АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Май 2018, 11:38

МӘҢГЕЛЕК ТӨЙӘГЕҢДЕ БАРЫП КҮРӘСӘКБЕҘ

Атай… Был һүҙҙе ғүмерем буйы бер тапҡыр ҙа әйткәнем булманы, шуның өсөн уны аҡ ҡағыҙға яҙҙым да бер аҙ тулҡынлана төштөм. Ҡәҙерле кешем Солтанбаев Мирза Фәиз улына әйтер һүҙҙәремде ошо хат аша яҙырға булдым.

Атай… Был һүҙҙе ғүмерем буйы бер тапҡыр ҙа әйткәнем булманы, шуның өсөн уны аҡ ҡағыҙға яҙҙым да бер аҙ тулҡынлана төштөм. Ҡәҙерле кешем Солтанбаев Мирза Фәиз улына әйтер һүҙҙәремде ошо хат аша яҙырға булдым.
Быйыл Сталинград бәрелешендә беҙҙең ғәскәрҙәр фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүгә 75 йыл үтте. Шул ерлектә барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә һин батырҙарса һәләк булғанһың. Перелазево тигән ауылда ерләнгәнһең. Был хәбәрҙе беҙ бик күп йылдар үткәс кенә «Хәтер» китабынан уҡып белдек. Миңә әле 75 йәш. Һин һуғышҡа киткәндә Рәйсә апайыма ҡурсаҡ бүләк итеп киткәнһең, уның аяғына: «Рәйсәнең һеңлеһе Нәсимә булыр»,—тип яҙғанһың. Әсәйемдең йөрәге аҫтында ятҡан сабыйҙың ҡыҙ бала булырын ҡайҙан белгәнһеңдер?
Мин Бөрйән районының Тимер ауылында 1942 йылдың 12 майында, һин фронтҡа алынғас биш ай үткәс, тыуғанмын. Өләсәйем, әсәйем Рәйсә апайым менән икебеҙҙе матур итеп тәрбиәләп, һинең йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп үҫтерҙе, уҡытты, кейәүгә бирҙе. Тормошта ҡыйынлыҡтар күп булды, ләкин бирешмәнек. Беҙҙе ел-ямғыр тейҙермәй үҫтергән өләсәй, әсәйем дә күптән гүр эйәһе инде. Шуныһы ҡыуаныслы: һинең нәҫелеңде лайыҡлы дауам итәбеҙ. Рәйсә апайымдың 8 балаһынан 18 ейән-ейәнсәре, 9 бүлә-бүләсәһе бар. Минең 2 баламдан 5 ейән-ейәнсәрем үҫә. Бына шулай ғүмер итәбеҙ, барыбыҙ ҙа имен-һау, бәхетле йәшәйбеҙ.
Атай, быйыл Бөйөк Еңеү көнө алдынан 79 йәшлек Рәйсә апайым менән һин ерләнгән ергә Волгоград өлкәһе Клецкий районының Перелазево хуторындағы батырҙар ҡәберенә барып һәйкәлеңә сәскәләр һалып ҡайтырға йыйынабыҙ. Обелискыға алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған исемеңде үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, мәңгелек төйәгеңде ҡарап ҡайтҡыбыҙ килә.
Кесе ҡыҙың Нәсимә Шәрипова.
Хат авторы телгә алған Солтанбаев Мирза Фәиз улы беҙҙең яҡташ. Ул Баймаҡ районының Темәс ауылында 1908 йылда тыуған. Темәс педучилищеһын тамамлап Бөрйән районының башта Fәлиәкбәр мәктәбенә, һуңынан Тимер ауылына эшкә барған. Шунда Балапанова Маһитап Фәхретдин ҡыҙын осратып, ғаилә ҡорған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та Мирза Солтанбаев үҙ теләге менән фронтҡа китергә ҡарар иткән. Дим станцияһында һуғышҡа әҙерлек үтеп ятҡанында өлкән ҡыҙы Рәйсәгә бүләк итеп (автор хатында яҙылған) ҡурсаҡ ебәрә. Ул 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы составында һуғышҡа барып инә. Сталинград өсөн барған яуҙа ғәзиз башын һала. Яугирҙың хеҙмәттәштәре һөйләүенсә, ул Орел ҡалаһына етәрәк ерҙә Дон йылғаһын төнө буйына 12 тапҡыр кисеп сығып, икенсе ярға ҡорал ташый. Уның шулай туҡтамай эшләүенә башҡа һалдаттар аптырай ҙа, һоҡлана ла. Уның һөйөклө ҡатынына, ҡыҙҙарына яҙған һуңғы хаты әлеге көндә Бөрйән районында йәшәгән Рәйсә ҡыҙында һаҡлана. Унда шулай уҡ Мирза Солтанбаевҡа еңгәһе бүләк иткән янсыҡ, атаһы һәм әсәһе уртаһында ултырып төшкән фото ла бар. 1941 йылғы фотоһүрәттә Рәйсә Мирза ҡыҙына ике генә йәш булған. Әсәһе Маһитапҡа 18-19 йәш тирәһе. Әсәһе кейәүгә бик иртә 16 йәшендә генә сыҡҡан.