Һәр йылдағыса Еңеү яҙын сибайҙар яҡшы кәйеф, күтәренке күңел менән ҡаршы алды. Байрам саралары 5 майҙа уҡ Советтар Союзы Геройҙары Федор Белов менән Шәкирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. 9 майҙа Еңеү скверындағы «Мәңгелек ут» обелискыһы янында уҙған митингыла Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары, ҡаланың почетлы граждандары, депутаттар, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәре, ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Хакимиәт башлығы Х.Х.Сөләймәнов, ветерандар советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариат начальнигы Р.Ф.Зәбиров тантанаға йыйылыусыларҙы байрам менән тәбрикләне.
—Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле сибайҙар! Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 72 йыллығы менән ысын йөрәктән һеҙҙе ҡотлайым!—тине Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов, митингыны асып.—9 Май—илебеҙ тарихында изге көн. Ул—хәрби дан, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ, тотороҡлолоҡ һәм ватансылыҡ байрамы.
Ошо көндәрҙә иң йылы һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре һеҙгә тәғәйенләнә, ҡәҙерле ветерандар. Һеҙ Ватаныбыҙҙың азатлығын һаҡлап ҡалдығыҙ, донъяны фашизмдан ҡотҡарҙығыҙ, емерек хужалыҡты тергеҙҙегеҙ, тыныс көндәрҙә тырышып эшләнегеҙ, балаларығыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе һәм бүләләрегеҙҙе яңы ҡаҙаныштарға илһамландырҙығыҙ. Тыуған илде һаҡлап һәләк булғандарҙың исемдәре тарихыбыҙҙа мәңгегә һаҡланып ҡалыр. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем.
Бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 29 ветеран йәшәй. Былтыр уларҙың һаны 42 ине. Шулай уҡ ике кеше үҙ иңендә Ленинград блокадаһын татыған, фашист концлагерын үтеүсе тағы ике кеше бар. Шуныһы һөйөнөслө: фашист илбаҫарҙары ҡуптарған ғәрәсәттең тере шаһиттары һуғыш хаҡында беҙгә күҙебеҙгә ҡарап һөйләй ала. Тантаналы митингыла Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йәғәфәр Fәббәсов сығыш яһаны һәм донъяла бындай ҡанҡойоштар ҡабат бер ваҡытта ла ҡабатланмауын теләне.
Митингыла ҡаланың уҡыу йорттары, өҫтәмә белем биреү, мәҙәниәт учреждениелары коллективтары хәрби йырҙар, бейеүҙәр, театрлаштырылған тамаша аша һуғыш ғәрәсәтен күҙ алдына баҫтырырға тырышты.
Сарала ҡатнашыусылар «Мәңгелек ут» обелискыһына сәскәләр һалғандан һуң яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды.
«Шанлы йылдар даны онотолмай»
Байрам көндө ҡаланың Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге паркында «Шанлы йылдар даны онотолмай» тип аталған тематик майҙансыҡтар эшләне. Мәктәптәр, балалар баҡсалары коллективтарының Бөйөк Еңеүгә арнап эшләгән ҡул эштәре күргәҙмәһе берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре хәрби костюмдар ҙа тектереп кейгән. Һалдат кейемдәре ир-егеттәргә генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарға ла бик килешә.
1917 йылдың сентябрендә тыуған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Иванович Фролов 100 йәшлек булыуына ҡарамаҫтан, ҡала мәктәптәренә һәм уҡыу йорттарына осрашыуҙарға бик теләп йөрөй. Сәнғәт мәктәбендә булған кисәлә (һүрәттә) ул яу юлын тулыһынса бәйән итте. Яугир 524-се уҡсылар полкы составында Ҡырымды обороналау буйынса хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, Сталинград һуғышында, Курск дуғаһында ҡаты бәрелештәрҙә булған. Украина, Польша, Германияны дошмандарҙан азат иткән. Яңы Сибай ятҡылығын асыусы Ф.Мотаев менән һуғышта бергә булып, фашистарҙы тыуған еребеҙҙән ҡыуған.
Артабан байрам саралары Үҙәк майҙанда дауам итте. Икенсе йыл рәттән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары «Ирәндек айыуҙары» туризм клубының махсус автомобилдәренә ултырып майҙанға сыға. Дүрт ГАЗ-69 һәм УАЗ машиналарына һыйған тиҫтәнән ашыу ветеранды майҙандағы халыҡ көслө алҡыштар менән ҡаршы алды.
Парад алдынан ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов сибайҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Еңеү байрамы менән ҡотлап, йәштәре 90-дан үткән ҡаһармандарға, һуғыш ветерандарының тол ҡатындарына даими иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡалала ветерандарға күрһәтелгән социаль ярҙам, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бирелгән дәүләт сертификаттары, диспансеризация кеүек мөһим эштәргә туҡталып китте.
