АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Февраль 2023, 19:00

Хәйбуллалар башлаған "Айыҡ ҡатын" проектын Урал аръяғы райондары эләктереп алды

Бынан бер нисә йыл элек Хәйбулла районында «йәшел йылан» ҡотҡоһона бирелеп, имен булмаған һәм ауыр тормош хәленә ҡалған йөҙгә яҡын ғаилә иҫәпләнә ине. Уҙған өс йылда районда ете тиҫтәнән ашыу яҡын ата-әсә эскелектән дауаланыу үтте. Шуларҙың күпселеге ғаиләнән алынған балаларын ҡайтарып, айыҡ тормош башланы. Шул ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе уҙған йылда районда старт алған "Айыҡ ҡатын" проекты осрашыуҙарына саҡырылды.«Айыҡҡандарын данлау түгел, һаҙлыҡтағыларын сығарыу – «Айыҡ ҡатын» проектының төп маҡсаты ине. Йыл дауамында был проект бөтә район биләмәләрен урап сыҡты.

Хәйбуллалар башлаған "Айыҡ ҡатын" проектын Урал аръяғы райондары эләктереп алды
Хәйбуллалар башлаған "Айыҡ ҡатын" проектын Урал аръяғы райондары эләктереп алды

Ниндәйҙер ҡатмарлы программалар, сығыштар ҡаралмаған был осрашыуҙар барышында. Эскелектең тормошта ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтереүе хаҡындағы
ҡыҫҡа метражлы тетрәндергес «Быйма» фильмын ҡарау, асыҡтан- асыҡ һөйләшеү һәм проблеманы медицина, дин, йәмғиәт күҙлегенән сығып хәл итеү юлдарын барлау.
Проект сиктәрендәге осрашыуҙың һуңғыһы бөгөн Әбүбәкер ауылында уҙҙы. Сараның тап Бәләкәй Арыҫланғолда башланып, Әбүбәкерҙә тамаланыуы осраҡлы түгел, айыклык, именлек территориялары был ауылдар. Бөгөнгө осрашыуҙа Баймаҡ, Йылайыр һәм Бөрйән райондарының "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы ауыл вәкилдәре лә ҡатнашып, хәйбуллаларҙың ошо юҫыҡтағы тәжрибәһен өйрәнде. Тимәк, хәйбуллаларҙың башланғысы туҡтап ҡалмай, ҡатын - ҡыҙ эскелеген бөтөрөү, сәләмәт быуын тәрбиәләүгә ниәтләнгән изге эш артабан да дауам итәсәк. Район хакимиәте, хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге, "Ғаилә" хеҙмәте белгестәре һәм ирекмәндәрҙән торған ойоштороусыларҙың теләге бер - айырым ауылдар ғына түгел, тотош райондар әйләнһен ине айыҡлыҡ биләмәһенә...

#АйыҡАуыл2022

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: