—үгәй балалар, балаларынан үгәй әсә хаҡында бер яман һүҙ ишетмәнек. Әхирәтемдең әсәһе (баштан уҡ әсәй тине) өсөн өҙөлөп торғанына һоҡланам. Магнит ҡалаһында йәшәһә лә байрам, отпуск һайын әсәһе янына ашыға, аҙналар буйы эргәһендә булып, ярҙамлашып китә.
«Иремдән, балаларымдан уңдым»,—тип ҡыуанып ултыра 80 йәшкә етеп барған инәй. «Бар хәленсә ярҙам итеп торалар, күстәнәстәрен тейәп киләләр, ураған һайын шылтыратып хәлемде беләләр, ял итергә, концерттарға алып йөрөйҙәр. Шул тиклем рәхмәтлемен Мәритемә, аҡыллы, эшлекле, тәүфиҡле, һөйкөмлө, күндәм булғаны өсөн, шундай тәрбиәле балалары өсөн, кешелекле-кеселекле кейәү-килендәрем өсөн, эргәмдә өлтөрәп торған ҡы-ҙым өсөн, ғөмүмән бәхетле булғаным өсөн»,—тип һүҙен йомғаҡланы ағинәй.
Биш намаҙын ҡалдырмаған Баныу инәй Хоҙайҙан аҙым һайын балаларының, ейәндәренең ғүмерен, бәхетен һорап ултыра. Ҡылған изгелектәре үҙенә бәхетле ҡартлыҡ бүләк иткән. Тере булып та үҙ балаларынан баш тартҡан әсәләр өсөн Баныу инәй—ҡаһарманлыҡ өлгөһө.
Венера Ҡасҡынова,
Ишей мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: