Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Ғинуар 2018, 16:25

ГӘЗИТКӘ БАҒЫШЛАНҒАН ҒҮМЕР

Журналист—ул «штучный товар» тигән ти бер билдәле шәхес. Был фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Яҙышыусылар бар ул, ләкин уларҙың барыһы ла ысын журналист булып китә алмай шул.Яҡташым, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен журналистикаға арнаған аҙашым Фәрит Мортаев тураһында яҙырға ултырғас, иң тәүҙә ошо фекер башыма килде.

Йылайыр районының төпкөл, бәләкәй генә Бикйән ауылында тыуып үҫкән малай бер ҡасан да журналист булырмын, редакцияла эшләрмен тип уйламаған, әлбиттә. Үрге Fәле һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 6-сы класында уҡып йөрөгән сағында уҡ «корреспондент» тигән ҡушамат таҡһалар ҙа. «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенә нимәлер тураһында белешеп хат яҙғайным. Гәзиттең исеме, эмблемаһы ҡуйылған ҙур конвертта яуап килеп төштө. Малайҙарға етә ҡалды, исемем урынына байтаҡ ҡына «корреспондент» тип кенә өндәшеп йөрөнөләр. Быға үпкәләгәнемде хәтерләмәйем»,—ти был турала Фәрит Ҡоҙабай улы үҙе.
Мәктәптә насар уҡымай Фәрит. «Күп әйбер уҡытыусынан тора,—ти аҙашым.—Әгәр уҡытыусы һинең күңелеңде, һөйөүеңде яулай алһа, ул уҡытҡан фәнде яратаһың. Аллаға шөкөр, беренсе уҡытыусым Fәбиҙә апай Мортаева ла, 4-се класта уҡытҡан Зөбилә апай Томаншина ла беҙгә бик яҡшы белем бирҙе».
Үрге Fәле мәктәбендә уҡығанда класташы, Аралбай ауылы малайы Дәүләт Ҡунаҡов ыңғайына китапханаға йөрөргә әүәҫләнә. Дәүләт беренселәрҙән булып уны русса китап уҡырға ла өйрәтә. «Тормошомдоң гәзитсе, журналистика юлынан китеүендә лә Дәүләттең роле ҙур булды, ә былай мин, мәктәпте тамамлағас, ауылдашым Марат ағай Солтанов өлгөһөндә офицер булырға хыяллана инем. Үкенескә күрә, «табаның яҫы» тип офицерлыҡҡа юлды яптылар».
Бер «браковать» иткәс, армияға ла алмаҫтар инде, тип ҡурҡып йөрөй Фәрит. Комиссия үтһә, яҫы табанлылыҡтың эҙе лә ҡалмаған була. Шулайтып, ике йыл хеҙмәт итеп, илде буйынан-буйына үтеп, кесе сержант званиеһында, ауыл хужалығы институтына йүнәлтмә, характеристика һәм рекомендация алып ҡайтып төшә. Әммә ауыл хужалығы белгесе булырға ла яҙмай Фәрит Ҡоҙабай улына.
«Бында ла артабанғы яҙмышымды Дәүләт менән осрашыу хәл итте. Хеҙмәттән ҡайтҡас, көҙгөлөккә Юлдыбай һөнәрселек училещеһына барырмын, тип совхозда ырҙын табағында үлсәүсе-иген ҡабул итеүсе булып эшләп йөрөй инем, бер көндө весовойға Дәүләт Ҡунаҡов килеп инде. «Фәрит, мин һине редакцияға эшкә ала килдем, киттек»,—тип, ай-вайыма ҡуймай, алды ла китте. Эшләп ҡарармын да китермен, тип кенә килгәйнем...ғүмерем редакцияла үтте лә китте».
Эште редакцияның тәржемә бүлегендә дубляж буйынса урынбаҫар Әхмәт Мөхәмәтшәрип улы Юланов ҡулы аҫтында тәржемәсе Фәрзәнә Хәсәнова, машинистка Гөлнур Түләшева (мәрхүмә инде) менән бергә башлай. Килгән көндө Әхмәт ағай бер бит русса тексты Фәриттең алдына һала ла башҡортсаға ауҙарырға ҡуша. Эшен ҡарап сыҡҡас: «Һинән толк сыға, яҙыуың да матур ғына. Әйҙә, ғариза яҙ!»—тип мөхәррир Александр Иванович Полозковҡа алып инә. Шунан алып ул Йылайыр районының «Коммунизм өсөн» гәзите хеҙмәткәре булып китә.
«Редакцияла мин бухгалтер һәм мөхәррир булып ҡына эшләмәнем,—тип шаярта хәҙер Фәрит Ҡоҙабай улы.—Биш йыл тәржемәсе булып эшләгәндән һуң, ауыл хужалығы бүлегендә хәбәрсе, унан яуаплы секретарь ярҙамсыһы булдым. 1986 йылда мөхәррирҙең дубляж буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Был вазифа бөтөрөлгәс, 2003 йылдан яуаплы секретарь йөгөн тартам».
«Редакциябыҙҙа Фәрит Ҡоҙабай улы эшләй белмәгән һәм эшләмәгән бер генә эш тә юҡтыр, моғайын!—ти аҙашым хаҡында уның элекке коллегаһы, уҡыусыһы Мотал Рәмов.—Кәрәк икән, ул бына тигән хәбәрсе, оҫта тәржемәсе, кәрәк булһа—компьютер артына ултырып гәзитебеҙҙе макетлай, версткалай, интернетта «һыуҙағы балыҡтай йөҙә». Унан ҡалһа, яуаплы сәркәтиптең мәңге бөтмәҫ эшенә егелеп, гәзитебеҙҙең «штаб начальнигына» әйләнә, рус телендә сығыусы гәзиттең корректоры булырға ла өлгөрә...ҡыҫҡаһы, эшләмәгән эше юҡ!».
Бына шундай журналисыбыҙ бар арабыҙҙа!
Читайте нас: