Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Сентябрь 2017, 11:44

УРМАНҒА ҒАШИҠ ГАРМУНСЫ

Сәғәҙәт Ильясов урмансылыҡ тармағына бер аҙ урауыраҡ юл менән килеп эләгә.Ул Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында тыуған. 1977 йылда 10-сы класты тамалағас та фермаға мал ҡараусы булып урынлаша. 1978-1980 йылдарҙа Новосибирскийҙа ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. Артабан Баймаҡ ҡалаһының 29-сы ауыл производство-техник училищеһында киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Халыҡ араһында оҫта гармунсы булып танылған егетте ауыл клубына мөдир итеп ҡуялар. Бер йылдан ашыу йәштәрҙе ритайым бейетеп, ауылдаштарының күңелен асҡандан һуң, ул ошо уҡ ауыл һылыуы Зөлфиәгә өйләнә. Fаиләле булғас Сәғәҙәт Сөнәғәт улы етди эшкә, йәғни Баймаҡ урмансылыҡ хужалығының 2-се Этҡол участкаһына урмансы булып төшә. 2010 йылда уны мастер итеп үрләтәләр.

Сәғәҙәт Ильясов урмансылыҡ тармағына бер аҙ урауыраҡ юл менән килеп эләгә.
Ул Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында тыуған. 1977 йылда 10-сы класты тамалағас та фермаға мал ҡараусы булып урынлаша. 1978-1980 йылдарҙа Новосибирскийҙа ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Әрменән ҡайтҡас колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. Артабан Баймаҡ ҡалаһының 29-сы ауыл производство-техник училищеһында киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Халыҡ араһында оҫта гармунсы булып танылған егетте ауыл клубына мөдир итеп ҡуялар. Бер йылдан ашыу йәштәрҙе ритайым бейетеп, ауылдаштарының күңелен асҡандан һуң, ул ошо уҡ ауыл һылыуы Зөлфиәгә өйләнә. Fаиләле булғас Сәғәҙәт Сөнәғәт улы етди эшкә, йәғни Баймаҡ урмансылыҡ хужалығының 2-се Этҡол участкаһына урмансы булып төшә. 2010 йылда уны мастер итеп үрләтәләр. Сәғәҙәт Ильясов Өфө урмансылыҡ техникумында ситтән тороп белем ала.
—Заманында ошо участкала эшләүсе оҫталар Әбдрәхим Рамаҙанов, Шәкирйән Базиков, Динислам Fәлин, Рәшит Рәхимов, Хөрмәт Сирғәлин, Аллабирҙе Зәйнуллин ағайҙарҙан урман эшенең серҙәренә өйрәндем, тәжрибә тупланым. Хәҙер улар беҙҙең арала юҡ инде. Элек һәнәк һабы етештереүҙән алып бура бурауға тиклем барлыҡ эштәрҙе лә үҙебеҙ атҡарҙыҡ. Хәҙер башлыса халыҡҡа делянка бүлеп биреү, ағас үҫентеләре ултыртыу менән шөғөлләнәбеҙ. Әммә еребеҙҙең йәшел ҡалҡанын һаҡлау—бөгөнгәсә беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора,—ти тәжрибәле урмансы.
Бергә эшләгән иптәштәре Сәғәҙәт Сөнәғәт улын өлгөлө ғаилә башлығы тип белә. Улар ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтереп, юғары белем алырға булышлыҡ иткән. Өлкәндәре Раушания—Себер тарафтарында, ә кеселәре Нуриҙә Нефтекама ҡалаһында балаларҙы башҡорт теленән уҡыта. Бар яҡтан да уңған Ильясовтарҙың кәртәһе тулы мал-тыуар, умарталары бар. Буш ваҡытында ғаилә башлығы ҡулынан яратҡан гармунын төшөрмәй.
33 йыл ғүмерен урмансылыҡ тармағына бағышлаған С.Ильясовтың тырыш хеҙмәте «Баймаҡ урман хужалығы» дәүләт автономиялы учреждениеһы, район хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән билдәләнгән.
Альбина Таһирова.
Һүрәттә: С.Ильясов.