Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2016, 23:05

Иң ҙур байлығым—балаларым

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылында йәшәүсе Fәлиә һәм Фәрит Ниғмәтуллиндарҙың туғыҙ балалы ғаилә булыуын белгәс, халҡыбыҙҙың бала табыу—бер ҡыйын, бала бағыу—мең ҡыйын, тигән әйтеме иҫкә төштө.

—Табыуы, әлбиттә, еңелдән түгел, бала ҡарауҙың әллә ни ҡыйынлығын күрмәйем,—тип әлеге әйтемгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе Fәлиә Тимерйән ҡыҙы.—Аллаға шөкөр, бер-бер артлы үҫеп киләләр. Ҡыҙҙарым—Фирүзә, Яҙгөл, Фәнилә, Луиза, Фидәлиә—биш терәгем булһа, улдарым—Вилүр, Фәнүр, Фаил атайҙарының алыштырғыһыҙ ярҙамсылары. Бер йәше лә тулмаған кескәй Рифат атаһы эштән ҡайтһа, ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Ошо үҙе ҙур бәхет.

Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, уларҙың йорто ауылдағы иң күркәм өйҙәрҙең береһе. Ҡапҡанан ихатаға ингәндән үҙеңде әкиәт донъяһына килеп эләккәндәй хис итәһең: электр уты бағанаһына маймылдар үрмәләп менеп бара, ете гном һындары ихлас ҡаршы ала, һут һауыттарынан эшләнгән башҡа әкиәт персонаждары, ҡоймаларға төшөрөлгән һүрәттәр урам эсенә серлелек өҫтәй. «Ишек алдын килештереп биҙәргә кемдең башына килде?»—тип һорайым, ғәжәпләнеп.

—Идеяларҙы мин бирәм, ҡалғаны күмәк эш һөҙөмтәһе,—ти түшендә «Әсәлек даны» миҙалы ялтыраған Fәлиә ханым.—Балаларға уйынсыҡтар алып торабыҙ, боҙоп торалар. Әммә беҙ бер нәмәне лә ташламайбыҙ. Һәр боҙоҡ уйынсыҡҡа яңы тәғәйенләнеш табабыҙ. Гномдарҙы иһә ҡаланан һатып алдыҡ. Сибай сәнғәт колледжының театр бүлегендә белем алыусы Фәнүр улыбыҙ, шул уҡыу йортонда рәссамға уҡыған Яҙгөл ҡыҙыбыҙ, сәнғәт кешеләре булараҡ, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуйып сыға.

Йорт хужаһының ҡулы оҫталығы ла күҙгә ташлана: солан таҡталары семәрләнгән, һырланған. Хужабикә иренең крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе булыуын да әйткәс, ҡул эштәре менән булышыуға ҡайҙан ваҡыт табыуын һораштым.

—Фәриттең ҡулынан бар эш килә. Күреүегеҙсә, ағас һырлауға оҫта, һандыҡтар, ҡатлы йорттарға күтәрмәләр эшләй, мейес сығарыуға ла ҡулы ипле. Икебеҙ ҙә эште зауыҡ менән атҡарырға күнеккәнбеҙ. Ҡыйыҡ бармы бар, балаларға уңайлы булһа булды, тип йәшәмәйбеҙ. Һәр биҙәккә күңел нуры һалабыҙ, балалар ҙа беҙгә эйәрә,—ти Fәлиә йылмайып.

Ҡыҙлы йортта тәртип хөкөм һөрә, бүлмәләрҙә шаулап гөлдәр сәскә ата. Шәхси хужалыҡтарына килгәндә, Фәрит Ниғмәтуллин яңы эш башлаусы фермер булараҡ, дәүләт ярҙамы алып, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Кәртә-ҡураларында тиҫтәләп һыйыр малы, быҙауҙар, йылҡы аҫрайҙар. Фермерҙың ҡырсылыҡ менән шөғөлләнергә лә иҫәбе бар. Ауылдары трасса буйында урынлашҡас, юл буйы кафеһы асыу тураһында ла хыялланалар.

Яңыраҡ туғыҙ балалы Ниғмәтуллиндарҙың ғаиләһе тағы ла артты: улар өләсәй-ҡартатай булды. Егерме бер йәшлек өлкән ҡыҙҙары Фирүзә сәскәләй ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, ишле ғаиләләренә тағы сағыу биҙәк өҫтәне. 44 йәшлек Фәрит менән 41 йәшлек Fәлиә яңы дәрәжәгә әле саҡ өйрәнеп килә.

—Туғыҙ балалы булараҡ, «Газель» автомобиле юлланығыҙмы?—тигән һорауыма Ниғмәтуллиндар икәүләшеп:

—Беҙ балаларҙы дәүләт өсөн түгел, үҙебеҙ өсөн таптыҡ. Аллаға шөкөр, урамыбыҙ тулы техника, донъябыҙ етеш, балаларыбыҙ үҫеп, тормошта үҙ юлдарын тапһа, үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш булып, имен-һау йәшәһәләр—беҙҙең өсөн иң ҙур байлыҡ шул буласаҡ,—тип яуапланы.

Ни булһа ла шулай булһын! Үҙҙәре тапҡан балаларҙы үҙҙәре үҫтереп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәһендәр. Туғыҙ балаға ғүмер биреүсе оло йөрәкле Fәлиә Тимерйән ҡыҙы һоҡланыу уята. Усаҡ яғыр, ишле бала бағыр, алтын ҡуллы, заман моңло ошондай ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күберәк булһын ине.

Һүрәттә: Fәлиә Тимерйән ҡыҙы улдары Фаил, Рифат менән.
Читайте нас: