Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Май 2018, 11:36

ЗОЯ—ЗӘЙТҮНӘ

Зәйтүнә Артем ҡыҙы Мартынова 1924 йылда Баймаҡ районының Fәҙелша ауылында хәлле ғаиләлә тыуған. Атаһы алтын артелендә эшләгән. Зәйтүнәнең ҡустыһы булған. Балалары үҙҙәренең ата-әсәләре тураһында яҡшылап бер нимә лә белмәй. Сөнки кулак тигән исем тағып, уларҙы Чита өлкәһенә һөргөнгә ебәргәндәр. Малайҙарын балалар йортона оҙатҡандар, ә Зояны бер рус ғаиләһе ҡыҙлыҡҡа алып, Украинаның Днепропетровск ҡалаһына алып ҡайтҡан.

Зәйтүнә Артем ҡыҙы Мартынова 1924 йылда Баймаҡ районының Fәҙелша ауылында хәлле ғаиләлә тыуған. Атаһы алтын артелендә эшләгән. Зәйтүнәнең ҡустыһы булған. Балалары үҙҙәренең ата-әсәләре тураһында яҡшылап бер нимә лә белмәй. Сөнки кулак тигән исем тағып, уларҙы Чита өлкәһенә һөргөнгә ебәргәндәр. Малайҙарын балалар йортона оҙатҡандар, ә Зояны бер рус ғаиләһе ҡыҙлыҡҡа алып, Украинаның Днепропетровск ҡалаһына алып ҡайтҡан.
Бала саҡтан табип һөнәренә ғашиҡ ҡыҙ, аҡ халатлы, аҡ яулыҡлы медицина хеҙмәткәрҙәрен күреп ҡалһа, улар менән һөйләшер, һорауҙарын яуҙырыр булған. Кешеләрҙе дауаларға, уларға ярҙам итеү теләге, моғайын, ҡартатаһынан килгәндер. Ул ауылда ихтирамлы мулла булған, ауылдаштарын һәм күрше-тирә ауылдарҙан килгән кешеләрҙе өшкөргән, имләгән.
Зояның яңы ата-әсәһе ҡыҙҙарының теләгенә ҡаршы килмәй, мәктәптән һуң уны шәфҡәт туташтары курсына уҡырға ебәрә. Махсус белем алыуға илдә һуғыш башланып китә. Иң тәүгеләрҙән булып алғы фронт һыҙығында яраланған һалдаттарҙы Украина һәм Белоруссия ҡабул итә. Атаһын һуғышҡа алғастар, ун ете йәшлек Зоя ла уның артынан китә.
—Фронтта медиктарға ҡарата талап ҙур булды. Беҙҙең алда яраланған һалдаттарға тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеп, уларҙы яңынан яу яланына оҙатыу бурысы торҙо. Сәләмәтлеге бер аҙ яҡшырған һалдаттар фронттың алғы сафына баҫыр ине. Бик аяныслы хәлдәрҙең шаһиты булырға тура килде, ҡот осҡос яуҙа меңәрләгән ир-егеттәребеҙ тыуған илебеҙ азатлығы өсөн башын һалды. Был бит иң ауыр тәүге йыл ине. Беҙ һуғышҡа бөтөнләй әҙер түгел инек, бик күп ҡала һәм ауылдарҙы немец һалдаттары баҫып алды. Йоҡоһоҙ төндәр, яралыларҙың үҙәк өҙгөс тауыштары, ҡан еҫе… Беҙ үҙебеҙ көн дә яралылар өсөн ҡан тапшыра торғайныҡ,—тип һөйләп ҡалдырған мәрхүмә Зоя Артемовна.
Бында һүҙ I Белоруссия фронты тураһында бара. Зоя Мартынованың фронт юлы оҙаҡ дауам иткән. Әсәһен немецтар атып үлтергән, атаһы Артем Мартынов яу ҡырында ятып ҡалған. Үҙенең ысын ата-әсәһе Чита өлкәһендә үлгән. Зоя Артем ҡыҙы Япония һуғышында ла ҡатнашҡан. Аяғы яраланғас, уны Кореяға оҙаталар. Табиптар ҙур тырышлыҡ менән уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Ҡултыҡ таяҡтарына таянған Зоя Мәскәүгә ҡайтып медицина институтына уҡырға инә. Уҡыу йортоноң өс курсын тамамлап, фельдшер дипломы алған ҡыҙ ҡустыһын эҙләп табыу уйы менән Башҡортостанға ҡайта. Оҙаҡ ваҡыт эҙләгәндән һуң, ҡустыһының Баймаҡ ҡалаһына яҡын Мерәҫ ауылында йәшәүен асыҡлай. Аҡсаһыҙ-ниһеҙ Сибайға килеп төшә һәм дауаханаға эшкә урынлаша. Эштән өс көнгә ебәреүҙәрен һораған Зоя «Тиҙ ярҙам» тип аталған атлы арбаға ултырып ҡустыһына сығып китә һәм туғанын барып таба. Саф башҡортса һөйләшкән ҡустыһының бер һүҙен дә аңламаған Зоя уны күкрәгенә ҡыҫып күҙ йәштәрен түгә. Әммә ул был минуттарҙа үҙен иң бәхетле кеше итеп тоя. Артабан фронтовик ҡатын үҙе кеүек һуғыштан ҡайтҡан рус егете Женяға кейәүгә сыға. Fаилә башлығы «Башмедьстрой» төҙөлөш тресында төҙөүсе булып эшләй. Бәхетле ғаиләлә ике ул һәм бер ҡыҙ бала үҫә. Зоя Артем ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡанса Сибай ҡалаһының 24-се һөнәрселек-техник училищеһында эшләй. Әллә күпме быуын кешеләренең һаулығы һағында торған фронтовик ҡатынды йәштәр ҙә, ололар ҙа яратты, хөрмәт итте. «Фронтташ әхирәттәр» клубының иң әүҙем ағзаһы булараҡ киләсәк быуынға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү өҫтөндә лә күп эшләне ул.
Айгөл Торсонбаева.