Сибай ҡалаһында Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың һабаҡташы Әлимә Ишкилдина йәшәй тигәстәр, уның менән барып танышыу теләге уянды. Апрель айында 95 йәшен ҡаршы алған инәй, оло булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы әңгәмәсе булып сыҡты.
Әлимә Хафиз ҡыҙы 1923 йылда Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Уға 8 йәш тигәндә, атаһы вафат була. Әсәләре Сәлимә 11, 8, 6, 3 йәшлек балалар менән яңғыҙ ҡала.
—Әсәйебеҙгә еңел булманы инде. Ул осорҙа берәүгә лә анһатҡа тура килмәне. Заманаһы шундай ине. Әсәйем ағайымды эйәртә лә эшкә сығып китә, мин ҡустыларымды ҡарап өйҙә ҡалам. Тамаҡтың ашҡа туймаған сағы. Аслыҡ. Әммә кеше барыбер тәртипле булған, берәү ҙә урлашып йөрөмәне. Хәҙер кеше ялҡау. Бына ошо алама сифат донъябыҙҙы болғай. Тиҙ генә байырға теләгән әҙәм уғрылыҡҡа бара, кеше талай, үлтерә. Бөтә нәмәне аҡса менән үлсәй башланылар. Шуға ла йәшәйешебеҙҙең йәме китте, изге төшөнсәләр—кешелеклек, ихласлыҡ, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, ябайлыҡ, йомартлыҡ юҡҡа сыға бара. Беҙҙең атайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ, һабаҡташтарыбыҙ шуның өсөн ғүмерен ҡыйҙымы ни? Хәҙер бит тыныслыҡ, ашарға бар, кейергә бар. Тырышып эшләргә генә ҡала! Шуға ла әлеге дәүер кешеһенә: «Ялҡау булма»,—тип әйткем килә,—ти Әлимә инәй күҙ йәштәрен һөртә-һөртә.
«Бала сағығыҙҙы, йәшлек йылдарығыҙҙы һөйләгеҙ әле»,—тигән үтенесемә әңгәмәсем һүҙҙе оҙаҡ тотманы. «Барыһын да эшләнек. Бәләкәй генә булып хеҙмәт юлын башланыҡ. Әсәйебеҙ һарыҡ ҡарауға сыҡҡанда, беҙ бәрәстәрен тәрбиәләнек. Үҫмер саҡта Белоретҡа ебәрҙеләр, 6 ай буйына урман ҡырҡтыҡ. Иҫке Сибайҙа курс үтеп, комбайнда ла йөрөлдө. Үткәндәр иҫемә төшһә, илағым килә».
Эйе, Әлимә инәйҙең бала сағы, йәшлеге беҙҙекенә һис оҡшамаған. Ауыр, мең михнәтле булған. Әммә улар бирешмәгән. Рух ныҡлығын, ихтыяр көсөн һаҡлап ҡала алған.
Әлимә Хафиз ҡыҙы, алдан яҙыуыбыҙса, республикабыҙға арҙаҡлы ул-ҡыҙҙар биргән Күсей ауылынан. Ул Башҡортостандың халыҡ яҙысыһы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Абдулхаҡ Игебаевҡа өй аша ғына йәшәгән. Әлимә инәй күршеһе кеүек шағир булып китмәһә лә, шиғриәткә, әҙәбиәткә һис кенә лә битараф түгел. Бәләкәйҙән шиғырҙар яҙа ул. Әле 95 йәшен тултырһа ла, бик күп шиғырҙарҙы яттан һөйләп ултыра. Улар араһында үҙе ижад иткәндәре лә, башҡаларҙыҡы ла бар. Бер шиғырында былай тип яҙа:
Ит тә, һөт тә, май ҙа бирҙек,
Ысынлап та, был һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа таянып яҙылған. Һуғыштан һуң да йәшәү еңел булмаған. Илде тергеҙеү өсөн барыһы ла тир түккән.
—Малың бармы-юҡмы, берәү һорап торманы. Май, һарыҡ йөнө, йомортҡа һәм башҡаларын һәр ғаиләнән алдылар. Балалары булмағандарға һалымы ла күберәк ине,—ти инәй.
Әйткәндәй, инәй 1942 йылда Зәйнулла Ишкилдинға кейәүгә сыға. Зәйнулла 1937-1940 йылдарҙа хеҙмәт итә. Бессарабияла ла, фин һуғышында ла була. Яраланып ҡайтҡан яугир Түбә руднигына эшкә төшә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, шахтерҙарға бронь менән ҡалырға рөхсәт бирелә. Тик иле өсөн ғүмерен йәлләмәгән Зәйнулла йәнә һуғышҡа китә. 1945 йылдың декабрендә генә ул тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ишкилдиндар Күсей ауылында төпләнә. Бер-бер артлы уларҙың 10 улы һәм 1 ҡыҙы тыуа. Әле 5-һе генә иҫән. Әлимә инәйҙең 21 ейән-ейәнсәре, 20 бүлә-бүләсәре бар. Әлимә инәй иң кинйә балаһы—ҡыҙы Гөләйшәнең иғтибар һәм хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Әйткәндәй, Ишкилдиндар һәр балаһына юғары һәм урта махсус белем алырға форсат биргән. Балаларының атаһы Зәйнулла ғүмер буйы хөкүмәт эшендә эшләһә, Әлимә инәй Күсей ауылындағы интернатта төнгө ҡарауылсы була, Сибайға күскәс магазинда иҙән йыуа. Бынан тыш, хужабикәнең ҡулы оҫта булыуы ғаиләне ҡарауға булышлыҡ итә. Инәй күҙҙәре яҡшы күргән саҡта һис тә бәйләүҙән, тегеүҙән айырылмай. Шәл дә бәйләй, балаҫ та һуға, кейем дә тегә. Күсей ауылының барлыҡ ҡыҙҙары тиерлек нәҡ уның ҡул эштәрен бирнәлеккә алған. Ә кәләш әйттергән егеттәр янсыҡлы булған. «Беҙ әсәй теккән кейемде кейеп үҫтек»,—ти балалары.
Ә.Х.Ишкилдина Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың һабаҡташы тигәйнек. Әлимә инәйҙән батыр хаҡында һөйләүен үтендек.
—Тәфтизан менән бер класта уҡыныҡ. Ныҡ шуҡ-шаян булды. Атаһы Таһир 1934 йылда мәрхүм булды. Шуға ла йәшләй генә эшкә лә урынлашты. Мәктәптә уҡығанда ағастан мылтыҡ эшләп, үлгән һайыҫҡанды, муйынына элеп алып, браконьер булып кәмит тә ҡуя ине. Йәнә бер ваҡиға бөгөнгөләй күҙ алдында тора. Рус теленән яңы уҡытыусы килгәйне. Ул бер көн: «Кто будет читать?»,—тип һорағайны, Тәфтизан һикереп килеп торҙо ла: «Я буду. Мин ғүмерҙә лә уҡығаным юҡ»,—тигән булды. Уҡытыусы көлә, уға ғүмерең алда әле тине. Fүмере оҙон булмаған икән шул. Ысынында Тәфтизан 1924 йылғы. Эшләр өсөн үҙен 1922 йылғы тип йөрөгәйне. Шулай һуғышҡа ла малай ғына көйө иртә китеп барҙы. Бөтәһе 19 һабаҡташым фронтҡа киткәйне, уларҙың бик аҙҙары әйләнеп ҡайтты...
Бына шундай үҙ хәтерендә тере тарих йөрөткән, һәр яҡлап һәләтле, оло йөрәкле инәй йәшәй Сибай ҡалаһында.