Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Сентябрь 2017, 17:24

БЕРҘӘМЛЕККӘ ӘЙҘӘЙ ОСТАЗЫМ

Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө был һөнәр эйәләре араһында берҙәмлекте, теләктәшлекте нығытыу өсөн билдәләнә. 1943 йылдың тап ошо көнөндә билдәле чех журналисы, яҙыусы Юлиус Фучикты гестапо фашистары язалап үлтерә. 1958 йылда Бухареста Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерергә ҡарар итә. «Кем иҫән ҡала изге күңеллеләрҙе лә, яуыздарҙы ла мәңге иҫләгеҙ»,—тип әйтеп өлгөрә Юлиус Фучик яза алдынан. Иң мөһиме уның исеме ергә һалып тапалмаған.Махсус дата алдынан хеҙмәттәшебеҙ Сибай телевидениеһының баш мөхәррире Гөлсәриә Әбилеваға (һүрәттә) беҙҙең арала берҙәмлек, хеҙмәттәшлек бармы тип мөрәжәғәт иттек.

Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө был һөнәр эйәләре араһында берҙәмлекте, теләктәшлекте нығытыу өсөн билдәләнә. 1943 йылдың тап ошо көнөндә билдәле чех журналисы, яҙыусы Юлиус Фучикты гестапо фашистары язалап үлтерә. 1958 йылда Бухареста Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерергә ҡарар итә. «Кем иҫән ҡала изге күңеллеләрҙе лә, яуыздарҙы ла мәңге иҫләгеҙ»,—тип әйтеп өлгөрә Юлиус Фучик яза алдынан. Иң мөһиме уның исеме ергә һалып тапалмаған.
Махсус дата алдынан хеҙмәттәшебеҙ Сибай телевидениеһының баш мөхәррире Гөлсәриә Әбилеваға (һүрәттә) беҙҙең арала берҙәмлек, хеҙмәттәшлек бармы тип мөрәжәғәт иттек.
—Быны әйтеүе бик ҡыйын. Бөгөн беҙ күп нәмәне әйтә алмағаныбыҙҙы ғына беләм,—тине 30 йыл ғүмерен журналистикаға арнаған остазым.—Элек гәзит-журналдар халыҡҡа яҡыныраҡ була торғайны. Халыҡты борсоған мәсьәләләр баҫмаларҙа даими сағылды, уларҙың ыңғай хәл ителешенә ышаныс ҙур ине. Әле журналистарҙың эше ниндәйҙер кимәлдә юғалып ҡала кеүек. Бының төп сәбәптәренең береһе—заман үҙгәрештәре, мәғлүмәт күплеге. Кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндергән саралар күбәйә, иғтибар төрлө яҡҡа сәселә. Тәү сиратта телевидение, Интернет селтәре ылыҡтыра.
Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында тыуып үҫкән Гөлсәриә Fәйнислам ҡыҙының тәүге махсус белеме уҡытыусы булһа ла, ул журналистика буйынса юғары белемде Мәскәү дәүләт университетында ала. Башҡортостан телевидениеһында, радиола эшләп тәжрибә туплаған Гөлсәриә апай күптәрҙе был өлкәлә йөҙөп йөрөп эшләргә өйрәтте. Ул беҙгә: «Журналист ваҡытында һәм урынында әйтелгән һүҙ менән теләһә ҡайһы проблемаға ҡарата йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә ала. Баҫмаларҙа ғына яҡтыртыла торған темалар бар. Бигерәк тә милли журналистикала. Шулай уҡ яңылыҡтарға иғтибар итегеҙ. Нимә, ҡайҙа, ҡасан—шул һорауҙарға яуап бирергә кәрәк. Заман журналистикаһы оперативлыҡ менән алдырырға тейеш»,—тип йыш ҡабатлай.
Уның һабаҡтарына таянып ошо өлкәлә ике тиҫтә йылға яҡын эшләп йөрөлә. Сер итеп тағы шуны ла әйтәм: уның исемен йөрөткән өс ҡыҙҙы беләм. Шуларҙың икәүһенә Гөлсәриә апай кеүек шәп, егәрле, тос фекерле булһын тип исемде үҙем ҡуштырҙым.