Уларҙың мул уңышы хаҡында беҙ гәзитебеҙҙә башлыса көҙгө йәрминкәләр ваҡытында яҙабыҙ. Сибайҙар һәм ҡала янындағы ауылдарҙа йәшәүселәр улар үҫтергән кәбеҫтәгә өҫтөнлөк бирә. Эре, тығыҙ йәшелсәләре тоҙлауға ла яҡшы, һаҡлауға ла бара.
Хужалыҡ Римма Миҙәхәт ҡыҙы исемендә булһа ла төп көс уның ире Әбйәлил Хәсән улы Ерҡолов иңенә төшә. Тап ул Өфөнән орлоҡ хәстәрләп яҙҙыртып ала. Унан һуң сәсә, шытып сыҡһа, үҫентеләрҙе ҡарай һәм мул уңыш биргәнгә ҡәҙәр ерҙән башын күтәрмәй эшләй. Шулай иткәндә генә ниндәйҙер уңыштарға өлгәшергә, килем алырға мөмкин, ти ул. “Йәне барҙарым”, тип һәр сәскән йәшелсәмде яратам, шулар менән һөйләшәм, тип тә өҫтәне.
Хужалыҡ етәкселәре 1 майға тәүге ҡыярҙарын, июнь башына помидорҙар өлгөртөр өсөн тырыша. Кәбеҫтәнең иртә өлгөрөшлө сортын июль аҙағына һатыуға сығара башлайҙар.
Парниктар көпләнеп бөткәс, үҫенте рассадаларын шунда күсереп ултырталар. Йылы булһын өсөн парник эсендәге мейестәргә көнө-төнө утын яғалар. Көплө, йылы урындан йәшелсәләр июнь башында ҡырау төшөүҙән туҡтағас ҡына асыҡ ергә сығарыла. Бында уларға ярҙамға ауылдаштары килә.
-Үҫентеләрҙе асыҡ тупраҡҡа сығарғанда, уңыш йыйғанда 15-20-ләп ҡатын-ҡыҙ 5-6 көн тирәһе ярҙам итә. Һыу ҡойоу, утау, һирәгәйтеү менән үҙебеҙ булышабыҙ. Балалар ярҙам итә,--ти Римма Миҙәхәт ҡыҙы.
Әйткәндәй, фермерҙар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлнәзирә Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетында 5-се курста уҡый. Улдары Рөстәм Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледж студенты. Бәләкәстәре Гөлиәгә 10 йәш, ул Әбделкәрим мәктәбендә белем ала.
Балалары ата-әсәләренең беренсе ярҙамсылары, үҫентеләрҙе сәскәндә лә, утағанда ла, уңышты йыйғанда ла улар йүгереп йөрөп ярҙамлаша.
Уңышты эргә-тирәләге ҡалаларҙа, ауылдарҙа үткән йәрминкәләрҙә һаталар, йәмәғәт туҡланыу урындары ла уларҙың йәшелсәләрен бик теләп ала.
Фермерҙар көҙгө уңыштарын һаҡлауға өйҙәре янында ҙур гараж төҙөгәндәр. Йорттары ла бик күркәм һәм заманса, иркен. Йылы, ҡотло өйҙәренең эсе тулы гөлдәр, тәҙрә төптәре рассадалар менән тулған.
-Мин үҙем Иҫке Сибай ауылында тыуып үҫтем. 2009 йылда элекке ауыл биләмәһе башлығы Һаҙый Кәримов саҡырыуы буйынса Әбделкәримгә килеп төпләндек. Тап шул осорҙа Һаҡмар һыуһаҡлағысынан аылыҫ түгел урындан 5 гектар ер алып үҫемселек менән шөғөлләнә башланыҡ,--тип дауам итте һүҙен хужабикә Римма Миҙәхәт ҡыҙы.-Аллаға шөкөр, бер ҙә үкенмәйбеҙ. Эшләһәң, эш ҡарышмай, ер эйелгәндәрҙе ярата. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем алһыҙ-ялһыҙ эшләһәк тә был шөғөлөбөҙ ялҡытмай, сөнки уға бөтә күңелебеҙҙе һалабыҙ. Ҡулланыусы барҙа беҙ эшләйәсәкбеҙ. Һаулыҡ булһын, беләктәрҙе көс, күңелдәрҙе дәрт ташламаһын, тыныслыҡ булһын!
Гөлдәр Ҡадаева.