Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Август 2018, 13:59

Тырышып йәшә, ғибәҙәт ҡыл

Баймаҡ районының Хәсән ауылы боронғо ауылдарҙан һанала. Элекке ауылдарға хас булғанса, был изге ерҙә мәсет тә һәр ваҡыт булған. Тарихи мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, 1915 йылда бында Fүмәр Дауыт улы Ҡәйепҡолов имам-хатиб, Fабдулла Fабдулваһап улы Бейешев ахун булған тигән яҙыуҙар бар. Юл эсендә ятҡан ауылдың яңы иман йорто 1997 йылда үҙ ишектәрен аса. «Зиннур Йомаш» мәсете диниә назаратына бойһона. Ике тиҫтә йыл дауамында тирә-яҡта йәшәүселәрҙе иманға өндәп торған йорт эшмәкәрлегендә һуңғы осорҙа һүлпәнлек һиҙелде. Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт был тәңгәлдә хәлдәрҙе яйға һалыу өсөн Камил Фазылғаян улы Янбаевҡа имам-хатип булып барырға тәҡдим итә. Иҫке Сибай ауылы мәсетендә башта мөъзин, унан һуң күп йылдар имам-хатип булған ир уҙаманы яңы вазифаға етди тотоноп, изге Ураҙа ғәйетен ойоштороп та ебәрә. Әлеге көндә хәсәндәр 21 августа үтәсәк Ҡорбан байрамына ныҡлы әҙерлек эштәре алып бара.

