Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Июль 2017, 18:44

ҒАИЛӘ КӨСӨ—ТАТЫУЛЫҠТА

Иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк булып, балаларын оло тормош юлына сығарған, әлеге көндә бәхетле ҡартатай һәм өләсәй булып ултырған оло парҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Туй көнөндә биргән вәғәҙәләренә ярты быуат дауамында тоғро ҡалып, һөйөү усағын һүндермәйенсә ғүмер кисерә улар. Шундай парҙарҙың береһе Хәйбулла районының Маҡан ауылында йәшәүсе Булат һәм Хәнифә Fәббәсовтар.Сығыштары менән Fәббәсовтар Йылайыр яҡтарынан. Ошо райондың төп-көл ауылы һаналған Үрге Fәлелә таныша улар. Йәш Булат киске уйындарҙың береһендә өҙә баҫып бейегән, моңло итеп йырлаған ҡыҙға ғашиҡ була. Күп тә үтмәй егет туй яһап, Хәнифәне үҙ йортона алып ҡайта.

Иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк булып, балаларын оло тормош юлына сығарған, әлеге көндә бәхетле ҡартатай һәм өләсәй булып ултырған оло парҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Туй көнөндә биргән вәғәҙәләренә ярты быуат дауамында тоғро ҡалып, һөйөү усағын һүндермәйенсә ғүмер кисерә улар. Шундай парҙарҙың береһе Хәйбулла районының Маҡан ауылында йәшәүсе Булат һәм Хәнифә Fәббәсовтар.
Сығыштары менән Fәббәсовтар Йылайыр яҡтарынан. Ошо райондың төп-көл ауылы һаналған Үрге Fәлелә таныша улар. Йәш Булат киске уйындарҙың береһендә өҙә баҫып бейегән, моңло итеп йырлаған ҡыҙға ғашиҡ була. Күп тә үтмәй егет туй яһап, Хәнифәне үҙ йортона алып ҡайта.
—Өйләнешеүен өйләнештек тә, тик бына ЗАГС-та яҙылышмаған инек. 1967 йылдың беренсе көнөндә, йәғни 1 ғинуар эшкә китеп барам. Мине ауыл советы секретары ҡыуып етте. Бергәләшеп барҙыҡ. Йомош менән килеүселәр юҡ ине. «Эшкә тотонор алдынан, әйҙәгеҙ, һеҙҙең никахты теркәп ҡуяйыҡ»,—тине секретарь. Ризалаштым. Шуға ла 1 ғинуар беҙҙең ғаиләнең тыуған көнө һанала,—ти Булат Хәйбулла улы.
Йылайыр районынан йәш ғаилә Хәйбулла районының Маҡан ауылына күсеп бара. Йорт хужаһы совхозда механик, унан идара етәксеһе, профком рәйесе, партком секретары вазифаларын башҡарһа, Хәнифә Йәрмулла ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Үҙҙәрен намыҫлы хеҙмәткәр итеп танытҡан Fәббәсовтарға тиҙҙән совхоз өй бирә. Тырыш пар матур итеп донъя көтә, кәртә-ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Әле бына 15 йылға яҡын ҡаҙ бәпкәләрен үрсетеү менән дә шөғөлләнәләр. Йыл да баҡсаларында йәшелсә-емеш яҡшы уңыш бирә. Ихаталары ла ялт итеп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора.
—Бала саҡтан эшләп өйрәнгәс, бер ҙә генә буш ултыра алмайбыҙ. Һәр кем нимә менәндер шөғөлләнә. Әле лә мал тотабыҙ. Ағын да эшкәртәм, күпертеп икмәктәрен дә бешерәм. Балаларҙа ла хеҙмәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә тырыштыҡ,—ти Хәнифә Йәрмулла ҡыҙы.
Fәббәсовтар өс балаһына ла тейешле белем биреп, һәр кемен эйәле-башлы итеп, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫтырған. Өлкән ҡыҙҙары Зилә район ветеринария станцияһында эшләй, уртансы ҡыҙҙары Рәмзиә—Баймаҡ ҡала дауаханаһында баш бухгалтер, кинйә улдары Азат—Өфө ҡалаһы райондарының береһендә Полиция бүлеге начальнигы.
—Атай-әсәйебеҙ—беҙҙең теряк-таянысыбыҙ. Әле үҙебеҙ атай-әсәй булһаҡ та, уларҙың кәңәшенә, ярҙамына мохтажбыҙ. Уларҙан өлгө алып йәшәргә тырышабыҙ. Атай йортоноң ишектәре беҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ. Ҡайтып киткән арала әсәйебеҙ үҙе бешергән тәмле икмәктәрен, атайым менән үҫтереп, эшкәртеп ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән салат-компоттарҙы, ҡайнатмаларҙы күстәнәс итеп тейәп тә ебәрә. Беҙгә терәк һәм кәрәк булып оҙон-оҙаҡ йәшәһендәр инде ҡәҙерлеләребеҙ,—ти бер тауыштан Fәббәсовтарҙың балалары.
—Ярты быуат бергә йәшәүҙең сере нимәлә?—тигән һорауҙы бирмәй ҡала алманым. Fәббәсовтар: «Fаилә көсө—татыулыҡта. Бер-береңде ихтирам итеп, тыңлап, аңлашып йәшәүҙә»,—тип яуапланы.
Ләйлә Ишмырҙина.