Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Ноябрь 2017, 12:26

ӘЙТЕЛМӘГӘН ҺҮҘЕМ ҠАЛДЫ...

Яҡын кешебеҙгә—әсәйебеҙгә күңелебеҙҙә иң йылы, наҙлы хис йөрөтәбеҙ. «Әсәй» һүҙен ишетеү менән бала саҡ иҫкә төшә. Ул янда булһа, ҡайғы ла юҡ. Минең ғүмеремдә был бәхетле мәл бик ҡыҫҡа—8 йыл ғына булды. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ул 20 йыл элек арабыҙҙан китеп барҙы. Шул саҡтан минең тормошом икегә бүленде: әсәйле йылдарым һәм әсәйһеҙ...

Яҡын кешебеҙгә—әсәйебеҙгә күңелебеҙҙә иң йылы, наҙлы хис йөрөтәбеҙ. «Әсәй» һүҙен ишетеү менән бала саҡ иҫкә төшә. Ул янда булһа, ҡайғы ла юҡ. Минең ғүмеремдә был бәхетле мәл бик ҡыҫҡа—8 йыл ғына булды. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ул 20 йыл элек арабыҙҙан китеп барҙы. Шул саҡтан минең тормошом икегә бүленде: әсәйле йылдарым һәм әсәйһеҙ...
Тәүҙә мин әсәйем Физалия Ҡарабаеваның берҙән-бер ҡыҙы инем. Ул мине яратты, үҫтерҙе һәм 30 йәшенә тиклем ҡурҡыныс сир менән көрәште.
Әсәйем гүр эйәһе булғас, мине өләсәйем Фирҙәүес Хажитдин ҡыҙы үҙ ҡанаты аҫтына алды. Беҙ уны «Әмәй» тип йөрөттөк. Ул үҙе лә бик иртә етем ҡалған, балалар йортонда үҫкән. Шуға ла ул әсәйһеҙ булыуым минең яҙмышыма бер нисек тә тәьҫир итмәһен өсөн бар көсөн һалды. Ысынлап та, үҙемде һис ҡасан кәм тойманым: тамағым—туҡ, өҫтөм бөтөн булды. Һөйөүгә, хәстәргә уралып үҫтем. Хәтеремдә: өләсәйҙең тубығына башымды һалам, ә ул «Аҡыллы бул, тәүфиҡле бул»,—тип сәсемдән һыйпай. Ҙурайғас та өйгә ҡайтыу менән өләсәйгә һырыла инем. Уның мине яратыуын, иркәләтеүен теләнем. Ул тупылдатып һөйә. Өйҙә мине һағынған, яратҡан кеше булыуына мин ифрат шат инем. Әмәй һәр саҡ Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылды, миңә бәхет һораны. Сөнки үҙенә ул насип булмаған. Ул йыш ҡына бала сағын һөйләй торғайны. Һуғыштан һуңғы аслыҡ, яланғаслыҡ, балалар йорто...Үҫкәс ҡартатайым Ҡарабаев Мөхтәр Вәлиәхмәт улы менән яҙмышын бәйләгән. Йәш ғаилә Хәйбулла районы Подольск ҡасабаһына күсә. Уларҙы бик егәрле, татыу ғаилә булараҡ ихтирам итәләр. Ҡарабаевтар 7 балаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн барыһын да эшләй. Оло ҡайғы ла кисерәләр: бер ҡыҙҙарын һәм ике улын юғалталар... Был уларҙың тормошондағы иң ауыр яра. Әммә ҡәҙерлеләрем бирешмәй, олоғайған көнөндә лә балаларына ярҙам итеп йәшәүен дауам итә...
Өләсәйем мине ғәҙел, намыҫлы булырға, ололарҙы ихтирам итергә өйрәтте. Уның һабаҡтары миңә кәртәләргә бирешмәҫкә, ауырлыҡтарға бөгөлмәҫкә өйрәтте. Белем алдым, эш таптым, матур ғаилә ҡорҙом...Бер эшемде лә өләсәйемдең фатихаһынан башҡа эшләмәнем. Уның доғалары миңә ышаныс, көс бирҙе. Ҡәҙерлемдең минең өсөн һәр саҡ борсолоуын һиҙҙем. Ул мине түҙемле булырға өйрәтте. Аҡыллы, шул ваҡытта талапсан, һиҙгер күңелле, оло йөрәкле өләсәйем хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне, һәр аҙымыма яуаплы ҡарарға өндәне. Хәҙер бар белгәндәрем өсөн уға рәхмәтлемен! Әмәй булғанға ла тормошом сағыу буяуҙарға, йылы хистәргә мансылған ине. Мин был тойғоларҙы әле лә күңелемдә һаҡлайым.
Бына инде был донъяла өләсәйемдең дә булмауына бер йыл үтте. Кеше үҙ ғүмерендә ике тапҡыр ҙа етем ҡала икән дә баһа! Ул мине ташлап киткәс, арҡамдан ҡанатымды өҙөп алған кеүек булдылар: миңә ҡурҡыныс булды, унһыҙ нисек йәшәрмен тип үрһәләндем. Шул саҡта ғына, 27 йәшемдә, мин ҡапыл ҙурайҙым. Быға ҡәҙәр, мин бәләкәй бала ише, өләсәй ышығында йәшәгәнмен.
Өйөбөҙ бушаны...Ул ҡасандыр яңы бешкән икмәк эҫе аңҡып торған бөхтә, йылы, нурлы йорт ине.
Күп нәмәне әйтергә өлгөрмәнем. Ул миңә һәр саҡ кәрәк булыуын әйтмәнем, ул булғанға бәхетле булыуымды, рәхмәтемде...
Яҡындарыбыҙ был донъянан китә—был тормош ҡануны, уны тыйып та, туҡтатып булмай. Әммә шуны аңлағыҙ: иҫән саҡта әсәйегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!
Олеся Көнсыуаҡова.
Читайте нас: