Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әссәләмәғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһу.
12 август көнө мосолман календаре буйынса Зөлхизә (Ҙүлхиджә) айы инде. «Ҙүл» ғәрәп теленән алғанда ниндәйҙер бер ниғмәткә эйә булыуҙы аңлата, «хиджә»—хаж тигән һүҙ. Шулай булғас, ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәрем, Аллаһы-Тәғәлә биргәнде ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Мөмкинлеге булғандарға Ислам диненең фарызы, 5-се терәге булған хаж ғәмәлен үтәү өсөн киләһе йылдарҙа ниәт ҡылып, бойомға ашырыу насип әйҙәһен. Амин.
20 август—9-сы зөлхизә—Fәрәфә көнө. Был көндө ер йөҙөнөң төрлө илдәренән килгән хажиҙар Fәрәфәт тауында доға ҡыла һәм тәүбәгә килә. Хажға бара алмағандар иһә ураҙа тотоп оло дәрәжәгә ирешә. Fөсөл ҡойоноп, ғәйеткә әҙерләнгән көн халыҡта «әрәпә» (Fәрәфә көнө) тип йөрөтөлә. 9-13 зөлхизә (20-24 август)—Тәшриҡ көндәре. Fәрәфәнең иртәнге намаҙынан һуң башланып, 13-сө Зөлхизәнең икендеһе менән тамамлана. Һәр фарыз намаҙҙан һуң: «Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр лә иләһә илләл-лаһу үәл-лаһу әкбәр. Аллаһу әкбәр, үә лил-ләһил-хәмд»,—тип тәҡбир тәшриҡ әйтелә.
21 август—10-сы Зөлхизә—мө-бәрәк Ҡорбан ғәйете. Байрам Баймаҡ ҡалаһы мәсетендә иртәнге сәғәт 7.45-тә башлана. Шулай уҡ ауыл мәсеттәрендә лә байрамды иртәрәк башларға тәҡдим ителә. Мәсеттәрҙә халыҡ йыйылғас, иң беренсе имам ҡорбан йолаһы тураһында халыҡҡа аңлатып, вәғәз һөйләй. Унан ике рәҡәғәт, ғәйет намаҙы, хөтбә уҡылып, доға ҡылына. Пәйғәмбәр-ҙең хәҙисендә әйтелә: «Намаҙ уҡымай тороп, салынған мал ҡорбанға һаналмаҫ. Шуның өсөн дә «Әл-кәүҫәр» (муллыҡ) сүрәһендә әйтелә: «Фасал ли Раббика үәнхәр» («Раббыңа шөкөр итеп, намаҙ уҡы һәм ҡорбан боғаҙла»).
Ҡорбан—Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу тигәнде белдерә. Ә бының өсөн ҡәҙерле әйбереңде ҡорбан итер кәрәк. Ҡорбан тарихы Ибраһим пәйғәмбәр һәм уның улы Исмәғил тормошондағы тарихҡа барып тоташа. Ибраһим ғәләйһиссәләм олоғайғас ҡына ир балаға атай була. Аллаһы Тәғәлә уны төрлөсә һынай. Төшөндә уға улы Исмәғилде ҡорбан итеп салырға кәрәклеге хаҡында хәбәр ебәрә. Ул ваҡытта күп халыҡтар «жәһилиәт» заманында йәшәй. 6-7 йәшлек ир балаларҙы ҡорбан итеп салғандар, ә 5-6 йәшлек ҡыҙҙарҙы тереләй күмеү йолаһына таянғандар. Ибраһим ҡайғыға ҡала. Шулай ҙа был хаҡта улы Исмәғилгә әйтмәй булдыра алмай. Исмәғил иһә: «Аллаһы Тәғәлә ни ҡушһа, шуны эшлә, мин сабыр итермен»,—ти. Иртән улар ҡорбан салыр урынға барып етәләр. Ата кеше улының муйынына бысағын терәп, тартып ебәрә. Һәм... ни ғәжәп, бысаҡ үтмәй! Шунда Аллаһы Тәғәлә: «Ибраһим, һин һынауымды сикһеҙ тоғро үттең. Әҙәм балаһының ҡаны ҡойолмаһын!»—тип ҡорбан итеп салырға аҡ төҫтәге һарыҡ ебәрә. Ҡорбан салыу йолаһы ошолай барлыҡҡа килә.
Был ғәмәлде өс көн рәттән, йәғни 21-23 август (10,11,12-се Зөлхизә) ҡояш байығансы башҡарырға мөмкин. Ләкин тәүге көнө хәйерлерәк, сауаплы. Ҡорбан итеп тик йорт малдары ғына салына: кәзә, һарыҡ (1 йәшлек), һыйыр, үгеҙ (2 йәшлек), дөйә (5 йәшлек). Бер һарыҡ—бер ғаиләгә, һыйыр малы 7 кешегә тәғәйенләнеп боғаҙлана. Малдың һау-сәләмәт, көр булыуы мотлаҡ. Аҡһаҡ, ауырыу, һуҡыр, мөгөҙө төп-тән һынған, ҡолағы ин һалыу өсөн яртыһынан күберәге ҡырҡылған булырға тейеш түгел. Көйҙөртөлгән мал ҡорбанға ярай. Ҡорбан малын мәрхүмдәр исеменән дә салырға ярай. Әммә ләкин тереләр исеменән боғаҙлау хәйерлерәк. Ҡорбанға салын-ған малдың ите өс өлөшкә бүленә. Бер өлөшө—ғаиләңә, бер өлөшө—күрше-күлән, яҡындарыңа, йә өй хужаһы бешереп, саҡырып ашата; бер өлөшө—етем үә меҫкен-дәргә таратыла. Ҡорбан итен мосолман һәм мосолман булмаған кешеләргә лә бире-лә. Был ислам диненең халыҡ һәм дин-ара бәйләнеште нығытыусы дин икәнен күрһә-тә. Тиреһе саҙаҡа итеп бирелә, һатылмай.
Мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! Ҡорбанлыҡ малын алдан хәстәрләп ҡуйыуығыҙ хәйерлерәк булыр. Эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт: 21 август ғәйет көнө иртәнге сәғәт 7.00 тирәһендә ҡорбанға һатыла торған малығыҙҙы мәсет эргәһенә алып килһәгеҙ, мосолман ҡәрҙәштәрегеҙҙе ҡыуандырып, сауап алырһығыҙ. Хаҡын саманан тыш күтәрмәүегеҙ һорала.
Халҡыбыҙ ҡорбан салыуҙың әһәмиәтен аңлай башланы. Мал—ул беҙгә Аллаһы Тәғәләнән бирелгән ниғмәт үә ризыҡ. Аллаһы Тәғәләгә ул ҡорбан итеп салынған малдың ҡаны ла, ите лә, йөнө лә кәрәкмәй. Уға беҙҙең тәҡүәлегебеҙ генә кәрәк. Мал ҡаны ҡойолһа ярай, әммә ләкин әҙәм ҡаны ҡойолмаһын. Йорт-ил тыныс торһон! Халҡыбыҙҙын тормошо иманлы үә бәрәкәтле булһын, барығыҙға ла был изге йоланы башҡарырға насип әйләһен. Амин.
Хөрмәт үә изге доғалар менән—Хәмзә хәҙрәт Хафизов, Урал аръяғы ахуны.