Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март 2018, 12:25

ҮҘЕБЕҘҘЕҢ МАРУСЯ!

Хәйбулла районы Вәлит ауылына яҡын ғына ятҡан Комсомолдың бер осонда урынлашҡан матур бер ихатаның ҡапҡаһын асып инеүебеҙ булды беҙҙе йорт тупһаһынан йәтеш кәүҙәле, теремек кенә Маруся инәй ҡаршы алды.

Хәйбулла районы Вәлит ауылына яҡын ғына ятҡан Комсомолдың бер осонда урынлашҡан матур бер ихатаның ҡапҡаһын асып инеүебеҙ булды беҙҙе йорт тупһаһынан йәтеш кәүҙәле, теремек кенә Маруся инәй ҡаршы алды.
Мария Трофимовна Коробова йәш сағынан алып башҡорт телен һыу шикелле белә. Ул: «Һаумыһығыҙ! Әйҙүк, инегеҙ. Ҡунаҡтарға сәй ҡуяйым әле»,—тип сәйнүгенә барып тотондо. Башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы Маруся инәйгә лә күскән икән. Уның ихласлап башҡортса һөйләшеүенә иҫең китер. Йыш ҡына үҙенең телмәрендә «Аллаға шөкөр», «Әй, аллам», «Fәләмәт» тигән һүҙҙәрҙе ҡулланыуы Маруся инәйҙең ни тиклем ерле халыҡҡа яҡын булыуын, телен, ғөрөф-ғәҙәтен яҡшы белеүен дәлилләй.
Мария Трофимовна 1942 йылдың майында Комсомол ауылында донъяға килгән. Әсәһе Федосия Филлиповна колхозда һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләгән. Ул да башҡорт телендә бик арыу ғына һупалаған. Атаһы Трофим Иванович Калинин һуғышта һәләк була. Шулай итеп, ғаиләлә өс бала етемһерәп ҡалған. Әсәләре һуғыш тамамланғас икенсегә кейәүгә сыҡҡан. Яңы барлыҡҡа килгән ғаиләлә бер ҡыҙ бала тыуған, әммә ул бәләкәй сағында уҡ гүр эйәһе булған.
4 класс белеме булған Мария 13 йәштән хужалыҡҡа эшкә төшә. Әрһеҙ ҡыҙ баҫыуҙы ла эшкәртә, быҙауҙарҙы ла ҡарай, һыйырҙарҙы ла һауа, бесәнлекте лә һаҡлай. 1975 йылдан 1985 йылға ҡәҙәр прораб, тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Саф башҡортса һөйләшергә бала саҡта бергә уйнап үҫкән иптәш ҡыҙҙары Сәйҙә Байбулова, Алевтина Fәниева, Сәрүәр Байбуловаларҙан өйрәнгән.
1962 йылда комсомол юлламаһы буйынса бында Омскиҙан Василий Алексеевич Коробов эшкә килә. Йәш егет гөрләп торған хужалыҡҡа мал ҡараусы булып урынлаша. Ул шунда уҡ эшһөйәр Марияға ғашиҡ була. Йәштәр танышып бер аҙ йөрөгәс, бата уҡыта. Оҙаҡламай 18 йәше тулған Василийҙы әрмегә алып китәләр. 3 йыл буйына Мәскәүҙә хеҙмәт иткән ирен Маруся ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
—Минең Васям ҙур кәүҙәле, көслө ине. Шуныһы иҫтә ҡалған: ул велосипедының алдына мине ултыртып алып Сиҙәм ауылына алып барҙы. Шунда ЗАГС-ҡа инеп, никахыбыҙҙы рәсмиләштереп ҡайттыҡ. Беҙ уның менән бик татыу йәшәнек. Юра, Сережа исемле малайҙарыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ Лена тыуғас ғаиләбеҙгә тағы ла ҡот өҫтәлде,—тип хәтер йомғағын һүтә Маруся инәй.
Әммә тормошта барыһы ла шыма бармай бит ул. Маруся инәй ҙә үҙ ғүмерендә күпте күргән. Өлкән улдары йәшләй генә гүр эйәһе булған.
—Юраның өс балаһы ҡалды. Әле Зилә киленебеҙ Аҡъярҙа йәшәй. Уларҙың хәл-әхүәлдәрен һорашып, белеп торабыҙ,—ти инәй. Уртансылары Сергей Магнитогрск ҡалаһында йәшәй. Ял һәм байрам көндәрендә әсәһенә килеп ярҙамлашып тора. Ҡыҙҙары Лена ла Комсомолда төпләнгән. Ул башҡорт егете Нәғим Йыһанур улы Рәхмәтуллин менән гөрләтеп донъя көтә. Лена ислам динен ҡабул иткән. Улар ире менән Солтан, Рөстәм һәм Динә исемле матур балалар үҫтерә. Маруся инәй әйтеүенсә, ҡыҙы менән кейәүе татыу һәм етеш йәшәй, күпләп мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт тота.
Маруся инәй бынан 11 йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән ире Василийҙы оло хөрмәт менән телгә ала.
—Ауылда иң ҙур баҡса беҙҙеке булды. Ирем үҙ ҡулдары менән ҡайын, ҡарағай һәм шыршылар ултыртты. Уның алмағастары әле лә мул уңыш бирә. Василийҙы һағынһам, шул ағастарға ҡарап йырлап алам: «Кил, кил, кил, иркәм, кил инде, йылмайып көл инде, һағындым, бәғрем һине…». Ҡышҡыһын тәҙрә аша ҡарап: «Иртә буран, кис тә буран, мамыҡ шәлеңә уран шул, мамыҡ шәлеңде уран…»,—тип йыр һуҙырға яратам мин. Мәжлестәрҙә йәки мәҙәниәт йортонда уҙғарылған берәй сарала башҡортса ла, русса ла бейеп кинәнәм. Башҡорттарҙың йыр-моңона иҫем китеп ғашиҡмын үҙем. Радионан көн дә «Юлдаш» йыр-моң каналын тыңлайым. Дәртле йырҙарҙы йәки таҡмаҡтарҙы ишетһәм, түҙә алмайым, ҡушылып йырлай башлайым. Хәҙер рус йырҙарын хәтерләмәйем дә инде, русса йырларға ла яратмайым. БСТ каналынан да башҡорт телендәге тапшырыуҙарҙы ҡарарға яратам. Ысынын әйткәндә, суҡыныуҙың нәмә икәнен онотҡанмын, сәйҙән һуң гел «Әпәр» итеп өйрәнелгән. Шулай итеп, башҡортлашып бөткәнмен мин һәм быға һис тә үкенмәйем,—ти Мария Трофимовна, ихлас йылмайып.
76-сы йәш менән барған Маруся инәйҙең күңеленең ни тиклем йәш булыуына инандыҡ. Ул ғаиләһенә, хеҙмәтенә ҡағылышлы ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләп тәфсирләп һөйләй. Күршеләрен, бергә эшләгән иптәштәрен, хатта уларҙың бала сағаһын исемләп иҫләп ултыра. Ауылдаштары әйтеүенсә, Мария Трофимовнаның кәйефе һәр саҡ күтәренке һәм ул үҙенең йәшәү көсөн башҡаларға ла тарата. Ул бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәй, үткәндәренә һәм бөгөнгөһөнә ризалыҡ менән ҡарай, киләсәгенә өмөттәр бағлап йәшәй. Тыуған еренә, ауылдаштарына, ғөмүмән яҙмышына рәхмәтле ул. Яңғыҙы йәшәһә лә уның бөхтә өйөндә ҡот уйнап тора. Күрше-күләне көн дә тиерлек был асыҡ сырайлы инәйҙең хәлен белергә килә. Кемеһе яңы ғына һауған һөтөн, кемеһе бешергән бәлешен тотоп инә. Маруся инәй ҙә уларҙы ҡоро сығармай, тәмле үлән сәйе менән һыйлай. Бына шулай, ҙур булмаған Комсомол ауылында йәшәүсе Мария Трофимовна һәм ауылдаштарының миҫалында беҙ башҡорт-рус милләтенең ғүмерлек дуҫлығын күрҙек.
Читайте нас: