Шәжәрә—ул нәҫел ырыуҙың килеп сығышын, уларҙың нисек тармаҡланыуы, таралышы хаҡында яҙыу. Уны һәр быуын вәкиле ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған. Сибай ҡалаһының билдәле ир-уҙаманы Әҡсән Хәсән улы Яҡшымбәтовтың да шәжәрәһе имән ағасылай ныҡ олонло, тармаҡлы һәм тәрән тамырлы.
Күптән түгел ҡалабыҙҙағы халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә Яҡшымбәтовтар үҙ нәҫеленең быуындарын барланы. Унда Әҡсән Хәсән улының балалары, яҡын туғандары, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр, шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныусылар ҡатнашты.
Шәжәрә байрамына туғандар ныҡлы әҙерләнгән. Сара туған-тыумасаны барлауға ғына ҡайтып ҡалмаһын өсөн, Яҡшымбәтовтар архивты өйрәнеүсе тарихсылар менән берлектә үҙ нәҫеленең ебен рәсми документтар буйынса нығытҡан. Был тәңгәлдә уларға тарихсы Юнир Минишев ҙур ярҙам күрһәткән.
—Баймаҡ районының Икенсе Этҡол, Ниғәмәт, Яйыҡбай, Моҡас, Fәҙелша ауылдарына, Әбйәлил районының Әбдрәш ауылына бер тоҡом кешеләре нигеҙ һалған. Уларҙың барыһының да тамырҙары Алдар Иҫәкәевҡа барып тоташа. Яҡшымбәтовтар нәҫеле лә—Алдар батыр вариҫтары. Һеҙҙең тоҡом—данлыҡлы тоҡом. Араларында тархандар күп, 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында һеҙҙең ата-бабалар ҡатнашҡан. Былар барыһы ла тарихи сығанаҡтарҙа күрһәтелгән,—ти Юнир Әйүп улы Минишев.—Шәжәрә төҙөү был эштең башы ғына әле. Артабан эҙләнеү, юллау тағы ла ҡыҙыҡлы тарих биттәрен асмаҡсы.
Сибай руднигында быраулаусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны 89 йәшлек Әҡсән Хәсән улы Яҡшымбәтов ҡалабыҙҙа хөрмәтле шәхес. Ул Баймаҡ районының Икенсе Моҡас ауылында тыуып үҫә. 1949 йылдан 1952 йылға ҡәҙәр Порт Артурҙа хеҙмәт итеп, Ҡытай сиктәрендә пулеметсы булараҡ хәрби хеҙмәтен тултыра. Армиянан ҡайтҡас, Сибай ҡасабаһында төпләнә һәм Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатына быраулау машинисы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша. Намыҫлы хеҙмәте төрлө наградалар менән баһалана. Әҡсән Хәсән улы бер нисә йыл рәттән ҡала, өлкә комитетына депутат итеп һайланып, Мәскәүҙә съездарҙа ҡатнаша. Ҡатыны Сәғилә Мөхәмәт ҡыҙы менән 6 балаға ғүмер биреп, оло тормошҡа аяҡ баҫтыра. Балалары, өлкән Яҡшымбәтовтарҙан үрнәк алып, һәр урында тырыш хеҙмәт итә. Сараға Удмуртиянан Сәриә Әҡсән ҡыҙы ашҡынып ҡайтҡан. Сибай ЗАГС-ын етәкләүсе Айгөл Әҡсән ҡыҙы, китапханала эшләүсе Гөлсирә Әҡсән ҡыҙы шәжәрә байрамды ойоштороуға күп көс һалған.
Әҡсән Хәсән улының, оло йәштә булһа ла, иҫе теүәл, әллә ҡасан булған ваҡиғаларҙы бөгөнгө кеүек хәтерләй:
—Атайым Хәсән Мәхмүт улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кеше. Атайым да, ике туған Хөсәйен ағайым Яҡшымбәтовтар 1897 йылда тыуған. Улар икеһе лә 17 генә йәштәрендә Граждандар һуғышында булып, Урта Азияның кавалерия полкында хеҙмәт иткән. Унан Бөйөк Ватан һуғышына ла беренселәрҙән булып алынғандар. Украинала һуғышҡандар, фронтта улар 7-шәр йыл йөрөп ҡайтҡандар,—тип һөйләй олатай.
Әҡсән олатайҙың бер туған апаһы Вәҙиғә Хәсән ҡыҙына ошо көндәрҙә 92 йәш тулған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул сараға килә алманы, уның ҡыҙҙары бер сәхнә булып сығыш яһаны. Таһир Яҡшымбәтовтың Йомағужа, Мәғәфүр, Мәхмүт, Рахманғол, Бирҙеғол, Заһита исемле балаларынан тыуғандарҙың да зат-ырыуы ишле. Айырыуса Бирҙеғол Яҡшымбәтовтың нәҫеле ныҡлы тамыр йәйгән. Шәжәрәлә был айырыуса күҙгә ташланды.Й әше 90-ға еткән Мөкәрәмә инәйҙең балалары ла ишле булыуы һоҡландырҙы. Мин, мәҫәлән, Йомағужа Таһир улының бүләсәремен. Арҡайым ҡасабаһында йәшәгән Лүзә Рәхимйән ҡыҙы Аҫылбаева менән аралашып йөрөһәк тә, бер ҡартатайҙың балалары булыуыбыҙҙы белмәй инем. Баймаҡ районының Төркмән ауылында йәшәгән Хәбирә өләсәй минең Зөләйха өләсәйемә килеп йөрөгәнен иҫләйем. Ә бына уның балаларын белмәнем. Гәзиттә эшләй башлағас Әхмәтдин олатайҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тип гәзиткә яҙып йөрөнөм. Ә мәҡәләм геройының туғаным булыуы башыма ла инеп сыҡманы. Шәжәрәлә Әхмәтдин олатайымдың улы Иршат Мәһәҙиев сығыш яһаны. Ә ул ағайҙың беҙҙең редакцияға инеп йөрөгәнен күрәм.
Зөләйха өләсәйемдең бер туған ағаһы Хөсәйен олатайымдың Миңлевафа, Мөхтәрәмә, Сәбилә, Бибинур инәйемдәр иҫән. Сарала Мөхтәрәмә, Сәбилә инәйҙәрем түрҙә ултырҙы. Хөсәйен Йомағужа улы Яҡшымбәтов Граждандар һуғышынан йөрөп ҡайтҡас, тыуған яҡтарында Совет власы урынлаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Моҡас ауылы советының беренсе рәйесе була. Уның атаһы Йомағужа Таһир улы хәлле генә йәшәй. Шунлыҡтан уға кулак мөһөрө тағылып, ҡатыны менән Себергә һөргөнгә оҙатыла. Сәйәси золом ҡорбанының хужалығын тартып алыу өсөн үлсәп йөрөгән землемерҙар алсаҡ ҡына кинйә улдары Фәйзрахманды үҙҙәре менән Өфөгә алып китә. Шунда интернатта тәрбиәләнеп, зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Ул 1945 йылда Венгрияла һуғышта һәләк була.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүенә—100, Башҡорт-көкөрт комбинатының 70 йыллығына арналған сарала туғандар бер-береһе менән ихлас аралашты. Яҡшымбәтовтарҙы таныштырған, табыштырған, нәҫел-нәсәпте барларға ярҙам иткән, тамырҙарҙы юллаған сараны ойоштороусыларға—крайҙы өйрәнеү китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Залдан сыҡҡас та ҡолаҡта Рәмил Туйсин башҡарған «Уйҙарыбыҙ бер, йырҙарыбыҙ бер, бер туғандар беҙ», тигән йыры яңғырап торҙо. Ысынлап та, туғандар менән тормош еңелерәк, йәшәү күңеллерәк.