Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2019
6 Сентябрь 2019, 15:22

Өйҙә тауыш бирергә мөмкин

Хәлһеҙ оло кешеләр, инвалидтар, ҡаты ауырыу менән сирләүселәр һәм ауырыу туғандарын ҡараусылар (уны ҡалдырып китә алмаған хәлдә) һайлау көнөндә өйҙә генә тауыш бирә ала.

Хәлһеҙ оло кешеләр, инвалидтар, ҡаты ауырыу менән сирләүселәр һәм ауырыу туғандарын ҡараусылар (уны ҡалдырып китә алмаған хәлдә) һайлау көнөндә өйҙә генә тауыш бирә ала.
Өйҙә тауыш биреүҙе бары тик һайлау көнөндә генә 15.00 сәғәткә тиклем бирелгән яҙма ғариза йәки тел-дән әйтелгән мөрәжәғәт нигеҙендә тормошҡа ашырырға була.
Тауыш биреүсенең телдән мөрәжәғәт итеүе һайлау комиссияһы ағзалары килгән саҡта яҙма ғариза менән раҫланырға тейеш.
Ғаризала тауыш биреүсенең ни өсөн һайлау участкаһына бара алмау сәбәбен атауы зарур. Шулай уҡ исем-фамилияһының, атаһының исемен һәм йәшәү урынын күрһәтеүе лә мотлаҡ.
Телдән яҙылған мөрәжәғәтте махсус реестрға теркәгән саҡта уның килгән ваҡыты, өйҙә тауыш бирергә теләүсенең исем-фамилияһы, атаһының исеме, йәшәү урыны күрһәтелергә, шулай уҡ телдән яһалған мөрәжәғәтте ҡабул итеүсе һайлау участкаһы комиссияһы ағзаһының ҡултамғаһы ҡуйылырға тейеш. Әгәр ҙә мөрәжәғәт икенсе бер кеше аша яһалған булһа, уның да исем-фамилияһы, атаһының исеме һәм йәшәү урыны күрһәтелә.
Тауыш биреүсенең өйөнә барған саҡта һайлау комиссияһы ағзалары үҙҙәре менән мисәтле йәшник, бюллетень һәм уның ғаризаһын алып барырға тейеш.
Өйҙә тауыш бирергә теләк белдереүсе ғаризаһына паспорты йәки паспортты алыштырыусы документы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе индерә һәм ҡултамғаһы менән бюллетень алыуын раҫлап ҡуя. Паспорт мәғлүмәттәрен уның рөхсәте, йә үтенесе буйынса һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары ла ҡуя ала. Шулай уҡ улар ҙа, ғаризаға ҡултамғаларын ҡуйып, тауыш биреүсегә бюллетень тапшырыуҙарын раҫлап ҡуйырға тейеш.