«Чемпионмын тип маҡтанғаным юҡ, ә бына әрмелә лә, былай тормошта ла «Башҡортмон тип күкрәгемде һуғам!»—тип көлә Сибай ҡалаһында йәшәүсе танк биатлоны буйынса Рәсәй чемпионы Илшат Вәхит улы Йәнекәйев.
Ҙур спортта бала саҡтан ныҡлы шөғөлләнһәң генә уңыштарға өлгәшеп була, тип иҫәпләнә. Ә бына Баймаҡ районының Моҡас ауылында тыуып үҫеп, Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбендә урта белем алған Илшат Йәнекәйев әрме сафында танк биатлонында Рәсәй чемпионы дәрәжәһен яулай. Был үрҙәргә махсус шөғөлләнеп тә етә алмаусылар бик күп, етмәһә кисектерелмәгән (срочный) хеҙмәт итеүселәр араһынан ундай ярыштарға эләгеүселәр бөтөнләй юҡ. Танк биатлонында тик контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр чемпион исеме өсөн ярыша.
—8-се мәктәптә уҡығанда уҡытыусым Ә.С.Байғужин туризм буйынса ярыштарға алып йөрөнө. Еңел атлетика менән шөғөлләндем. БДАУ-ның Урал аръғы филиалына уҡырға ингәс тә, спортты ташламаным. Бөтә төр техника менән ныҡлы ҡыҙыҡһындым, бик күп уҡыным,—ти Илшат, уңышҡа өлгәшеүенең серҙәре менән уртаҡлашып. Мин бер ваҡытта ла көсөмдән килмәҫтәйгә ынтылмайым. Тыныс холоҡломон, кәрәк саҡта һалҡын ҡанлы була беләм, бер ваҡытта ла, бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. Эскелек, тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәрем юҡ.
Илшат Йәнекәйев Башҡорт дәүләт аграр университетының механика факультетында бик төплө һәм төрлө йәнәлешле белем алыуына ҡыуана. Тағы шуныһы: Сибайҙан һуң баш ҡалаға уҡырға күсеүҙәрен дә отошло тип һанай. Тап ошо уҡыу йортонда егет тормош һабаҡтары ала. Университетта йыл һайын ауыл хужалыҡтарында практика үткән студенттар араһында «Иң яҡшы комбайнсы» конкурсы ойошторола. Еңеүсегә бүләккә ат бирелә. Илшат был хаҡта хәбәрҙар булғас та, үҙ-үҙенә мин ошо конкурста еңәсәкмен һәм йылҡы малы минеке була, тигән маҡсат ҡуя. Ысынлап та, трактор, комбайн, теләһә ҡайһы автомобилдең төҙөлөшөн ентекле белгән егеттең был хыялы тиҙ арала тормошҡа аша. IV курсты бөтөп V курсҡа күскәндә Баймаҡ районының Күлтабан хужалығында төбәктең «Урал аръяғы» МТС-ы комбайнсылары менән бер рәттән ең һыҙғанып иген саба. Уның һәр тултырған комбайн бункерындағы уңышы иген тогында иҫәпләнә. Шулай итеп башҡа тиҫтерҙәре йәйге каникулын күңел асып уҙғарғанда ялан батыры тирләп-бешеп бешкән бойҙай, арыш баҫыуҙарында башаҡ һуға. Хужалыҡ ҡырҙарының 970 гектар майҙанынан мул уңыш йыйып тапшырып «Иң яҡшы комбайнсы» исеменә лайыҡ була. Баҫыуҙарҙа эштәрҙе тамамлап ҡара көҙҙә генә уҡырға барыуына уға республиканың ауыл хужалығы министры үҙе килеп төп бүләкте—атты тапшыра.
Мәртәбәле ярыш еңеүсеһенә уҡыуҙы тамамлау ҡыйын булмай. 2015 йылдың йәйендә юғары белем алған егет бының менән генә тынысланмай. Студент булған кеше йәшлекте татый, һалдат һурпаһын эскән егет тормошто күрә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Fүмеренең сираттағы баҫҡысы алдында тороуын яҡшы аңлай Илшат һәм үҙ теләге менән шунда уҡ хәрби комиссариатҡа барып әрмегә ебәреүҙәрен үтенә. Уларға ни шул ғына кәрәк бит инде, И.Йәнекәйевты яҙҙың һуңғы саҡырылышы менән әрмегә алып та китәләр. Ҡазан юғары хәрби команда училищеһына бик күптәр эләгергә теләһә лә, кисектерелмәгән хеҙмәт үтеүселәрҙе унда ала һалып бармайҙар. Ҡаты уставлы, ҡаты режимлы училищела танк менән идара итергә өйрәтәләр. Башта компьютер аша ғына күргән хәрби техникалары яйлап ысынбарлыҡҡа әүерелә егеттең. Бөтә нәмәгә күңелен биреп өйрәнгән Илшат был шөғөлөнә лә баш көллө сума. Тап шунда беренсе тапҡыр ул танк биатлонында ҡатнаша һәм училищеның «Иң шәп стрелогы» исемен яулай. Техниканы яҡшы белеүе, тойоуы ла уңышҡа илтеүсе аҙымдарҙың береһе була.
—Нимә ул танк биатлоны? Ул саңғы биатлонына ауаздашмы?— тип күптәр ҡыҙыҡһына. Танк ярышын биатлон тип, ысынлап та классик биатлонға ауаздаш булғанға атағандар. Бында атҡанда сәпкә теймәһәң, танк экипажы штраф ҡуласаһына юллана. Ҡалғанында иһә, саңғы биатлонындағы кеүек төҙ атырға, штраф балдарын йыймаҫҡа, ҡатмарлы трассаны үткәндә (һыуҙы кисеп сығыу, төрлө күнекмәләр яһау) тиҙлекте тоторға кәрәк. Ярышта 3 кешенән торған экипаж һынау тота: механик-водитель, наводчик-оператор һәм командир. Отҡорлоҡ, тиҙлек һәм ныҡлыҡ был осраҡта иң кәрәкле сифаттар,— тип аңлата наводчик-оператор Илшат.
Ҡазанда маҡтаулы исем яулаған егет артабан хеҙмәтен дауам итеү өсөн Тамань дивизияһының ғына түгел, донъялағы иң шәп полигондарҙың береһе булған «Алабино»ға ебәрелә. Танк «ене» ҡағылған Илшат бында ла көнө-төнө хәрби техниканан төшмәй. Махсус полигонда башта илебеҙ армияһының 4 округы ярыша. Унда ла Илшат Йәнекәйевтың экипажы еңеп сыға һәм Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл полигонында үтәсәк Рәсәй чемпионатына әҙерләнә башлайҙар. Ҡыйыу егеттәр бында ла ныҡ тырыша һәм маҡсаттарына өлгәшә—уларҙың экипажы Рәсәй Чемпионы исемен яулай.
—Яуланыҡ тип хәҙер һөйләүе генә еңел. Ә ул ваҡытта туҡтауһыҙ әҙерләнергә тура килде. Өс кешең бер булғанда, ваҡыт юғалтмай экипажды әҙерләгәндә генә уңыш көттөрмәй. Ә былай тән йәрәхәттәре алып бөтәһең, 30 килограмм ауырлыҡтағы снаряд аяҡтарҙы ла йырта, башҡа ла тейә. Әммә беҙ булдыра алдыҡ,— тип ҡыуана чемпион.
Сыбаркүлдә танк биатлоны буйынса Рәсәй чемпионаты ла тамамлана, Илшатҡа әрме сафынан демобилизацияланыу ваҡыты ла етә. Тыуған яғын, ата-әсәһен, туғандарын һағынған егетте әрмелә контракт буйынса хеҙмәтен дауам итеп, Донъя чемпионатында ҡатнашырға төрлө дәрәжәләге хәрбиҙәр күпме көсләһәләр ҙә ризалашмай. Сөнки ул бер ваҡытта ла хәрби тормошҡа ҡыҙыҡмай, дан-шөһрәткә лә иҫе китмәй.
Илшат Йәнекәйев 2017 йылдан «Башнефть» йәмғиәтенең Сибай филиалында тырышып эшләп йөрөй. Ошо көндәрҙә ул йәмғиәттең баш ҡалалағы бер филиалына инженер булараҡ саҡырыу алған.