Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылында йәшәүсе Әхмәт һәм Нәзирә Үлйәбаевтар улдары Өлфәт һәм Илфатты игеҙәктәр кеүек итеп үҫтерә. Аралары ике йәш кенә булған малайҙар бер-береһен яҡлашып, бәләкәс ике һеңлеләренә терәк-таяныс, атай-әсәһенә, шул уҡ ауылда йәшәгән ҡартатай-ҡартәсәһенә ярҙамсы булып, әкиәттәге кеүек, ай үҫәһен көн үҫеп буй еткерә.
Мәктәпте тамамлағас өлкән улдары Өлфәт БДУ-ның Сибай институның тарих бүлегенә юлланһа, 9 кластан һуң Илфат Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Шулай итеп бер туғандарҙың студент йылдары ла бер осорға тап килә. Ҡулдарына дипломды ла бер мәлдә тиерлек алалар. Көҙгө хәрби саҡырылышта һалдатлыҡҡа алыныуҙары хаҡында икеһенә лә бер көнгә повестка алғас, ир-егеттәр мәктәбен дә бергә үтәбеҙ инде, тип көлөшөп тә алалар. Ысынлап та улар Волгоград өлкәһенең Герой ҡалаһы—Калач на Дону ла бергәләшеп хеҙмәт итә.
— Хәрби часта Башҡортостандан 48 егет булдыҡ. Баймаҡ районының Күсей ауылынан Фәнзил Игебаев менән бер туғандай дуҫлашып киттек, — тип һөйләй ағалы-ҡустылы Өлфәт һәм Илфат. Беҙҙе баштан игеҙәктәр тинеләр. Командир: «Үлйәбаев!»—тип ҡысҡырһа икебеҙ ҙә алдына барып баҫа инек. Аҙаҡ беҙҙе оҫта айырырға өйрәнделәр: беребеҙҙе —У.А. (Өлфәт Әхмәт улы) икенсебеҙҙе И.А.(Илфат Әхмәт улы) тип атанылар.
Өлфәт баш бала булғас сит тарафтарҙа ата-әсәһен, һеңлеләрен, туғандарын ҡайғырта, уларҙы һағынып йонсой. Ауылдан бик сығып йөрөмәгәс, тыуған яҡтарын йыш һөйләй. Ул хатта ҡала урамына сыҡһа, 102 һанлы автомобиль күрһә лә, ата-әсәһен осратҡандай хис итә. Ә Илфат донъяға башҡасараҡ ҡарай, уның күңеле, киреһенсә, далаға ынтыла. Етмәһә, ағаһынан айырмалы рәүештә, бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған егеткә һалдат тормошо бик ауыр тойолмай. Шулай итеп, сит тарафтарҙа бер-береһенә терәк-таяныс булып, бергә-бергә хеҙмәт итә бер туған Үлйәбаевтар.
—Армияла хат яҙырға ваҡыт бармы? Әллә телефондан рәхәтләнеп һөйләштегеҙме?—тигән һорауға егеттәр:
—Хәрби частҡа барып еткәс, декабрҙә туғандарыбыҙҙы Яңы йыл менән ҡотлап беренсе тапҡыр хат яҙғайныҡ, уны февралдә генә алыуҙарын әйткәстәр, башҡаса хат яҙып аҙапланманыҡ. «Бәйләнештә», ватсап социаль селтәрҙәре аша яҙышып торҙоҡ, шылтыратып та хәл белештек.
Дембелдәре еткәс, Үлйәбаевтар ата-әсәһенә сюрприз эшләргә теләп өндәшмәй генә ҡапыл ҡайтып төшөргә була. Сибайға килеп еткәс, һалдаттарҙың береһе, түҙмәй, атаһына ҡайтып киләбеҙ, тип шылтырата.
—Беҙ ҡайтып етеүгә бөтә нәмә әҙер, өҫтәл тулы ризыҡ, ҡапҡа төбөнә бөтә туғандар йыйылышып, шау-гөр килеп ҡаршы алды. Шулай бер йортҡа ике һалдат—ике шатлыҡ булып ҡайтып индек. Рәхмәт, атай-әсәйебеҙгә, беҙҙе шулай итеп тәрбиәләгәндәре өсөн. Тыуған илде, тыуған ерҙе, атай-әсәйҙе, дуҫтарҙы-туғандарҙы ҡәҙерләргә өйрәнеп ҡайттыҡ. Эйе, ауыр булды, өшөгән, уттай ҡыҙған, сарсаған, асыҡҡан мәлдәр ҙә булды, әммә беҙ ул осорҙо лайыҡлы үткәреп ебәрә алдыҡ. Беҙ ысын ир-егеттәр хәҙер,—тине Үлйәбаевтар бер тауыштан.
Һалдаттар ата-әсә йортонда бер аҙ ҡунаҡ булғандан һуң икеһе лә Себер тарафтарына эшкә сығып киткән. Өлфәт вахта ысулын һайлаһа, Илфат инде Ноябрск ҡалаһының стоматология поликлиникаларының береһендә медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Киләсәктә табип булырға хыяллана. Юғары белемле Өлфәт тә тормошта үҙ юлын һис шикһеҙ табасағына ышана.