Төрлө милләт вәкиле булған йәштәрҙең өсөһө өс тарафтан. Алексей Баймаҡ ҡалаһында тыуған, Алһыу Йылайыр районының Суйынсы-Супан ауылы ҡыҙы. Радмир Сибай ҡалаһы егете. Уларҙы уҡыу йорто берләштерә. VI курс студенты Радмир электромеханик ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм эксплуатациялау бүлегендә уҡый. Колледждың бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Алексей ҙа быйыл уҡыу йортон тамамлап, ҡулына биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм эксплуатациялаусы дипломын алырға хыяллана. Уҡыу алдынғыһы еңел атлетика буйынса II разрядлы спортсы. Алһыу иһә колледжға ағаһы тәҡдиме менән килә.
— Электромеханик ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм эксплуатациялау бүлегендә башлыса егеттәр белем ала. Былтыр мин төркөмдә берҙән-бер ҡыҙ булһам, быйыл иптәшкә тағы бер сибәркәй килде. Шау егеттәр араһында уҡыу үҙеңде һәр ваҡыт формала тоторға мәжбүр итә. Көслө зат бит бик башлы, шуға ла уларҙан ҡалышмаҫ өсөн тырышып уҡыйым. Буш ваҡытта бейеү менән шөғөлләнәм,—ти Алһыу, йылмайып.
— Ә һеҙ беләһегеҙме Халыҡ-ара студенттар көнө ҡасан барлыҡҡа килгән?—тип һорайым уларҙан.
— Эйе. 1939 йылдың 17 ноябрендә Чехословакия студенттары берләшмәләре етәкселәре немец-фашист оккупацияһы тарафынан ҡулға алына һәм язалана. Юғары уҡыу йорттарынан меңдән ашыу студент һәм уҡытыусы концлагерға оҙатыла, вуздар ябыла. 1946 йылда Лондонда үткән Бөтә донъя студенттар конгресында был көн рәсми теркәлә. Был көн фажиғәле датаға бәйле барлыҡҡа килһә лә, хәҙерге көндә студенттар ошо датаны теләктәшлек көнө булараҡ ҡабул итә,—ти Радмир.
Бына шундай хәҙерге йәштәр: булдыҡлы ла, мәғлүмәтле лә. Тырышып белем үрҙәренә ынтылған ҡыҙҙар-егеттәр тормошта үҙ юлдарын табып, илебеҙ үҫешенә лайыҡлы өлөш индерер, тип ышанабыҙ.