Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Октябрь 2018, 15:32

1 октябрь—Ололар көнө

Әл дә һине һайлағанмын...Баймаҡ районының Моҡас ауылынан Азамат һәм Алһыу Сөләймәновтар 46 йыл инде донъя йөгөн бергә тарта. Икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫеп, ошонда ғаилә ҡороп, 5 балаға ғүмер биреп, уларҙың һәр ҡайһыһын эйәле-башлы итеп, матур, татыу-татлы итеп йәшәй улар.

Әл дә һине һайлағанмын...
Баймаҡ районының Моҡас ауылынан Азамат һәм Алһыу Сөләймәновтар 46 йыл инде донъя йөгөн бергә тарта. Икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫеп, ошонда ғаилә ҡороп, 5 балаға ғүмер биреп, уларҙың һәр ҡайһыһын эйәле-башлы итеп, матур, татыу-татлы итеп йәшәй улар.
—Йәш саҡта тормош бөтәйтәм, сабыйҙар үҫтерәм тип, ғүмер тиҙ генә үтә, ә бына өлкәнәйгәс бергә ултырып сөкөрҙәшеп сәй эсергә, бер-береңде тыңларға, ауырыған-һыҙланғанда эргәңдә иптәш булыуы бик мөһим. Аллаһ Тәғәләнән тигеҙ ҡартлыҡ һорарға кәрәк,—ти эшкә бөтмөр Алһыу Теләш ҡыҙы.—Ирҙән уңдым, ҡулынан бөтә эш килә. Ул эшкә әрһеҙ булғас, мин дә тик ултыра алмайым.
Ысынлап та, Сөләймәновтар ҡаланыҡыларҙан кәм йәшәмәй. Ҙур, иркен йорттарында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар, бүлмәләрҙә ҡот уйнай, өҫтәлдәре тулы ризыҡ. Кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрап, балаларына ярҙам итеп, мул йәшәйҙәр.
—Бәләкәй саҡта өләсәйемә, ҙурайғас, трактор эшләйем, тип әйтә торғайным. Уным аптырап: «Нисек эшләйһең? Заводың юҡ бит»,— ти. Ысынлап та, 30 йәшемә трактор ҡороп алдым. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек техника юҡ, иретеп йәбештереү аппараты менән хыялымдағы тимер атты килтереп сығарҙым. Ҡоролмама исем ҡуша алманым, ә бына үҙемдең «тимер Азамат» тигән ҡушаматым бар. Нимәһе ҡыҙыҡ: ул техникам һаман сафта, 36 йылдан ашыу туҡтауһыҙ хеҙмәт итә. Әлбиттә, яңы тракторым, йөк, еңел машиналарым бар, әммә иҫкем яңыларымды һаҡлай.
40 йылдан ашыу «Ирәндек» совхозының Моҡас фермаһында эшләп хаҡлы ялға сыға Азамат Сәит улы. Ҡатыны Алһыу Теләш ҡыҙы ла шул фермала быҙау ҡарай. Әле икеһе лә хаҡлы ялда булһа ла үҙ кәсептәре бар. Азамат Сәит улы бесән сабып һата, утын, ер, тиреҫ ташый, Алһыу апай иһә 4 һыйырҙың ағын эшкәртә, артҡанын һата. Әйткәндәй, апайҙың төрлө емештәрҙе ҡушып эшләгән эремсектәре бик үҙенсәлекле, тәмле килеп сыға.
Ҡотло йорттарында балалар тауыштары тынмай. Сибайҙа, Баймаҡта йәшәгән Гүзәл, Лилиә, Илүзә ҡыҙҙарының, Винер улының балалары ҡәҙерле өләсәй-ҡартатайҙары янында ял итергә ярата. Ҡыҙҙарына, берҙән-бер улдарының һәр ҡайһыһына өй һалышырға ярҙам иткәндәр. Бәләкәс ҡыҙҙары Ләйсән менән кейәүҙәренә Сибайҙан торлаҡ алып биргәндәр.
—Аҡыллы ир ҡатын-ҡыҙҙы ла, быяланы ла һынауҙарға дусар итмәҫ, ти бит. Ирем күҙемә ҡарап тора. Күңеле килгәндә, әлдә һине һайлағанмын юлдаш итеп ғүмергә, тип йырлап ала,—ти Алһыу апай, йылмайып.—Олоғайып киләбеҙ, малды ҡыҫҡартайыҡ, тиһәк тә йәштәрсә дәртләнеп, балаларға терәк-кәрәк булып йәшәргә тырышабыҙ.
Читайте нас: