Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
8 Сентябрь 2019, 16:13

12-сҽ мәктәптә йәрминкә гөрләй

12-се мәктәптәге 633-сө һайлау участкаһы халыҡтың күплеге менән алдырҙы. Мәктәпкә инеүселәрҙе Сибай сәнғәт колледжының оркестры ҡаршы алды. Спорт залында башланғыс кластар уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре көҙгө йәрминкә ойошторған. Йәшелсә-емештәрҙең, аллы-гөллө сәскәләрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашты. Һайлаусылар төп бурыстарын үтәгәндән һуң, йәрминкә аша үтеп, үҙҙәренә кәрәк-яраҡ һатып алды. --Һайлау тыныс шарттарҙа үтә. Тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәй, артабан да шулай дауам итер тип ышанам,— тине һайлау участкаһы рәйесе Ғ.Ғәлиәкбәров.

12-се мәктәптәге 633-сө һайлау участкаһы халыҡтың күплеге менән алдырҙы. Мәктәпкә инеүселәрҙе Сибай сәнғәт колледжының оркестры ҡаршы алды. Спорт залында башланғыс кластар уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре көҙгө йәрминкә ойошторған. Йәшелсә-емештәрҙең, аллы-гөллө сәскәләрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашты. Һайлаусылар төп бурыстарын үтәгәндән һуң, йәрминкә аша үтеп, үҙҙәренә кәрәк-яраҡ һатып алды.
--Һайлау тыныс шарттарҙа үтә. Тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәй, артабан да шулай дауам итер тип ышанам,— тине һайлау участкаһы рәйесе Ғ.Ғәлиәкбәров.