Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
30 Март 2018, 12:20

ГЕОЛОГ ҺӨНӘРЕ ЮҠҠА СЫҠМАҪМЫ?

Йыл һайын апрель айының беренсе йәкшәмбеһендә, һутҡа тулышҡан тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянған мәлдә, ер йөҙөндәге иң тыныс, иң серле, ләкин бик кәрәкле һөнәр эйәләре—геологтар үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй. Ҡайһы берҙә был байрам Көлкө көнө менән дә тап килеп ҡуя. Минеңсә, был осраҡлы түгел. Ҡырыҫ һөнәр эйәләре булып танылһалар ҙа, геологтарҙың күбеһе асыҡ-ярыҡ, шаян һәм йор һүҙле кешеләр.

Йыл һайын апрель айының беренсе йәкшәмбеһендә, һутҡа тулышҡан тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянған мәлдә, ер йөҙөндәге иң тыныс, иң серле, ләкин бик кәрәкле һөнәр эйәләре—геологтар үҙҙәренең профессиональ байрамын билдәләй. Ҡайһы берҙә был байрам Көлкө көнө менән дә тап килеп ҡуя. Минеңсә, был осраҡлы түгел. Ҡырыҫ һөнәр эйәләре булып танылһалар ҙа, геологтарҙың күбеһе асыҡ-ярыҡ, шаян һәм йор һүҙле кешеләр.
Студент эскәмйәһенән тороп, беренсе тапҡыр шахтаға төшкән йәш белгескә (миңә) ниндәй йомош ҡушҡандар тиһегеҙме? Биҙрә тоттороп «һоҫҡо майы» («совковое масло») эҙләргә ебәрҙеләр. Тапманым. Ярар, бөткәндер, тип эс тырнап көлдөләр.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған йәш белгесте Баймаҡ ялан партияһына эшкә ебәрәләр. Бер-ике көн эшләгәс, эшселәр «сей» геологты һынап ҡарарға була. Шаяныраҡ егеттәрҙең береһе кеҫәһенән ҡатып бөткән ҡорот сығара ла:
—Фердинанд (исеме шулай ине), бына бер ят таш таптым әле. Һин, уҡыуҙы яңы тамамлаған кеше, нимә икәнен асыҡлай алмаҫһыңмы икән?—ти икән. Фердинанд, институтта өйрәткәнсә, «ташҡа» һыҙып та ҡарай, ҡырып та ҡарай, тешләп тә ебәрә. Бер тәүлек өйрәнгәндән һуң, көсһөҙ икәнен таный был. Ҡалала үҫкән урыҫ малайы башҡорт ҡоротон ҡайҙан ғына белһен инде!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер геологияға ҡараш төптән үҙгәргән икән. «Күк томандар артынан ҡыуып», «тайга еҫен һулаған» замандар артта, боронғо заманда ятып ҡалғандыр, тим.
Геологтар көнө алдынан «Башкиргеология» асыҡ акционерҙар ойошмаһының баш геологы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геологы Николай Иванович Татарко менән булған әңгәмәнән һуң мин шундай һығымтаға килдем.
—Николай Иванович, һеҙҙе һәм һеҙ етәкләгән коллективты һөнәри байрамығыҙ—Геологтар көнө менән ҡотлайым.—Һеҙгә, бөтә ғүмерен Башҡортостан геологияһына арнаған кешегә, был байрам бик яҡындыр...
—Рәхмәт. Ысындан да, мин был ергә бынан 42 йыл элек,1976 йылда, Серго Орджоникидзе исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Мәскәү геология-разведкалау институтын тамамлағас аяҡ баҫҡайным. Тәүҙә геолог булып эшләнем, шунан 30 йылға яҡын геология хеҙмәтен етәкләнем, баш геолог вазифаһын тарттым. Хеҙмәт кенәгәмдә шунан башҡа яҙыу юҡ.
—Аңлауымса, һеҙ Башҡортостандан түгел...
—Хәҙер башҡорт булып бөтөп барам инде. Шаяртам. Мин Сталинград (хәҙерге Волгоград) өлкәһенең Салтово исемле ауылында тыуғанмын.
—Ауыл малайы икәнһегеҙ ҙә баһа! Ә ни өсөн геолог булырға уйланығыҙ?