Ҡарт һалдаттар, ҡала етәкселеге алдынан тигеҙ сафтарға теҙелеп парад үтте. Ҡаһармандарҙың үлемһеҙ батырлығы иҫтәлегенә тантаналы марш менән үткән ҡала мәктәптәре, уҡыу йорттары, яугир-интернационалистар, чернобылсылар, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәренә ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалманы. Хәрби парад бөтөүгә ҡала урамдарынан уҙған «Үлемһеҙ полк» дөйөм Рәсәй гражданлыҡ-ватансылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар Үҙәк майҙанға килеп етте.
«Үлемһеҙ полк» үтте урамдарҙан
Сибай урамдары буйлап меңдәрсә кеше ҡулдарына туғандарының—Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың фотолары менән транспаранттар тотоп, дүртенсе тапҡыр бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сарала тамашасылар менән бергә бөтәһе 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Йылдан-йыл «Үлемһеҙ полк»тың сафы арта бара—былтыр унда 2 мең самаһы кеше ҡатнашҡайны. Акцияға ҡушылыусылар хәрби йырҙар йырланы, тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Fаяз Әҡсән улы Fәлиәкбәров ҡарт ҡайныһы Нотфулла Фазулла улы Ишбулатовтың һүрәтен тотҡан (һүрәттә) Ҡыҙы Айлина ҡарт ҡартатаһының яу юлын өйрәнгән, «Үлемһеҙ полк»ка ҡушылыр өсөн уның фоторәсемен ҙурайтҡан. Fәлиәкбәровтарҙың ғаилә дуҫтары Илшат Арсланов та улы Асман менән саранан ситтә ҡалмаған.
Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе күп балалы Вәхитовтар ғаиләһе лә ҡарт ҡартаталары Дәүләтша Байтуриндың фотоларын тотоп алған.
—Баймаҡ районының Шүлкә ауылында тыуып үҫкән ҡартатайым һуғыш яраларынан мандый алмай бик йәшләй генә вафат булды. Уны мин насар хәтерләйем, балаларым бөтөнләй белмәй ҡалмаһын өсөн батырлыҡтарын һөйләйем, фотоһүрәтен ҙурайтып алдыҡ. Шағирә Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина ҡәҙерле кешебеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын ятлайбыҙ,—ти улар. Еңеүселәрҙең ейәндәре, бүләләре иҫән булғанда, был полк, ысынлап та, үлемһеҙ буласаҡ.
«Һалдат бутҡаһы»ның тәме башҡа
Йыл һайын байрамдың төп саралары—парад, «Үлемһеҙ полк» акциялары үткәс тә, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн «Зәңгәр ут», ә тыл хеҙмәтсәндәренә «Ялан ашханаһы» ойошторола. Үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтҡан быуын вәкилдәре һалдат бутҡаһынан, фронт 100 грамынан баш тартмай. Был юлы ла өлкән быуын вәкилдәре «Анна» кафеһында ойошторолған «Ялан ашханаһын»а ашыҡты. Бында улар һыйланып ҡына ҡалманы Сибай концерт-театр берекмәһе артистары, «Йәнгүҙәй» ансамбле, уҡыу йорттары студенттарының сығыштарын ҡарап ҡыуанды.
Үҙәк майҙанда «Һуғыш урлаған йәшлек» тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша ауыр йылдарҙы күҙ алдына баҫтырҙы, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өндәне. Художество үҙешмәкәрлек коллективтарының сағыу концерты ла байрам кәйефе өҫтәне.
Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге паркта фонтан янында «Ҡала баҡсаһында» байрам сараһы ойошторолдо. Үҙәк майҙанда йәш хәрбиҙәр мәктәбе эшләне. Ял һәм мәҙәниәт паркында «Бөйөк Еңеү уты» бард йырҙары концерты үтте. «Мир» йәштәр йортонда киномайҙансыҡ булдырылды. Бында һуғыш хаҡында фильмдар күрһәтелде.
Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә теләгән һәр кем хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек комплексы нормаларын тапшырҙы. Сибай автомәктәбендә автомобилдәр ярышы ойошторолдо.
Байрам кискеһен дә дауам итте. «Еңеү яҙы» мәҙәни сараһында йәше лә, ҡарты ла күңел асты. Ҡояш байығас, халыҡ «Хәтер шәме» акцияһына ҡушылды. Быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылған сара барышында кешеләр «Мәңгелек ут» обелискыһына уйып яҙылған исемдәр янына шәмдәр ултыртып, бер минут тын торғандан һуң, уларға ут тоҡандырҙы. Бындай акциялар бик кәрәк, сөнки Еңеү яулаусыларҙың батырлыҡтары үлемһеҙ. Йәш быуын Еңеүҙең, тыныслыҡтың миллиондарса ҡорбандар аша яуланыуын белергә тейеш.