Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2016, 23:03

Ауылымды йәмләй әсәйҙәр

Хөкүмәтебеҙ тарафынан ноябрь айының һуңғы ялы Әсә көнө тип билдәләнгән. Беҙҙең Ишей ауылында ла яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, күңел матурлығын юғалтмай, тирә-яҡтағыларҙа тик изге тойғолар ғына уятып йәшәгән, балаларына оло терәк, эшендә уңған, өлгөр һәм сабыр була белгән хөрмәткә лайыҡ әсәйҙәр бихисап.

Ҡартлыҡ көнөндә үҙенә те-рәк, таяныс булырҙай балалар үҫтерә алған әсәләрҙе ауылдаш-тарыбыҙ ихлас күңелдән хөрмәт итә. Күмәк бала тәрбиәләп, бөтә-һен дә оло тормошҡа лайыҡлы итеп аяҡ баҫтырып, хәҙерге көндә лә ғаиләле балаларын хәстәрләп, барынса ярҙам итеп торған әсә-ләр рәтенә Алтынбикә Ҡарасурина, Зәкиә Кәримова, Рәхимә Та-һирова, Зәйтүнә Fарифуллина, Зифа Ҡарасурина, Гүзәл Иҫәнбаева, Сәлимә Зәйнәғәбдинова, Фәриҙә Хажина, Лилиә Сәфәр-ғәлина, Шәүрә Рәхмәтуллина, Нәзирә Аҙнағоловаларҙы индерергә мөмкин. Улар, ауыр эштәр-ҙә эшләп йөрөһәләр ҙә, бар кө-сөн-хәстәрен һалып балаларын кеше итергә ынтылды, илһөйәр, рухлы, тыуған илебеҙгә кәрәкле шәхес итеп тәрбиәләне. Шуға ла хәҙерге көндә балалары хаҡында яҡшы һүҙҙәр ишетеп, ғорурланып, йәш әсәйҙәргә өлгө булып йәшәй-ҙәр. Һис шикһеҙ, был әсәләр үҙҙә-ренең балалары менән бәхетле.

Сер түгел, хәҙерге ваҡытта ауылда йәшәгән күп ҡатын-ҡыҙға эш юҡ. Ишейҙә лә йәш әсәләр өйҙә ултырырға мәжбүр. Ләкин улар ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, бар булмышын ғаи-ләһенең ҡотон арттырыуға, өйөн бөтәйтергә, йөрәк йылыһын һа-лып бала бағыуға йүнәлтә. Ауы-лыбыҙҙың, мәктәбебеҙҙең бөтә сараларында ла әүҙем ҡатнашып, балаларын игелекле-изгелекле итеп тәрбиәләргә тырышҡан Илүзә Әбдрәхмәнова, Айһылыу Ҡарасурина, Рәсилә Аҙнағолова, Лариса Ҡарасурина кеүек күп балалы йәш әсәләр һоҡланыу уята.

Эйе, бала бағыу, ғаиләне ҡа-рау, яҡындарының күңел бөтөн-лөгөн ҡайғыртыу, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә Хоҙай Тәғәлә тара-фынан һалынған бурыс. Ошо из-ге ғәмәлде оло һөйөү менән ат-ҡарған әсәләргә—дан!

Һүҙемде йомғаҡлап, Әсә кө-нө уңайынан, барлыҡ әсәләргә бәхет менән тулы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Йортоғоҙ һәр саҡ йылы, күркәм булһын, һөйөклө һәм һөйкөмлө булығыҙ.

В.М.Ҡасҡынова,
Ишей мәктәбе уҡытыусыһы.