Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
10 Сентябрь 2019, 11:29

Һайлау һөҙөмтәләре билдәле булды

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләрен иғлан итте. Ғөмүмән, республика халҡы тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Быйыл һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны 71,80 % тәшкил иткән.#һайлау #выбор #выборыглавы

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләрен иғлан итте. Ғөмүмән, республика халҡы тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Быйыл һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны 71,80 % тәшкил иткән. Шул иҫәптән Өфөлә – 66,15 %, башҡа ҡалаларҙа – 63,30 %, райондар буйынса – 77,78 %.
Ҡалалар араһында тауыш биреүселәр һаны буйынса Сибай беренсе урында – 83,51 %, ә иң түбән күрһәткес Межгорьела – 37,94 %.
Райондарҙан иң юғары күрһәткес Тәтешлелә—97,01 %. Салауат районы икенсе урынды биләй—94,26 %, өсөнсөлә Баҡалы – 92,78 %.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттар араһында тауыш йыйыу буйынса һөҙөмтәләр ошолай:
Радий Хәбиров ("Берҙәм Рәсәй" партияһы) – 1 794 113 (82,02 %),
Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ) – 150 679 (6,89 %),
Иван Сухарев (ЛДПР) – 99 158 (4,53 %),
Зөлфиә Ғайсина ("Яблоко" партияһы) – 33 371 (1,53 %),
Юрий Игнатьев ("Ғәҙел Рәсәй" партияһы) – 26 935 (1,23 %),
Рәфис Ҡадиров ("Рәсәй патриоттары" партияһы) – 24 032 (1,10 %),
Владимир Барабаш ("Гражданлыҡ көсө" партияһы) – 21 175 (0,97 %), Владимир Кобзев (“Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн” партияһы) - 17 678 (0,81 %).
Сағыштырып ҡарағанда, 2014 йылда тауыш бирергә хоҡуғы булған граждандарҙың 74,89 проценты һайлауҙа ҡатнашһа, еңеүсе 81,71 процент тауыш йыйған.
#һайлау #выбор #выборыглавы