Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Октябрь , 10:35

ЕР КЕШЕҺЕ

Бөгөн күп кенә баҫыу-сәсеүлектәр буш ятҡан мәлдә яҙын иген сәсеп, көҙөн уны урып, хеҙмәттән айырылмаған замандаштарыбыҙҙың булыуы һөйөндөрә. Әйтергә кәрәк: уларҙың күбеһе колхоз-совхоздар осоронда ата-олатаһына ярҙам итеп, малсылыҡ һәм игенселек тармағында тәжрибә туплап, эштә сынығып үҫкән ир-егеттәр.

ЕР КЕШЕҺЕ
ЕР КЕШЕҺЕ

Бөгөн күп кенә баҫыу-сәсеүлектәр буш ятҡан мәлдә яҙын иген сәсеп, көҙөн уны урып, хеҙмәттән айырылмаған замандаштарыбыҙҙың булыуы һөйөндөрә. Әйтергә кәрәк: уларҙың күбеһе колхоз-совхоздар осоронда ата-олатаһына ярҙам итеп, малсылыҡ һәм игенселек тармағында тәжрибә туплап, эштә сынығып үҫкән ир-егеттәр. Йәш быуында бындай хеҙмәткә ынтылыш әллә ни юҡ. Был хаҡта беҙ Мерәҫ фермеры Ғиззәт Ямантаев менән осрашҡанда ла борсолоп һөйләшеп алдыҡ. Хатта киләсәктә беҙҙе иген менән тәьмин итер, икмәк ашатыр ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре булырмы, тигән хафалы уй ҙа тыуҙы.

Ғиззәт Ғәбит улы баҫыуҙа буй еткерә, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Алдынғы комбайнсы булған атаһына эйәреп туҡ башаҡлы иген баҫыуҙарында «йөҙөү» уға ифрат оҡшай. Үҫмер ҡорона еткәс, комбайнер ярҙамсыһы булып эш башлай. Был хеҙмәт уға оҡшап ҡала һәм ҙурайғас баҫыу-баҫыу иген үҫтерергә теләй ул. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, Йылайыр техникумына агроном һөнәрен үҙләштерергә йүнәлә. 1985-1989 йылдарҙа тырышып уҡып, агрономия, орлоҡсолоҡ буйынса белем үҙләштерә. Әрменән һуң тыуған ауылында—«Таналыҡ» колхозында агроном булып хеҙмәт юлын башлап ебәрә, унан бригадир, баш агроном дәрәжәһенә күтәрелә. Хужалыҡ тарҡалғас, «Урал аръяғы МТС-ы» йәмғиәтендә директор урынбаҫары була. Бер йыл ҡаты ғына ауырып өйҙә ятҡанда үҙ хужалығын булдырыу уйы тыуа.

—Ул саҡта ГАЗ-53 һәм Т-25 тракторынан башҡа техникам да юҡ ине. Әммә йөрьәт итеп, документ йыйып тапшырҙым. 1,5 миллион һумлыҡ грант алдым, 30 баш мал һатып алып, малсылыҡ эшен башланым. Унан «Енисей» комбайндары һәм башҡаһын теүәлләп иген дә сәстем. Әлеге көндә миндә 4 кеше рәсми рәүештә эшләй, ҡалғандары—килешеү буйынса. 4 механизатор, 2 һауынсы, 1 малсы, 1 игенде ярмаға ярыусы, 2 келәт хеҙмәткәре. Эш хаҡын ваҡытында—һәр айҙың 1-се һәм 11-се көндәрендә түләнә. Бынан тыш, улар бесән һәм игенде ярты хаҡҡа ала. Пай ерҙәрен ҡуртымға биреүселәргә пай ере хаҡына иген таратыла,—ти Ғиззәт Ғәбит улы.

Ямантаев крәҫтиән-фермер хужалығы ҡарамағында барлығы 400 гектар майҙан. Быйыл шуның 200 гектарында—бойҙай, 150 гектарында—арпа, 50 гектарында һоло сәселгән. Беҙ барған көндө улар урып-йыйыу эшен тамамлауға яҡынлаша ине.

—100 гектарҙа бойҙай, 30 гектарҙа арпа, 60 гектарҙа бесән ҡалды. Көндәр яҡшы торһа, яҡын арала тамамлайбыҙ,—тип белдергәйне Ғиззәт ағай.

Ғ.Ғ.Ямантаев әлеге көндә дәртләнеп эшләй, хатта быйыл ауыл халҡы өсөн һабантуй ойошторған. Уға элекке «Таналыҡ» колхозы ерендә бөгөн игенселек менән булышҡан Хөсәйенов һәм Илмир Ямантаев крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ярҙамға килеп, бағыусылыҡта ярҙам күрһәткән. Ғиззәт Ғәбит улын ауылдаштары тик маҡтап телгә ала: ул бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмай. Һәр төрлө сараларҙа бағыусы була, махсус хәрби операциялағы егеттәрҙең ғаиләһенә булышлыҡ күрһәтә. Әммә күңел төшөрөрлөк проблемалар ҙа бар: бөгөн урып алған игенде бик осһоҙға элеваторға тапшырырға тура килә. «Һуңғы йылдарҙа хөкүмәттән дә артыҡ ярҙам юҡ, яғыулыҡ, запас частәр ҙә ҡиммәт»,—тип борсола ул.

Малсылыҡ тармағына килгәндә, был йүнәлештә лә Ямантаев хужалығы уңышлы эшләй. Әле бында 80 баш мал бар, шуның 40-ы—һауын һыйыры. Һауып алынған аҡты фермерҙың ҡатыны Миңлегөл Рәйес ҡыҙы эшкәртә һәм Баймаҡ баҙарына һатыуға сығара.

Әйткәндәй, хеҙмәттән йәм табып йәшәгән Ямантаевтар өлгөлө ғаилә булараҡ та маҡтауға лайыҡ. Улар бер ҡыҙға, бер улға ғүмер биргән. Улдары Сафуан башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. Ул ялға, каникулға ҡайтҡан һайын хужалыҡта атаһына эшләшә. Бәлки, ул Ямантаевтар династияһының кәрәкле һәм күркәм шөғөлөн дауам итер, тигән өмөт бар.

Резеда Усманова.

Һүрәттә: Ғиззәт Ямантаев хужалыҡ механизаторҙары Хәмит һәм Руслан Вәлиевтар менән.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: