АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Май 2023, 22:40

ЭШҺӨЙӘР ИГЕҘӘКТӘР

Хужалыҡтарында 12 кеше эшләй. Игеҙәк Үлйәбаевтар баҫыуҙа ашау, ял итеү өсөн бар уңайлыҡтар булдырған, хатта тәгәрмәстә мунса ла бар.

ЭШҺӨЙӘР ИГЕҘӘКТӘР
ЭШҺӨЙӘР ИГЕҘӘКТӘР

Игеҙәктәр Илшат һәм Иршат Үлйәбаевтарҙы Хәйбулла районы халҡы яҡшы белә.

Улар Баймаҡ районы Сосновка ауылында тыуған. 1987 йылда ата-әсәләре Хәйбулла районының Уфимка ауылына күсә.

2007 йылдан Үлйәбаевтар ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бөгөн улар “Үлйәбаев И.Г” крәҫтин-фермер хужалығы булараҡ дан алған. Малсылыҡ буйынса ла эш алып баралар, үҫемлекселек менән дә шөғөлләнәләр. Сәсеүлектәре 3,5 мең гектар. Пландарында - 2,4 мең гектар ер өҫтәү. Арпа, һоло, бойҙай сәсәләр. Хужалыҡта 12 кеше эшләй. Игеҙәк Үлйәбаевтар баҫыуҙа ашау, ял итеү өсөн бар уңайлыҡтар булдырған, хатта тәгәрмәстә мунса ла бар. Шарттар тыуҙырырға тырышып торалар.

--Хужалыҡтарын үҫтереүгә пландары ҙур. Улар бар мәсьәләләрен бергә хәл итәләр, шунан ғына ныҡлы ҡарарға киләләр. Киҫкен проблеманан да сыҡыу юлын табалар. Тыныстар, аҡыллылар, татыуҙар. Ғаиләләре менән дә өлгө булып торалар. Иршат Ғәзиз улы өс ҡыҙ үҫтерә, Илшат Ғәзиз улы өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләй,--тип яҙа социаль селтәрҙә Рәмил Туҡаев.

 

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: