АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Февраль 2023, 11:05

ЭХ, МИНЕҢ ТОЛПАР АТЫМ...

Йылҡылар теүәл ҡайтты... Егеттәрҙең кәйеф шәп...

ЭХ, МИНЕҢ ТОЛПАР АТЫМ...
ЭХ, МИНЕҢ ТОЛПАР АТЫМ...

Йылайыр районы Юлдыбай ауылында күптәр йылҡы тота. Аттар февраль урталарына тиклем ҡырҙа тибендә йөрөй. Унан хужалары уларҙы өйгә алып ҡайта.


—Өй тирәһенә унлап машина, унан күмәгерәк ир-егет йыйылып киткән. Белмәгәндәр аптырап та ҡуйғандыр әле. Йыл да ошо ваҡытта ауылда ошондай хәл, ул хатта байрам төҫө ала. Йылҡыларыбыҙ тибендән ҡайта.  Ҡар ҙа тәрәнәйеп бара, оҙаҡламай буранлы көндәр ҙә башлана торған. Шуға ла Юлдыбайҙың ат тотҡан ир-егеттәре үҙ йылҡыларын кемеһе тейәп, кемеһе ҡыуып үҙ ҡураларына алып ҡайтып ҡуйҙы.
Ауылыбыҙҙа йылҡы тотҡан ғаиләләр арыуыҡ ҡына. Тағы ла малсылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусылар, йылҡы алып үрсетергә теләк белдереүселәр ҙә бар.
Йорт-ҡурала шатлыҡ арттырып, оҙаҡламай бейәләр ҡолонлар... Аттарҙы "уртынлаштырып" бөткәс, егеттәр бер өйгә йыйылып шешлек бешерҙе, ҡымыҙ эсте,—тип яҙа юлдыбайҙар.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: