—Беҙҙә бесән шул тиклем күп, мал өсөн өс ҡышҡа етерлек. Фермаға 1000-дән ашыу төргәк килтерелгән, бынан тыш, 150 төргәк һалам бар. Йәнә сабынлыҡтан әҙерләнгән бесәнде мал аҙығы ихатаһына ташырға кәрәк, бөгөн нәҡ шул эш менән булабыҙ. Дөйөм алғанда мал аҙығының 4 меңдән ашыу төргәге йыйыла. Әгәр бер бесән төргәге 450 килограмм ауырлыҡта булыуын иҫәпкә алһаҡ, ҙур күләм килеп сыға. Беҙ әле бесәнде һәр башҡа рационда ҡуйылғандан күберәк бирәбеҙ,— ти фермер хужалығы башлығы Владимир Рогалев.
Рогалевтар 2009 йылда фермер хужалығын аса, быға тиклем шәхси ярҙамсы хужалыҡ була. Ғаиләлә барыһы ла ауыл хужалығында эшләй, Владимир үҙе ат ҡараусы, бөтә ғүмерен аттарға бағышлаған, мал үрсетә. Балалары уның артынан баҫа. Ҡатыны Альбина Мөхәмәтйән ҡыҙы хужалыҡта бухгалтерлыҡ эшен алып бара. Ғаилә бизнесында улы Виталийҙың роле ҙур, ул теләһә ниндәй техникала эшләй ала, быйыл комбайнда иген культураларын йыйған.
Рогалевтар хужалығы «Ғаилә малсылыҡ фермалары» республика программаһында ҡатнашҡандан һуң яйлап үҫеш алған. Был программа бу-йынса алынған грантҡа биш йыл элек фермерҙар ангар тибындағы ферма төҙөй, мал һатып ала, һөт етештереү өсөн ҡорамалдар бар.
Хужалыҡтың икенсе йүнәлеше—үҫемлекселек. Быйыл иген культураларын 860 гектар майҙанда үҫтергәндәр, киләһе йылға орлоҡ һалынған. Мал иген фуражы менән тәьмин ителә. Техника йылдан-йыл яңыртыла, иген йыйыу комбайндары, сәсеү комплексы, тәгәрмәсле тракторҙар, пресс-йыйыусы һәм башҡа техника һатып алына. Быйыл йыл башында техника паркы МТЗ-82.1 тәгәрмәсле тракторы һәм уға аҫылмалы йөк тейәгес менән тулыланған.
—Беҙ артабан да үҙ хужалығыбыҙҙы үҫтерергә ниәт итәбеҙ. Әлегә ҙур пландар ҡуймайбыҙ, ваҡыт күрһәтер,—ти Владимир Алексеевич.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Владимир Рогалевтың күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә индергән өлөшө Быйыл Башҡортостан Республикаһы
Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
Ринат Иманғолов фотоһы.