Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Февраль 2023, 16:35

Садовыйҙар ҙа өлөш индергән

Хәйбулла районының Садовый ауылы ағинәйҙәре башланғысы менән яугирҙәргә кәрәк-яраҡ алыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителгән. Садовыйҙар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барлығы 50 меңгә яҡын аҡса йыйып, аҡсаның бер өлөшөнә яугирҙәргә кәрәкле әйберҙәр һатып алһа, икенсе олөшөнә ит һатып алып, йәкшәмбе көнө ауылдың ағинәйҙәре - Баҡтыбаева Дилә Урал ҡыҙы, Самохина Раиса Максимовна 97 банка тушенка эшләгән.Афарин, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

Садовыйҙар ҙа өлөш индергән
Садовыйҙар ҙа өлөш индергән

“Берҙәмлектә-беҙҙең көсөбеҙ икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат иткән файҙалы эш булды был. Ағинәйҙәрҙең башланғысын ихлас күңелдән хуплап, күтәреп алған ауылыбыҙҙың депутаты Самохин Владимир Борисовичҡа, ауылыбыҙ старостаһы Баҡтыбаев Рәшит Тимербулат улына, шәхси эшҡыуар, фермер Сабитов Илнур Ҡотдөс улына, барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, ситтә йәшәгән ауылдаш йәштәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Донъяларыбыҙ имен, ғаиләләребеҙ теүәл булып, егеттәребеҙҙең имен-һау, сәләмәт үҙ ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ!”- ти ауыл халҡы.
Афарин, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Гульдар Кадаева