Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Октябрь 2023, 13:55

Ирәндек итәге—уның төйәге

Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында тыуған ерен яратҡан, уның данын, ҡеүәтен арттырырға теләгән берҙәм, эшһөйәр, илһөйәр халыҡ йәшәй. Шулай булмаһа ауыл бөтә, һүнә, кешеләр унан күсеп китә. Ә Күгиҙелдә бөгөн тормош гөрләй. Зөбәйер Мөхтәр улы Харисов Ирәндек итәгенә һыйынып ултырған Күгиҙел ауылында тыуған. Ошонда үҫеп, буй еткергән, ошонда төпләнгән. Уның өсөн Күгиҙелдән дә матур, хозур ер юҡ. Бында ғына ул күңел тыныслығы таба, күкрәк киреп тын ала, иркенләп, рәхәтләнеп йәшәй, үҙен ысын ир-егет, хужа итеп тоя.

Ирәндек итәге—уның төйәге
Ирәндек итәге—уның төйәге

Шулай булмаһа ауылдаштыры уны ике тапҡыр рәттән Билал ауыл Советына депутат итеп һайлар инеме?

Зөбәйер Харисов 9-10-сы класты Түбә ҡасабаһында уҡып, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Йылайыр районының Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водитель, тракторсы һөнәрен үҙләштергән. Әсәйе Һәҙиә Һиҙиәт ҡыҙы йәшләй генә ауырып китеп, гүр эйәһе булғас, атаһы Мөхтәр Шәрифулла улы 5 бала менән тол ҡала. Унан инде ҡатынының бер туған апайын ҡатынлыҡҡа ала. Улар ҡауышып, йәшәп китә, бөтәһе 10 баланы тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһенә һөнәр биреп оло тормош юлына сығара. Әлеге көндә күптәре Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, бер нисәүһе тыуған ауылында төпләнә. Шул иҫәптән Зөбәйер Мөхтәр улы ла. Бәхет тыуған ерҙә булыуын йәштән аңлап үҫкәнгә лә, ул ситкә сығып китергә теләмәй.

-Совет Армияһы сафына саҡырылғас, Грузия, Әрмәнстан тарафтарында хәрби бурысымды үтәнем. Һүҙ юҡ матур яҡтар: мәғрүр тауҙар, Ҡара диңгеҙ буйы, тәбиғәте беҙҙең яҡтыҡы кеүек ҡырыҫ түгел. Әммә тыуған яҡҡа еткән ер юҡ. Беҙҙең ауыл бит ул ожмахтың үҙе. Оло юлға сығып алһаң, теләһәк Баймаҡҡа елдәрәбеҙ, теләһәң Әбйәлил тарафтарына юл тотабыҙ. Үҙебеҙҙең хужалыҡта үҫтереп алған йәшелсә-емеште, урман-ҡырҙарҙан йыйған еләк, бәшмәкте һатабыҙ тиһәк, Магниторгорскиға юл тотабыҙ,--ти Зөбәйер Мөхтәр улы.-Йәшәйем тип тырышҡан кеше ҡайҙа ла көн итә. Беҙҙең ауыл халҡы инде тырышлығы, уңғанлығы менән алдыра. Береһенән-береһе уҙҙырып донъя көтә. Ололар йәштәргә үрнәк күрһәтә. Ауылыбыҙҙа хатта Йәштәр урамы ла бар. Ауыл старостаһы Марат Дауытбаев менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Юбилярҙарҙы, көмөш, алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүселәрҙе даими ҡотланыҡ. Мәсетте ремотлауға тос өлөш индерҙек. Йәмәғәт эше лә етерлек бит ул. Күңелеңде биреп башҡарһаң ғына эшеңдең һөҙөмтәһе күренә. Ауылда бит кеше депутатҡа күҙ төбәп килә, ярҙам итеренә ышана. Шуға ла статусыма тап төшөрмәҫкә тырыштым. Ле был вазифаны йәштәргә тапшырҙым, эшләһендәр, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итһендәр.

“Һәүәнәк” совхозында тракторсы булып эшләп хаҡлы ялға сыға ул. Әммә ҡул ҡаушырып ултырмай: шәхси хужалығын нығыта, баҡса үҫтерә, мал-тыуарын ишәйтә. Депутат булараҡ, күмәк өмәләр ойоштора, ауыл халҡын тәртип-таҙалыҡ булдырыуға өндәй. Ҡыш көндәре иһә шәхси тракторына ултырып, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта, Күгиҙелгә илткән төп юлды ялт иттереп таҙартып ҡуя.

Матур күңелле кешенең ғаиләһе лә өлгөлө. Ҡатыны Лилиә Әмир ҡыҙы Харисова оҙаҡ йылдар Күгиҙел мәктәбендә уҡыусыларға математика фәненән һабаҡ бирә. Мәғариф ветераны әлеге көндә пенсияла. Харисовтар ике балаға ғүмер бүләк иткән: ҡыҙҙары Лидия үҙе хәҙер 4 бала әсәһе. Улдары Илдар ҙа килендәре менән ике бала үҫтерә. Балалары икеһе лә Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Лидия Зөбәйер ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Улдары иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлаған. Ялдарҙа, байрамдарҙа ата-әсәһе янына ҡайтып, ярҙам итеп, ял итеп китәләр. Ейән-ейәнсәрҙәре инде каникул булһа ауылға ҡартатай-өләсәһе янына ашыға.

Зөбәйер Мөхтәр улы ауыл клубы, китапханаһы урынлашҡан бинаны һалҡын мәлдәрҙә йылытыу менән дә булыша, йәғни кочегар булып та эшләй. Мәҙәниәт усағы әлеге көнгә ҡәҙәр утын менән яғып йылытыла. Утынды иһә йәй көндәр эҫе һәм ҡоро торғанда кочегар үҙе әҙерләй, урмандан алып ҡайта, яра һәм өйөп ҡуя. Ҡыш көнө шуны яға, мейестең көлөн ала. Ауылдаштары мәҙәни сараларҙа йылы клубта ултырһын, бала-саға йылы китапханала шөғөлләнһен өсөн тырыша.

Күгиҙелдәр күмәк көс менән ауылдарына илткән юлды рәтләттереп алған. Үрҙә ҡыш көнө Зөбәйер Мөхтәр улы ауылдаштарын ҡамауҙа ҡалдырмауын яҙып үттек. Яҡын арала йортарын газға тоташтырыу мәсьәләһен хәл итеп алһалар, уларҙың йәшәйеше ҡала халҡыныҡынан бер ҙә ҡалышмаясаҡ.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: