Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Май 2018, 11:40

МЕҢ ҠАТ КӨСЛӨ БУЛЫП БАЛҠЫНЫ ТЫУҒАН ИЛДЕ ҺӨЙӨҮ ЯЛҠЫНЫ...

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановҡа быйыл йәй 95 йәш тула. 18 генә йәшендә Ватанын фашист илбаҫарҙарынан яҡларға Бөйөк Ватан һуғышына алынған йәш һалдат сал далалы тыуған еренә 30 йәшендә генә кире әйләнеп ҡайта ала. Яҙмыш уны нисек кенә һынамаһын, алдына ниндәй генә кәртәләр ҡормаһын, ул Тыуған иленә тоғро яугир булып ҡала.

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Фәтхулла Әһлиулла улы Юламановҡа быйыл йәй 95 йәш тула. 18 генә йәшендә Ватанын фашист илбаҫарҙарынан яҡларға Бөйөк Ватан һуғышына алынған йәш һалдат сал далалы тыуған еренә 30 йәшендә генә кире әйләнеп ҡайта ала. Яҙмыш уны нисек кенә һынамаһын, алдына ниндәй генә кәртәләр ҡормаһын, ул Тыуған иленә тоғро яугир булып ҡала.
Фәтхулла Аҡъярҙа 7-се класты бөтөп, колхоздың төрлө эштәрендә эшләп, бил нығытып йөрөгәнендә мәкерле Гитлер Советтар Союзына вәхшиҙәрсә баҫып инә. 1942 йылда 1923 йылда тыуғандар фронтҡа алына башлай. Ф.Юламанов та, Шишмә, Дәүләкән райондарында хәрби әҙерлек үткәндән һуң, 776-сы йәйәүле ғәскәр дивизияһы составында Сталинград өсөн барған һуғышҡа ебәрелә.
—Сталинградҡа ҡәҙәр беҙҙе йәйәүләп алып барҙылар. Бөтә нәмә емерек, ерҙең аҫты өҫкә әйләнгән. Паромдарға тейәлеп Донды аша сығып, оборона тоттоҡ. Көстәр тигеҙ түгел, дошман ут яуҙыра, беҙҙекеләр ҙә бирешмәй. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә аяғым яраланды, башыма ла бомба ярсығы эләкте,—тип хәтерләй ул мәхшәрҙе ҡарт һалдат.—Шулай бер мәл 100-ҙән ашыу кеше ҡамауҙа ҡалып, пленға эләктек.
Немецтар совет һалдаттарын 2-3 ай тирәһе сусҡа һарайында бикләп тота. Суровикино станцияһында уларҙы ҡайҙалыр алып китергә йыйынғандарында совет һалдаттары был ерҙе бомбаға тота. Мәхшәр мәлендә күптәр ҡаса, Фәтхулла ла. Бер аҙҙан ул Украина еренә барып сыға. Шунда көндөҙ йәшенеп, төндәрен генә сығып, серек алмалар менән тамағын туйҙырған ваҡыттары аҙ булмай уның. Ябығып, йонсоп китә, ҡаҡ һөйәккә ҡала. Бер аҙҙан румын һалдаттарына әсирлеккә барып эләгә. Бер ни тиклем яфалап, бер туҡтауһыҙ һорау алғандан һуң һарайҙа бикләп тоталар. Көнө-төнө иҫтән яҙҙырғансы туҡмайҙар. Румындар Фәтхулланы Польшалағы лагерға оҙата. Был лагерға эргә-тирәләге илдәрҙән килеп тотҡондарҙы үҙҙәренә эшкә һайлап алып йөрөгәндәр. Ат менән эш итә белгән Фәтхулланы итальяндар алып ҡайтып китә. Италияла хеҙмәтсе булып йөрөгән мәлдә партизандарға барып эләгә. 3-4 ай үтеүгә кеше яҙмыштарын пыран-заран килтергән ҡәһерле һуғыш та тамамлана. Сит ил лагерҙарында әсирҙә булыусыларҙы бер урынға йыялар. 25 меңләп кеше була унда. Шуларҙың меңдән ашыуы ғына Тыуған илгә ҡайтырға теләк белдерә. Ҡалғандарының да бик ҡайтҡылары килә лә ул, әммә улар Иосиф Сталиндың «Хәрбиҙәрҙең пленға эләгеүе һәм дошманға ҡорал ҡалдырыу яуаплылығы тураһында»ғы 270-се приказы менән яҡшы таныш булғанлыҡтан, был уйҙарынан кире ҡайта. Сөнки ул мәлдә әсирлеккә эләгеү Тыуған илгә хыянат итеү тип иҫәпләнә. Ниндәй генә михнәттәр күрһә лә хыянатҡа бармаған Фәтхулла, ни булһа ла булһын ти ҙә, ҡайтыу яғын ҡарай. Егет бер нәмәне яҡшы төшөнә: ул үҙ теләге менән дошман яғына сыҡманы, бер ваҡытта ла уларға һатылып, илебеҙгә ҡаршы эш алып барманы. Әсирлеккә ул хәрби алыш мәлендә яраланып, ҡанһырап, иҫһеҙ ятҡанында эләкте бит.
Башта уларҙы Кубань тарафтарына, унан иһә Австрияға оҙаталар. Австрияла совет һалдаттарының кейемен кейҙертеп завод һаҡлаталар. Үҙ кейемеңде кейеү уның күңеленә ниндәйҙер бер йылылыҡ өҫтәй. Артабан Фәтхулла Чехославакия, Венгрия ерҙәрендә хеҙмәт итә. 1947 йылда инде уларҙы Литваға алып киләләр һәм әсирлеккә эләккәне өсөн хөкөм итеп, тағы 7 йылға Себер тарафтарына ауыр эшкә оҙаталар. Мәңгелек боҙ ятҡан төбәктә ир ҡорона инеп, ҡылмаған гонаһтары өсөн ғәҙел булмаған яза алып, Сталин үлгәс кенә, 1953 йылда, Аҡъярға ҡайтып төшә.
Фәтхулла Юламанов ҡайтып ингәндә илебеҙ һуғыш михнәттәренән арынып, емереклектәр тергеҙелеп, тормош ҡәҙимге матурланып килгән саҡ була. Ата-әсәһе, туғандары уны һағынып ҡаршы ала. Күпте күргән әсәһе: «Улым, инде ҡыҙҙар күҙләп йөрөргә йәш-елкенсәк түгелһең, 30-ға еткән ирһең инде. Бына күршелә генә Гәүһәр исемле үҙе һылыу, үҙе уңған ҡыҙ бар. Шуға өйләнәһең»,—ти. Ҡәҙерлеһенең һүҙен йыҡмай Фәтхулла. Тракторсылар әҙерләү курсында уҡып йөрөгәндә Гәүһәр Абдулла ҡыҙына яусы ебәрә. Матур ғына йәшәп китәләр, бер-бер артлы 5 балалары тыуа. Колхозда ең һыҙғанып эшләп йөрөгән мәлдә, 1961 йылда, һуғыш яралары ҡуҙғый башлай. Аяғы шешеп китеп, оҙаҡ дауаханала ята. Табиптар һул аяғын ҡырҡырға ҡуша. Түҙемлелеге, ныҡлығы менән сит ерҙәрҙә лә үлем тырнағынан ҡотолоп ҡалған ир-егет был юлы ла даими гимнастика яһап, дауалау физкультураһы менән шөғөлләнеп, аяғын һаҡлап ҡала.
—Бөйөк Ватан һуғышының икенсе төркөм инвалиды булһа ла ул әле лә физик күнекмәләр яһауҙан туҡтамай. Көнөнә 2 тапҡыр саф һауаға сығып йөрөй, дөрөҫ туҡлана,—ти ҡыҙҙары Гөлшат һәм Гүзәл.—Әсәйебеҙ менән улар 60 йыл бергә татыу ғүмер итте, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барҙы. Ҡыҙғанысҡа күрә, бынан 5 йыл элек әсәйебеҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Беҙҙе ул берҙәм булырға, бер-беребеҙҙе ниндәй хәлдә лә ташламаҫҡа, таҙалыҡҡа һәм йыйнаҡлыҡҡа өйрәтте.
Юламановтарҙың 5 балаһы ла Хәйбулла районында йәшәй. Гөлсөм апалары ғына Байғусҡар ауылында тора, ҡалғандары—Гөлшат, Гүзәл, Илшат, Рәжәп Аҡъярҙа төпләнгән. Әлеге көндә Фәтхулла Әһлиулла улы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ бирелгән иркен фатирҙа Гөлшат ҡыҙы менән йәшәй. Беҙ ветеран тураһында яҙырға барғанда ҡыҙҙары, Гөлнара килене уның янында ине, тағы ике улы ла инеп сыҡты.
—Көн дә шулай хәлен белешәбеҙ. Оло кешегә ни күп кәрәкмәй, йылы һүҙебеҙҙе ишетһә лә, яҡты йөҙөбөҙҙө күрһә лә ҡыуанып китә,—ти ҡыҙы Гүзәл Рәшитова. Үҙен гел маҡтап ҡына телгә алған балаларына ветеран да һөйөп баға:
—Аллаға шөкөр, балаларым шәп. Атай тип өҙөлөп торалар. Хөкүмәтебеҙ ҙә хәстәренән айырмай. Ил етәкселегенә рәхмәт, йәшәйешебеҙ яҡшы. Ошо муллыҡтан, тыныслыҡтан айырмаһын. Йәш быуын һуғышты белмәһен, күрмәһен!—ти Фәтхулла Юламанов, түшендәге «II дәрәжәле Бөйөк Ватан һуғышы» ордены, «Германияны еңгән өсөн» һәм бик күп юбилей миҙалдарын сыңлатып.
—Михнәтте күп күргәнһегеҙ, ауырлыҡтар ҙа аҙ булмаған. Йәшегеҙ 95 етһә лә кәүҙәгеҙ төҙ, аҡылығыҙ камил. Нәҫелегеҙҙә оҙаҡ йәшәүселәр бармы?—тип һораным ветерандан. Ул һалдаттарса кәүҙәһен тағы ла турайтып:
—Fаиләлә 5 бала үҫтек. Мәмбәттә йәшәгән бер туған апайым, ваҡытында Башҡортостан Президенты ярҙамсыһы булған Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтовтың әсәһе, 100 йәшкәсә йәшәне. Ул оҙон ғүмерлекте һиңә ҡалдырам, ҡустым, тип әйткәйне. Бер туған ҡустым Һибәтулла Әһлиулла улы Юламанов оҙаҡ йылдар Башҡортостан прокуратураһында прокурор ярҙамсыһы булып эшләне. Ул әле лә иҫән, Өфөлә йәшәй, яңыраҡ 90 йәшен туйланы,—тип яуапланы.—Бирешергә ярамай, беҙҙекеләр әле иҫән. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын районда 9 ветеран иҫән-һау ҡаршылай. Күҙ йәштәре аша яуланған байрамыбыҙ менән, иптәштәр! Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын күрергә насип итһен!