Баймаҡ районының Хәсән ауылы боронғо ауылдарҙан һанала. Элекке ауылдарға хас булғанса, был изге ерҙә мәсет тә һәр ваҡыт булған. Тарихи мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, 1915 йылда бында Fүмәр Дауыт улы Ҡәйепҡолов имам-хатиб, Fабдулла Fабдулваһап улы Бейешев ахун булған тигән яҙыуҙар бар. Юл эсендә ятҡан ауылдың яңы иман йорто 1997 йылда үҙ ишектәрен аса. «Зиннур Йомаш» мәсете диниә назаратына бойһона. Ике тиҫтә йыл дауамында тирә-яҡта йәшәүселәрҙе иманға өндәп торған йорт эшмәкәрлегендә һуңғы осорҙа һүлпәнлек һиҙелде. Урал аръяғы ахуны Хәмзә хәҙрәт был тәңгәлдә хәлдәрҙе яйға һалыу өсөн Камил Фазылғаян улы Янбаевҡа имам-хатип булып барырға тәҡдим итә. Иҫке Сибай ауылы мәсетендә башта мөъзин, унан һуң күп йылдар имам-хатип булған ир уҙаманы яңы вазифаға етди тотоноп, изге Ураҙа ғәйетен ойоштороп та ебәрә. Әлеге көндә хәсәндәр 21 августа үтәсәк Ҡорбан байрамына ныҡлы әҙерлек эштәре алып бара.
—Мәсет—Аллаһ йорто. Ул халыҡты берләштерергә, ғибәҙәт ҡылыу ғына түгел, фекер уртаҡлашыу, кәңәшләшеү урыны булырға тейеш. Әгәр ҙә инде иман йорто арала низағ тыуҙыра, кешеләргә хеҙмәт итмәй икән, тимәк, бурысын үтәмәй,—ти Камил хәҙрәт.—Юл эсендә ятҡан ауылдың мәсетенең ишеге һәр ваҡыт асыҡ булырға тейеш тип иҫәпләйем. Мосафирҙар инеп намаҙ уҡыһа, йома һайын «Бәхет шишмәһе»нә килгән йәш ғаилә парҙары ошонда инеп фатиха алһа, ҡайһылай яҡшы булыр ине. Ауыл бәләкәй булһа ла һәр йома мәсеткә кеше тула, араларында балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа бик күп була. Тимәк, халыҡ ғилемгә һыуһаған. Төрлө секталар, йүнәлештәр күбәйгән, эскелек, наркомания, терроризм сәскә атҡан заманда йәштәрҙе тоғро дингә өндәүҙе, Ҡөръән-Кәримде өйрәтеүҙе, пәйғәмбәрҙең юлын дауам итеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ.
Йәй буйы иман йортонан кеше өҙөлмәүенә ҡыуана хәсәндәр. Дөйөм көс менән мәсеттең эсе лә, тирә-йүне лә төҙөкләндерелә. Ошоғаса аҙан ҡысҡырыу өсөн тәғәйенләнгән микрофон эшләмәһә, яңыраҡ уны сафҡа индергәндәр. Иҫке Сибайҙың ағас менән булышыусы эшҡыуары иман йортон кәртәләүгә кисектереп түләү шарты менән таҡта биргән. Ҡорбан ғәйетенә ҡәҙәр Хәсән, Иҫке Сибай ауылынан, Сибайҙан ир-егеттәр йыйылып иман йортоноң биләмәһен кәртәләп ҡуйған. Электр уты өсөн йыйылған бурыс та ҡапланған.
—Мәсеттең кәртәһе емерелеп ятырға тейеш түгел. Аллаһ йорто минең йортомдан һәйбәт булырға тейеш. Аллаһ Тәғәлә: «Мин үлем менән тереклекте барлыҡҡа килтерҙем һеҙҙе һынап ҡарар өсөн. Ҡайһыларығыҙ ғәмәл менән яҡшы икәнен белеү өсөн»—тигән. Ә ғәмәл нимә? Яҡшылыҡтар ҡылһаҡ, Аллаһ Тәғәлә йортон үҙебеҙҙекенән дә яҡшы тотһаҡ, Тәңре беҙҙең менән риза буламы? Була, һис шикһеҙ. Мәсеткә газ үткәрергә кәрәк. Бәлки, ошо иман йортона ярҙам итергә теләүселәр булыр, бағыусылар табылыр тип өмөт итә-беҙ. Ошо ауылдан сыҡҡан кешеләр, бәлки ярҙам ҡулдарын һуҙыр тигән теләк тә бар,—ти Камил Янбаев.
Камил хәҙрәт Янбаев, ауылдың мәсет тирәһен, эсен тәртиптә, таҙалыҡта тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәтле. Клара Зәйни ҡыҙы иман йорто асылғандан алып хужалыҡ эштәрен ойошторған, таҙалыҡ булдырған. Гөлгөнә Сирғәлина йома һайын бинаның иҙәнен йыуып, балаҫтарҙың саңын һурҙыра. Ауылдың аҡһаҡалы Нур Fәйнислам улы Үзбәков та мәсет эшмәкәрлегенә битараф түгел.
Янбаевтар абруйлы тоҡомдан, үҙҙәренең ғаиләһе лә өлгөлөләрҙән һанала. Fаилә башлығы Камил Фазылғаян улы 1960 йылда Иҫке Сибай ауылында тыуған. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, төрлө өлкәләрҙә эшләгән, нефтсе лә, водитель дә, һаҡ бүлеге хеҙмәткәре булараҡ та тәжрибә туплаған.
—Тырышҡан кеше—хаҡ юлда, тигән Пәйғәмбәребеҙ ҙә. Әгәр ҙә ир-егет ризыҡ табыу өсөн кәсепкә сығып киткән икән, ул—Аллаһ юлында; ҡартлыҡ ҡорона ингән ата-әсәһе хаҡына аҡса табыу маҡсатын ҡуйған икән, ул—Аллаһ юлында; йәшәү сығанағы эҙләһә, ул—Аллаһ юлында. Ә инде үҙенә иғтибар йәлеп итеү, маҡталыу, башҡаларға күренеү маҡсатын ҡуйған булһа, шайтан юлында,—ти имам-хатип, үҙенең сит тарафтарҙа йөрөп мал тапҡан ваҡыттарын иҫкә алып.—Fибәҙәт—намаҙлыҡта ултырыу ғына түгел, ә тырышлыҡ, яҡындарың хаҡында хәстәрлек, даими хеҙмәт.
Камил хәҙрәттең ҡатыны Зифа Fәфүр ҡыҙы Латыпова—юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, 40 йылға яҡын ғүмерен балаларға география, физкультуранан белем биреүгә арнаған. Иҫке Сибай мәктәбендә геология музейын булдырған, уның уҡыусылары оҙаҡ йылдар геология буйынса төбәк намыҫын республика ярыштарында яҡлап, гел призлы урындар яулаған.
—Беҙ өйләнешкәндә үк ирем эсмәй ҙә, тартмай ҙа ине. Иманына ҡайтып, дин юлына баҫыуын хупланым ғына. Аҙаҡ уға эйәреп үҙем дә доғалар ятлап, уның янына намаҙға баҫтым,—ти Зифа абыстай.—Беләһеңме иманда булыуҙың нимәһе яҡшы? Балаларҙы тәрбиәләү еңел. Аллаға шөкөр, беҙҙең ҡыҙыбыҙ ҙа, улыбыҙ ҙа иманлы, урынлы ерҙә эшләйҙәр, әлегә үҙ ғаиләләрен ҡормағандар. Иманлы кейәү менән иманлы килен эләкһен тип доға ҡылабыҙ.
Абыстайҙың тәрбиә һүҙенә айырым баҫым яһауының үҙ ғилләһе булған икән. Улар үҙҙәренең ике балаһы янына балалар йортонан бер ул, бер ҡыҙ алып баҡҡан.
—Бер мәл башыма балалар алып тәрбиәләү хаҡында уй килде лә уны тормошҡа ашырыу теләге менән Өфө тарафтарына сыҡтым да киттем. Бәхеткә күрә, бер туғандар—малай менән ҡыҙ тап килде. Уларҙы алып ҡайтҡанда ағайы 4-се, һеңлеһе 3-сө класта уҡый ине. Улар ҙа беҙҙең ғаиләне оҡшатты һәм ҡалырға теләк белдерҙе. Әле үҫтеләр. Улыбыҙға 22 йәш инде, әрме тултырып ҡайтты, колледжда уҡып йөрөй. Интернет заманында йәшәйбеҙ бит. Ҡыҙыбыҙ ҙурая килә үҙ ғаиләһен эҙләп тапты һәм әлеге мәлдә оло йәштәге ҡартәсәһен, атаһын ҡарай. Ырымбурҙа шәфҡәт туташына уҡый, беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәй. Ә ағаһы туғандарына битараф, киреһенсә, ул беҙҙең яҡты ныҡ тарта.
—Камил хәҙрәт, сессиянан ҡайтҡас, эшкә тотондом, тинегеҙ. Тимәк, һеҙ ҡайҙалыр уҡыйһығыҙ?
—Өфөлә Рәсәй Ислам университетының IV курсын тамамланым. Быйыл диплом эшен яҡларға, имтихандарға әҙерләнәм.
Шулай Янбаевтар динде лә алып бара, ишле итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрап донъя ла көтә. Мәңге йәшәрһең кеүек тырышып йәшә, иртәгә үлерһең кеүек ғибәҙәт ҡыл, тип тә өйрәтә улар.
Гөлдәр Ҡадаева.
Һүрәттә: Клара Бейешева, Камил Янбаев, Нур Үзбәков, Гөлгөнә Сирғәлина ейән-ейәнсәре менән.
Читайте нас: