Сибай ҡалаһында йәшәүсе хөрмәтле Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы Ширмаева 80 йәшлек ғүмер үренә аяҡ баҫа. Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы 1937 йылдың 15 октябрендә Баймаҡ районының Fәҙелбай ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән. Донъялар тыныс тормауын һиҙгән атаһы ҡатыны Зөлфиәгә: «Бөйөк Ватан һуғышы башланыр инде, кәләш. Һин ҡалайтһаң да балаларымды ла, үҙеңде лә һаҡла!»—тип иҫкәртә лә әрме сафына китә.
Ысынлап та, күп тә тормай һуғыш ғәрәсәте ҡуба. Атайҙары яу яланында башын һала. Әсәйҙәре Зөлфиә өс балаһын: Фәрит ағаһын, Мөкәрәмәне, Фәррәхте ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерергә тырыша. Өләсәһе Фариза ярҙамы менән ауыр һуғыш йылдарын үткәреп ебәрәләр. Әсәләре барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн тип тырышып эшләй. Колхозда эшләмәгән эше ҡалмай, Магнит ҡалаһына орлоҡ ташый, унан яғыулыҡ алып ҡайта. Тырыш эшсегә фатир бирәләр, 2 һыйыр көтөп, балаларын аҡтан мәхрүм итмәй, аталарына вәғәҙә иткәнсә кәм-хур итмәй үҫтерә. Мөкәрәмә Беренсе Этҡол мәктәбендә белем ала. Унан һуң төрлө эштәрҙә эшләй. 1957 йылдың 17 ноябрендә Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы фронтовик Хәбип Шөғәйеп улы Азаматовҡа кейәүгә сыға. Бына инде улар 60 йыл бергә-бергә, бер-береһенә терәк-таяныс булып донъя көтә. 1963 йылда Азаматовтар ғаиләһе Сибай ҡалаһына күсеп килә.
Таусылар ҡалаһында Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙы әҙерләү-һатыу базаһында, элеваторҙа, орлоҡ станцияһында эшләй. Намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына, грамоталарға лайыҡ була. Хәбип Шөғәйеп улы иһә «Сельхозтехника» ла эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡала ҡасабаларының береһендә мал көтөп, баҡса үҫтереп матур йәшәйҙәр улар. Өлкәнәйә килә фатирға күсһәләр ҙә, коллектив баҡсаларын ташламайҙар.
—Донъябыҙ етеш, теүәл. Һуғыш михнәттәрен күрһәк тә, оҙон ғүмер кисереүебеҙ сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙандыр, тибеҙ. Хәләл ефетем минән 10 йәшкә кесе, уның йәшлеге миңә күсә. Уның менән яу юлым үткән тарафтарҙа, Кенигсбергта бер нисә тапҡыр булдыҡ,— ти ветеран Хәбип Шөғәйеп улы.—Мөкәрәмәм аш-һыуға оҫта, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуға әүәҫ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә бала һөйөү бәхетен бирмәһә лә, бушлыҡ тоймайбыҙ. Ағайым, һеңлем, ҡайнағам, ҡәйнештең балалары беҙҙе ташламай, инәй-олатай тип өҙөлөп торалар. «Азатлыҡ» социаль үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамдарынан айырмай. Олоғайған көнөбөҙҙә ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, парлы ғүмер кисереүебеҙ үҙе ҙур бәхет.
Оло йөрәкле яугиргә декабрҙә 91 йәш туласаҡ. Хәбип Шөғәйеп улына һәм уның хәләл ефете Мөкәрәмә Шәһит ҡыҙына сәләмәтлек, бәхет, тыныс имен ҡартлыҡ, бергә-бергә ҡыуаныста-шатлыҡта 100 йәшкә ҡәҙәр йәшәүҙәрен теләйбеҙ.