—Етенселә уҡығанда мине Ҡара диңгеҙ буйына «Орленок» лагерына ял итергә ебәрҙеләр. Шунда бер геолог ағай менән таныштым.
—Ә мин һеҙҙе геолог улы икән тип уйлағайным.
—Ю-у-ҡ! Атайым да, әсәйем дә мин һайлаған һөнәргә ҡаршы ине. Әсәйем, ғүмер буйы тау-таш араһында йөрөрһөңмө икән, тип ҡайғыра торғайны.
—Николай Иванович, һуңғы осорҙа һеҙҙең һөнәр тураһында бөтөнләй өндәшмәҫ булдылар. Геологияла эштәр нисек тора әле?
—Һуңғы бер нисә йылда геологияла бик ҙур үҙгәрештәр булып үтте. 2015 йылға тиклем геологияла федераль объекттарҙы бүлеү конкурс аша—тендерҙар ярҙамында алып барылды. Эшләйһе объекттарҙы алдан билдәләп, конкурсҡа ҡуя торғайныҡ, тендерҙа еңһәк, федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға эҙләнеү, разведка эштәре алып барҙыҡ. Был схема оҙаҡ ҡына, 90-сы йылдарҙан бирле, уңышлы ғына эшләп килде. Йәшермәй әйтергә кәрәк, шул йылдарҙа геология йәнләнеп ҡалды: күп кенә яңы ятҡылыҡтар астыҡ, эштең сифаты күтәрелде. Шулай дәртле генә эшләп йөрөгәндә, 2015 йылда, көтмәгәндә Рәсәй Президенты Указы донъя күрҙе. Шул Указға таянып өҫтәге етәкселәр Рәсәйҙәге бөтә геология объекттарын яңы ойошторолған берҙән-бер подрядсыға—«Росгеология» акционерҙар йәмғиәтенә тапшырырға бойорҙо. «Росгеология», акционерҙар йәмғиәте һаналһа ла, дәүләт корпорацияһы. Ҡаҙна иҫәбенә геологоразведка эштәрен алып барыу хоҡуғын беҙҙән тартып алып бер «Росгеология»ға тапшырып ҡуйҙылар. Шулай итеп, быға тиклем эшләп килгән предприятиеларҙы аҡсаһыҙ, бер хоҡуҡһыҙ ҡалдырып, «Росгеология»ны монополист яһанылар.
Был туҡмаҡ беҙҙе лә йәлләп торманы. Филиал үҙе эш алып барған бөтә объекттарын «Росгеология»ның Ессентукиҙа урынлашҡан бер предприятиеһына тапшырырға мәжбүр булды.
2014 йылда быға тиклем башҡарылған бөтә эштәрҙе барлап, киләһе йылдарҙа башҡарыласаҡ эштәр программаһын төҙөүҙө тамамлап ҡына тора инек. Федераль программа өсөн дә объекттар әҙер, агентствола яҡлап сыҡҡайныҡ. Ҡайҙа, ниндәй эштәр, ниндәй көс менән—барыһы ла иҫәпләнгән, һаналған, документация әҙер ине. Яңы килгән хужаларға, беҙгә рәхмәт әйтеп, әйҙә, бергә эшләйек, тип әйтәһе генә ҡалған ине һымаҡ.
—Әйтмәнеләрме?
—Юҡ шул. Бигерәк ғорур булып сыҡтылар. Ә үҙҙәренең, уйлап ҡараһаң, маҡтанырлыҡ артыҡ бер нәмәләре лә юҡ. Улар ғүмерҙә лә колчедандар менән шөғөлләнмәгән. Беҙҙең төбәктең геологик төҙөлөшөн, колчеданды эҙләү ысулын белмәйҙәр.
—Нисек эшләргә йыйыналар икән һуң?
—Белмәйем. Ә хәҙергә...киләләр, юл ыңғайында бер нисә скважина быраулайҙар ҙа тағы юғалалар.
Йәл. Башҡортостан геологтарының 90 йыл буйы башҡарған иҫәпһеҙ-һанһыҙ эшенең ситтән килгән ят кешеләр өсөн бизнес сығанағы ғына булып ҡалыуы бигерәк йәл. Баҙар мөнәсәбәтенә күсерәбеҙ тип геологияның тамырына балта һелтәйбеҙ. Ошоға тиклем геология беҙҙә интеллектуаль хеҙмәт төрө булып һаналып килде. Төп ауыр эш башҡарылғандан һуң геологҡа уйларға, фаразларға, хатта хыялланырға ла ваҡыт ҡалырға тейеш. Бөгөнгө шарттарҙа уға ваҡыт бирелмәй. Икенсе төрлө әйткәндә, геология сәнәғәт рельстарына ултыртылды. Конвейерға әйләнде. Ә был бик ауыр эш.
Дауамын гәзитебеҙҙең 13-сө һанында уҡығыҙ.
Һүрәттә: «Башкиргеология» ойошмаһының баш геологы Н.И. Татарко.
Фәрит Әхмәров.