Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Сентябрь , 10:35

БАҪЫУҘА —ЙЫЛАЙЫР УҢҒАНДАРЫ

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн иң яуаплы мәл—ураҡ ваҡыты етте.Быйыл ямғырҙар йыш яуыу сәбәпле, төбәк аграрийҙары мал аҙығы әҙерләүгә һәм урып-йыйыу эшенә һуң тотондо. Йылайыр районы баҫыуҙарында әле ураҡ эштәре дәррәү һәм ойошҡанлы бара, яландарҙа трактор, комбайн тауыштары геүләй, күбәләр күренә, төргәктәргә бесәндәр өйөлә.

БАҪЫУҘА —ЙЫЛАЙЫР УҢҒАНДАРЫ
БАҪЫУҘА —ЙЫЛАЙЫР УҢҒАНДАРЫ

Йәмил Алғошаев етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы районда иң тотороҡло эшләгән, етештереү ҡеүәтен йылдан-йыл арттыра
барған алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Фермер һуңғы йылдарҙа техника паркын өр-яңы 3 комбайн менән тулыландырған.
Беҙ барғанда комбайнсылар Фәһим Таһиров менән Илнур Йәрмөхәмәтов (һүрәттә) һоло йыйыуға тотонған ине.
Көндәр аяҙ торғанда һоло баҫыуын тамамлап, төп көстө бойҙайға йүнәлтергә тырыша улар.
33 йыл буйы иген сәскән һәм йыйған, төп эшен ергә бағышлаған Йәмил Сәмиғулла улы белдереүенсә, быйыл уңыш яҡшы. Ямғырҙар үҙ “эшен” башҡарып өлгөрһә лә, зарланырға урын юҡ. Тик бар уңышты тиҙ арала йыйып өлгөрөргә кәрәк.
—Быйыл 3 мең гектар майҙанда иген культуралары сәстек, шуның 1500 гектарында—ҡаты сортлы бойҙай, 300 гектар майҙанда—етен, 450 гектарҙа— бойҙай, 50 гектарҙа—нут (ноҡот борсағы) һәм ҡалған майҙандарҙа һоло һәм йомшаҡ бойҙай. Борсаҡтың уңышы бер аҙ юғалтыуҙарға дусар булһа ла, гектар ҡеүәте һөйөндөрҙө, иген башаҡтары ла туҡ. Ашлыҡты киптереп, киләһе йылға орлоҡ туплау, пайсылар менән үҙ ваҡытында иҫәпләшергә лә кәрәк,—ти Йәмил Алғошаев.
Атанан күргән—уҡ юнған, тигәндәй, фермерҙың улы Алмас та атаһының юлын дауам итеп ауылда ҡалған. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы университетын уңышлы тамамлап, бер аҙ Баймаҡ
МТС-ында инженер-механик булып тәжрибә туплағандан һуң, атаһы янына эшкә ҡайтҡан.

Кәримә Усманова.
Автор фотоһы.

Мәҡәләнең тулы варианты гәзитебеҙҙең 38-се һанында.

Автор:
Читайте нас: