Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
9 Сентябрь 2019, 09:55

Путин бокс ярыштарының спортты популярлаштырыуына ышана

Рәсәй Президенты Владимир Путин Екатеринбургта үткән донъя чемпионатында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп үтте. Уның иҫәпләүенсә, бындай чемпионаттар спортты һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы популяр итеүгә булышлыҡ итә.

Быйылғы йылда бокс буйынса 20-се донъя чемпионаты Рәсәйҙә 8-21 сентябрҙә беренсе тапҡыр үтә. Йәкшәмбе көнө чемпионатты тантаналы асыу һәм йәрәбә ташлау булып үтте. Бөгөн инде төп өлөшө башланасаҡ.
Ил башлығы билдәләп үтеүенсә, тамашасыларҙы сағыу һәм матур алыштар көтә.
Рәсәй йөҙөн күрһәтәсәк йыйылма команда составына Василий Егоров, Альберт Батыргазиев, Илья Попов, Андрей Замковой, Глеб Бакши, Георгий Кушиташвили, Муслим Гаджимагомедов, Максим Бабанин инә.
#ВВПУТИН